Маннанов Ирек Нәғим улы

Маннанов Ирек Нәғим улы (15 август 1970 йыл) — спортсы-паралимпиасы. 1997—2010 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Саңғы ярышы (2002) һәм биатлон (2006) буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1998). Почёт (1998), Дуҫлыҡ (2005), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2006), Халыҡтар дуҫлығы (2002) ордендары кавалеры.

Маннанов Ирек Нәғим улы
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 15 август 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (50 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Бәләбәй
Һөнәр төрө саңғы уҙышсыһы
Спорт төрө саңғы уҙыштары[d] һәм Биатлон
Ҡатнашыусы Ҡышҡы Парилимпия уйындары - 2014[d]

БиографияһыҮҙгәртергә

Ирек Нәғим улы Маннанов 1970 йылдың 15 авгусында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй ҡалаһында тыуған. Күреү буйынса инвалид.

Бәләбәй машиналар эшләү техникумын һәм Башҡорт дәүләт педагогия университеты тамамлаған.

Бәләбәй Һуҡырҙар йәмғиәтенең уҡыу-етештереү предприятиеһында (УППВОС) слесарь булып эшләй. Бәләбәй Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе (ДЮСШ) тәрбиәләнеүсеһе (тренеры — Н. И. Савельев).

1998 йылдан алып Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренерҙары Ә. Ә. Ғүмәров[1], С. Р. Ғүмәров). 1997 йылдан алып Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы.

ҠаҙаныштарыҮҙгәртергә

  • Саңғы ярыштары буйынса Рәсәй чемпионатының 10 тапҡыр чемпионы (1998—2001);
  • Күреү һәләте буйынса инвалидтар араһында еңел атлетикала 5000 һәм 10000 метрға йүгереүҙә Рәсәй чемпионатының 4 тапҡыр көмөш призеры (2000—2001 йылдарҙа);
  • 2 тапҡыр Рәсәй чемпионы (2003,2005 йй.);
  • 2 тапҡыр Европа чемпионатының көмөш призеры (1997, 2001 йй.);
  • Саңғы ярыштары буйынса 5, 10, 15 километрға һәм эстафетала Европа чемпионатының бронза призеры (1997°йылда — ике тапҡыр, 2001 йыл);
  • Донъя чемпионы (2003,2005 йылдар);
  • Донъя чемпионатының көмөш призеры (2000, 2003, 2005 йылдар);
  • Донъя чемпионатының бронза призеры (2 тапҡыр — 2003, 2005 йылдарҙа);
  • Туриндағы 2006 йылғы Паралимпия уйындарында күреү һәләте буйынса инвалидтар араһында биатлон буйынса индивидуаль уҙышта көмөш призер;
  • 10 километрлыҡ уҙышта Паралимпия уйындары чемпионы (1998 йыл);
  • Паралимпия уйындары чемпионы (1998, 2002 йылдар)
  • Эстафетала 5 һәм 20 километрлыҡ уҙышта Паралимпия уйындарының көмөш призеры (1998), 5 һәм 10 километрлыҡ уҙышта (2002 йыл)
  • Паралимпия уйындарының көмөш призеры (2006 йыл)
  • Саңғы ярыштары һәм биатлон буйынса Донъя чемпионатының призеры (беренсе урын) (Финляндия, Вуокатти ҡалаһы, 2009 йыл).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

  • Почёт ордены (1998);
  • Халыҡтар дуҫлығы ордены (2002);
  • Дуҫлыҡ ордены (2005);
  • «Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2006).

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Факты и данные биографии И. Н. Маннанова. Ямгуров, У. Дневник Паралимпиады. Турин-2006 [Текст] / У. Ямгуров. — Уфа, 2006. — 28 с.
  • Статистические данные о выступлениях башкирских спортсменов на 9-х зимних Паралимпийских играх в Турине (Италия). Энциклопедические сведения о Иреке Маннанове.
  • Ямгуров, У. Заслуженные мастера спорта СССР и России и их наставники [Текст] / У. Ямгуров. — Уфа, 2004.-106 с.
  • Ямгуров, У. Олимпионики из Башкортостана [Текст] / У. Ямгуров. — Уфа, 2005. — 120 с.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

http://sosh1-bel.ucoz.ru/publ/9-1-0-20 http://old.brsbs.ru/Sait_Paralimpici/lijnie_gonki.html http://rbb.ucoz.ru/index/0-13