Ирек — башҡа шарттар, шул иҫәптән, тәбиғи, ижтимағи, шәхси коммуникатив (аралашыу) һәм шәхси нәҫел факторҙары менән сикләнмәгән субъект эшмәкәрлегенең төп сәбәпсеһе булған хәл[1]. Был осраҡта иректе кеше үҙ эшмәкәрлегенең үҙен һәм башҡаларҙы һәләкәткә илтеү ҡурҡынысын иҫәпкә алмаған бәйһеҙлек менән бутарға ярамай.

Ирек
Рәсем
Изображается на Statue of Liberty, Kalamata[d]
 Ирек Викимилектә

Иректең төрлө билдәләмәләре бар[⇨]. Этикала ирек кешенең ихтыяр азатлығы менән бәйле.

Философияла: Ирек — тышҡы маҡсат ҡуйыу булмағанда эшмәкәрлек һәм тәртип булдырыуҙы нығытыусы субъектҡа бәйле дөйөм мәҙәни төшөнсә — универсалия[2].

Ирек халыҡты әйҙәй — Эжен Делакруа картинаһы, 1830 йылғы июль революцияһы символы

Ирек- хоҡуҡи тәртип

үҙгәртергә

Немец классик философияһына нигеҙ һалған философ Иммануил Кант ирек менән хоҡуҡи тәртиптең тығыҙ бәйләнеше тураһында яҙа. Ул кеше башҡа кешегә түгел, ә законға буйһонған хәлдә генә ирекле була тип раҫлай[3]:

Ирек- башҡаларҙың [кешенең] башбаштаҡлығына буйһонмау. Башҡаларҙың [кешеләрҙең] иркенә ҡамасамауламаһа, дөйөм законға ярашлы — был уға, кеше тәбиғәтенә ярашлы, тәбиғәттән, тыумыштан бирелгән хоҡуҡ.

Ирек — үҫеш маҡсаты

үҙгәртергә

Эрих Фромм фекеренсә, ирек- кеше үҫеше маҡсаты[4]:

Библияла […] ирек менән бәйһеҙлек- кеше үҫешендә маҡсат булып тора ; кеше эшмәкәрлегенең тәғәйенләнеше шунан ғибәрәт- был кешене үткәндәргә, тәбиғәткә, ырыуға һәм һынташтарға бәйләп тотҡан бығауҙарҙан ҡотолоу процесы.

Иҡтисади ирек

үҙгәртергә

Билдәле экономист Фридрих фон Хайек иҡтисади иректең түбәндәге билдәләмәһен бирә[5]:

Иҡтисади ирек —һайлап алыу хоҡуғы һәм уға бәйле тәүәкәллек һәм яуаплылыҡты эсенә алған теләһә ниндәй эшмәкәрлек азатлығы ул.

Хайек фекеренсә, планлы иҡтисад либераль капитализмдан иҡтисади азатлыҡ булмау менән айырылып тора[6].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Свобода» 2013 йыл 4 февраль архивланған. // Новая философская энциклопедия.
  2. Новейший философский словарь.
  3. Immanuel Kant «The Metaphysics of Morals»
  4. Эрих Фромм «Библейская концепция человека». Дата обращения: 27 февраль 2013. Архивировано из оригинала 21 октябрь 2011 года. 2011 йыл 21 октябрь архивланған.
  5. Ф. А. фон Хайек. Экономический контроль и тоталитаризм. — В кн.: Ф. А. фон Хайек. Дорога к рабству. М.: «Новое издательство», 2005. — 264 с. — ISBN 5-98379-037-4. — с. 113.
  6. Петров Ю.В. Фридрих фон Хайек: жизнь, методология, уроки (недоступная ссылка — история). www.hayek.ru. Архивировано 17 август 2012 года. 2011 йыл 19 ноябрь архивланған.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә