Бөрйән районы Байназар урта мәктәбе уҡытыусылары

Викидатала элемент юҡ

Байназар урта мәктәбеРәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы мәктәптәренең береһе.

Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбе(1984 йылғы зданиеһы)

Байназар урта мәктәбе дөйөм белем биреү мәктәбенең тарихы

үҙгәртергә

1924 йылда Бөрйән районында башлап асылған дүрт мәктәптең береһе булып Байназар ауылында тәүге совет мәктәбе асыла. Иң тәүләп 12 малай уҡый башлай.

Ырымбур педагогия техникумын тамамлап эшкә килгән Ғаяз Ҡәҙерғолов мәктәптең тәүге уҡытыусыһы һәм беренсе директоры була.

1927 йылдан терәк совет мәктәбе, 1934 йылдан тулы булмаған урта мәктәп, 1936 йылдан ете йыллыҡ мәктәп булып китә. 1943 йылда мәктәп базаһында балалар йорто ойошторола. Унда һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа 800-ҙән ашыу бала тәрбиәләнә.

1946—1947 йылдарҙа мәктәптең яңы бинаһы төҙөлә. 1951 йылдан урта дөйөм белем биреү мәктәбе итеп үҙгәртелә. 1954 йылда урта мәктәптең беренсе сығарылышы була. Мәктәпте тамамлаған ун кешенең һигеҙе юғары уҡыу йортона уҡырға инә. Һуңынан улар Башҡортостанда билдәле кешеләр булып китә:

1959—1960 йылдарҙа ике ҡатлы бүрәнә бина төҙөлә. 1967—1972 йылдарҙа уҡыу-тәрбиә эшендәге уңыштары һәм ҡаҙаныштары өсөн мәктәп ике тапҡыр КПСС Район Комитетының күсмә Ҡыҙыл Байрағы менән бүләкләнә.

Педагогтарҙың уңышлы эшмәкәрлеге өсөн яҡшы шарттар булдырыла. 11 уҡыу кабинеты эшләй, уларҙың 8-е компьютер ҡорамалдары комплекттары менән йыһазландырылған. Бер компьютер класы, өс «Үҫеш Нөктәһе» кабинеты, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, спорт залы, китапхана, ашхана һәм мәктәп яны участкаһы бар.

«Һәләтле балалар» программаһы, «Любизар» хәрби-патриотик клубы, «Йәш юлаевсылар» балалар ойошмаһы (1 — 4 класс), Салауат Юлаев исемендәге (5 — 8 класс), Зәки Вәлиди исемендәге йәштәр ойошмаһы (9 — 11 класс) эшләп килә.

Баскетбол һәм волейбол спорт секциялары, «Ижад Йәйғоро», «Оҫта ҡулдар», "Мауыҡтырғыс грамматика"түңәрәктәре, "шашка, Милли көрәш, еңел атлетика, саңғы, ҡурай, мондарья, ҡурай Ҡәләм түңәрәктәре алып барыла.

Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Роберт Ишдәүләт улы Баязитов исемендәге кубокка, Я. Н. Ғәзин исемендәге Кубокка милли көрәш, физик культура уҡытыусыһы, Филүс Мөбәрәк улы Нурғәлин Кубогына хоккей һәм волейбол буйынса йыл һайын шахмат буйынса турнирҙар үткәреү яҡшы традицияға әүерелде.

2009 йылдың декабренән лидерҙарҙы, таланттарҙы асыҡлау, уҡыусыларҙың интеллектуаль потенциалын асыу маҡсатында «Йылдың иң яҡшы уҡыусыһы» конкурсы үткәрелә. Йыл һайын уҡыусылар Муниципаль предмет олимпиадаларында еңеүсе һәм Республика олимпиадаларында һәм конкурстарында призер була.

Нигеҙ һалынғандан алып мәктәпте 3 меңдән ашыу кеше тамамлай. Шул иҫәптән 34 миҙалға лайыҡ була.

Байназар мәктәбе етәкселәре

үҙгәртергә

Ғаяз Ҡәҙерғолов (1924—1929 йылдар)

К. А. Миндеғолов(1925—1927)

Г. З. Мөхәмәтҡолов ((1927—1930)

Г. Дәүләтшин (1930—1932)

Ф. Ф. Йомағолов(1932—1933)

Н. Г. Йомағолов(1933—1934)

Д. Г. Рахманғолов (1934—1939)

К. Үзбәков (1939)

Ғәлиев Лотфулла Әбсәләм улы (1939—1940). 1901 йылда Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған. 376-сы уҡсылар дивизияһында һуғышҡан. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Рядовой. 1942 йылдың 22 сентябрендә Ленинград өлкәһе, Липки ауылында ерләнгән.

Х. Нуғаева (1940—1942)

Ғүмәрова Мәсхүҙә Арыҫлангәрәй ҡыҙы (1942—1943)

Баязитова Шәфиға (1943—1944)

Л. С. Ишбулатов (1944—1945). 1924 йылда Байназар ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, сержант, 1943 йылда демобилизациялана.

Х. Сәйетов (июнь — август 1945

  • Шәрипов Ғилметдин Ғәйнетдин улы (1945 — 1949) 1916 йылдың 15 июлендә БАССР-ҙың Бөрйән районы Байназар ауыл Советының Яңы Монасип ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы ревоюцияға тиклем һәм унан һуң ваҡ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.1924 йылда вафат була. Әсәһе 1930 йылдан ауыл артелендә эшләй.1926 йылда Ғилметдин Иҫке Монасип мәктәбенә уҡырға бара. 1929 йылда ошо мәктәптең 4-се класын тамамлай һәм Байназар ШКМ-ына уҡырға керә һәм 1932 йылда 7-се класын тамамлай. 1932-33 йылдарҙа Әбделмәмбәттә ауыл китапханаһында эшләй. 1933 йылдың июненән 1937 йылға тиклем Тимер башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1937 — 42 йылдарҙа Яңы Монасип башланғыс мәктәбендә уҡыта. Шунан Совет Армияһы сафына алына. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша 1945 йылға тиклем. 1945 йылда демобилизациянан һуң Байназар 7 йыллыҡ мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә.1950 йылдың мартына тиклем ошо вазифаны башҡара. 1950 йылдың мартынан 1952 йылдың 1 сентябрнә тиклем Байназар мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1952 йылда Темәс педучилищеһының 4 се курсын тамамлай.

Йортбағышев Ноғоман Ишҡыуат улы (1949—1954). 1923 йылда Яңы Собханғол ауылында тыуған. 1915 йылда тыуған. Ишембай районы Маҡар ауылы өлкән лейтенант, 1946 йылда, рядовой. 1946 йылда демобилизациялана.

К. Г. Шәрәфетдинов (1954-1955)

Сәйәхов Шамил Мортаза улы (1955, 1959—1964)

Ҡарамышев Фаяз Шәңгәрәй улы(1956—1957).1915 йылда Ишембай районы Маҡар ауылында 1915 йылда тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, өлкән лейтенант, 1946 йылда демобилизациялана.

М. Г. Туҡтамышев (1957)

Ҡаҙбулатов(1957)

Буранов Мирза Латип улы (1964—1967)

Ҡаһарманов Латиф Абдрахман улы (1967—1972)

Мәғариф хеҙмәткәре. 1972—1977 һәм 1980—1997 йылдарҙа Бөрйән район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Ишбулатов Ғәлимйән Сибәғәт улы (1972—1975; 1979—1985).

РСФСР -ҙың мәғариф отличнигы, СССР-ҙың мәғариф отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы

Баязитов Роберт Ишдәүләт улы (1976—1979; 1985—2004).

Комсомол, партия һәм мәғариф ветераны. 1985—2004 йылдарҙа Бөрйән районы Байназар урта мәктәбе директоры. Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ы мәктәбенең (1988) атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979).

Айытҡолова Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы (2004—2007)

1960 йылдың 10 майында Бөрйән районының Байназар ауылында тыуған. Байназар урта мәктәбен тамамлағандан һуң Башҡорт Дәү әт педагогия институтына уҡырға керә һәм 1984 йылда уны тамамлай.

1984 йылдан Баймаҡ районының Тубин урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы эшен башлай.1993-1999 йылдарҙа уҡытыусы, 2004-07 йылдарҙа Байназар мәктәбенең директоры булып эшләй.

1999—2003 йылдарҙа Мораҙым төп белем биреү мәктәбе директоры, 2007 йылдан башлап Байназар ауыл советы башлығы.

2011 йылдан—Бөрйән районының халыҡты комплекслы социаль хеҙмәтләндереү үҙәге , 2015 йылдан-«Атайсал»-үҙәге директоры.

«Мәғариф адынғыһы» билдәһе менән бүләкләнгән (2007)

Ғәлиуллин Ғәзим Уйылдан улы (2007—2009).

1970 йылдың 21 февралендә Байназар ауылында тыуған. Байназар урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Баһаланмалары — Бөрйән районының администрацияһы Почет грамоталары.(2003,2014,2007,2012) йылдар. В. И. Вернадский исемендәге Бөтә Рәсәй йәш эҙләнеүселәр конкурсының Рәхмәт хаты (2018 йыл), И В Вернадский исемендәге Бөтә Рәсәй 2 региондар араһындағы «Европа-Азия. Офоҡтар асып» ғилми-практик конференцияһының Рәхмәт хаты(2017 йыл), И. В. Вернандский исемендәге Бөтә Рәсәй эҙләнеүселәр конкурсының Рәхмәт хаты(2019 йыл), РФ Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы (2020 йыл). Дәрестән тыш «Ҡурай» дәресе етәксеһе Булараҡ, Ғәзим Уелдан Улы тәрбиәләнеүселәрен был халыҡ музыка ҡоралында уйнарға өйрәтә. 2016—2017 уҡыу йылында уның тәрбиәләнеүселәре зона ҡурайсылар конкурсында 3-сө урынды яулай һәм йыл һайын район конкурсында призлы урындар яулай. Уҡытыусы үҙенең профессиональ кимәлен даими күтәрә. Байназар ҡыуағы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының етәксеһе. РМО ултырыштарында, төрлө семинарҙарҙа ҡатнаша, коллегалары менән эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша. 2018 йылда йыл Уҡытыусыһы 2018 конкурсының муниципаль этабында ҡатнаша, унда 2-се урынды ала. "Иң яҡшы сайт"номинацияһында еңеүсе була. Ул «рус теле һәм әҙәбиәте Йыл Уҡытыусыһы −2018» республика конкурсында ҡатнашыусы.

Шәмсетдинова Резеда Мирза ҡыҙы (2009—2011)

Хәсәнов Альберт Зөфәр улы (2011—2012)

Яҡшыбаева Фәниә Солтангәрәй ҡыҙы(2012)

Баязитов Азамат Роберт улы (2012—2016)

Ҡотлобаев Йәмил Ишбулды улы (2016)

Байназар урта мәктәбе уҡытыусылары

үҙгәртергә

Бөйөк Ватан һуғышына тиклем эшләгән уҡытыусылар (1924—1940 йй.)

үҙгәртергә

Ишҡыуатов Шәриф Хөбөтдин улы.1914 йылда Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған. Рядовой. 1941 йылдың октябрендә хәбәрһеҙ юғала.

Бикә Мырҙағолова (3 март 1923 йыл16 ғинуар 2010 йыл) — уҡытыусы, хеҙмәт һәм тыл ветераны. Башҡортостандың халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.

Ағзам Байназаров (1 декабрь 1920 йыл29 декабрь 2007 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 2-се һәм 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ, «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.

Халиҡ Ҡарағолов —

Бөйөк Ватан һуғышында(1941—1945) ҡатнашҡан Байназар ауылы уҡытыусылары

үҙгәртергә

1.Байназаров Ағзам Мәхәмәт улы (Байназаров Исмәғзам Мәхәмәт улы). Байназар ауылынан. 1921 йылда тыуған. Рядовой. 1946 йылда демобилизациялана.

2. Ғәлиев Лотфулла Әбсәләм улы. Байназар ауылынан. 1901 йылда тыуған. Рядовой. Һуғышта һәләк булған.

3. Дәүләтбирҙин Сәлихйән Хафиз улы. Байназар ауылынан . 1927 йылда тыуған. Гвардия сержанты. 1950 йылда демобилизациялана.

4. Ишбулатов Лотфулла Сибәғәт улы. Байназар ауылынан. 1924 йылда тыуған. Сержант. 1942 йылда демобилизациялана.

5. Ишҡыуатов Шәриф Хөбитдин улы. Байназар ауылынан. 1914 йылда тыуған.1941 йылдың октябрендә хәбәрһеҙ юғала.

6. Маликов Мөжәүир Суфиян улы — Байназар ауылынан.1926 йылдың тыуған йылы. Сержант. 1950 йылда демобилизациялана.

7. Маликова Факиһа Суфиян ҡыҙы. Байназар ауылынан. 1921 йылда тыуған. Рядовой. 1945 йылда демобилизациялана.

8. Ҡарағолов Хәлик Даян улы. Байназар ауылынан. 1921 йылда тыуған. Беренсе лейтенант. 1942 йылда демобилизациялана.

9. Ҡарамышев Фаяз Шәңгәрәй улы. 1919 йылда тыуған. Лейтенант. 1946 йылда демобилизациялана.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эшләгән уҡытыусылар (1941—1945 йй.)

үҙгәртергә

Салауатова Хәсбиямал Сабит ҡыҙы (1921—27.02.1991), мәғариф алдынғыһы. 1939 йылдан Бөрйән районы мәктәптәре, шул иҫәптән 1952—1976 йылдарҙа Байназар урта мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967)

Дәүләтбирҙин Сәлихйән Хафиз улы (26 ғинуар 1927 йыл, Бөрйән районы Байназар ауылы — 16 сентябрь 2017 йыл, Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылы) — педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1969—1987 йылдарҙа Бөрйән районы Иҫке Монасип урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы, директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1982). Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1945). Гвардия сержанты, 1950 йылда демобилизациялана.

Миңдеғолова Мәрхәбә Хәйривара ҡыҙы

Дауытова Бәғиҙә

Ҡарамышева Рәйсә Мәхмүт ҡыҙы

1945—1960 йылдарҙа эшләгән уҡытыусылар

үҙгәртергә

Сөләймәнов Зәки Мөхәмәтвәли улы (12 июнь 1930 йыл — 10 май 2017 йыл) — педагог. БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1977); «Хеҙмәт ветераны» (1984), «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн» (2001) миҙалдары кавалеры

1950-1960 йылдарҙа Байназар мәктәбендә эшләгән уҡытыусылар исемлеге

үҙгәртергә
  • Ҡазбулатов Мөхәмәҙи Әхмәҙи улы — директор, тарих уҡытыусыһы.
  • Яппаров Рәфҡәт Ғәриф улы — завуч, математика уҡытыусыһы.
  • Мусина Роза Муса ҡыҙы — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
  • Малабаева Ғәрифә Муса ҡыҙы — рус теле уҡытыусыһы.
  • Усманова Дания Султан ҡыҙы — рус теле уҡытыусыһы
  • Мызникова Александра Федоровна — математика уҡытыусыһы
  • Мәхмутова Рәйсә Исламғәле ҡыҙы — тарих, география уҡытыусыһы
  • Даминева Маһинур Басир ҡыҙы-башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
  • Зәйнетдинов Абдулла Фәтхулла улы-физика, математика уҡытыусыһы
  • Фазтдинова Рәйсә Мөхит ҡыҙы — физкультура уҡытыусыһы
  • Шагаев Әхмәт Тимерйән улы- башланғыс кластар, башҡорт теле уҡытыусыһы
  • Аҙнабаева Мәсүрә Талип — — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Бикбаева Фәнүзә Хәким ҡыҙы — математика уҡытыусыһы
  • Ғөбәйҙуллина Фатима Хәлил ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Һөйәрғолова Мөслимә Мәхмүтдин ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Сәйетханова Зөфирә Сәйетхан ҡыҙы — биология уҡытыусыһы
  • Абдуллина Шәүрә Абдулла ҡыҙы — биология, география, химия уҡытыусыһы
  • Салауатова Хәсбиямал Сабит ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Ғәлиева Фәрзәнә Лотфулла ҡыҙы — китапханасы
  • Сираева Асия Йәлил ҡыҙы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
  • Һатыбалов Әмир Шәрип улы — математика, физкультура уҡытыусыһы
  • Сурағолов Мотаһар Сәйфи улы — рус теле уҡытыусыһы
  • Шәрипҡолова Мәстүрә Вәлиулла ҡыҙы — өлкән пионервожатая, китапханасы
  • Сәйәхов Шамил Мортаҙа улы — тарих уҡытыусыһы, директор
  • Бикбулатова Сафура Мансур ҡыҙы — башланғыс кластар уҡтыусыһы
  • Нурдәүләтова Шәмсиә Зәйнетдин ҡыҙы — биология уҡытыусыһы
  • Миндеғолова Мәрхәбә Хәйривара ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Буранов Мирза Латиф улы — рус теле уҡытыусыһы
  • Әминева Ғәтифә Зекрия ҡыҙы — математика уҡытыусыһы
  • Ишбулатов Шамил Сибәғәт улы — рус теле уҡытыусыһы
  • Туҡтамышев Мөхәррәм Ғәни улы — тарих уҡытыусыһы
  • Баязитов Роберт Ишдәүләт улы — физика уҡытыусыһы
  • Ғилманова Зәйтүнә Хәйрулла ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Сәғитова Сания Мофаззал ҡыҙы — рус теле уҡытыусыһы
  • Исмәғилев Нәүҙәт — улы-рәсем уҡытыусыһы
  • Тулыбаева Фәриҙә — башҡорт теле уҡытыусыһы
  • Аҙанғолова Сәмиғә Мөхәррәм ҡыҙы — пионервожатый
  • Ҡунаҡбаева Сәғәҙәт Сәлимгәрәй ҡыҙы — математка уҡытыусыһы
  • Мәхмүтов Тимерғәле Хәретдин улы — башҡорт теле уҡытыусыһы
  • Йәғәфәров Сабир Сафуан улы — ауыл хужалығы производствоһы
  • Ишбулатов Ғәлимйән Сибәғәт улы — интернат мөдире
  • Сабитов Хәжғәле Фазулла улы — физкультура уҡытыусыһы
  • Ҡолдәүләтова Шәмсиә Зәйнетдин ҡыҙы — биология уҡытыусыһы
  • Бикбулатова Сафура Мансур ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Шәймәрҙәнова Ғәлиә Ғәлим ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Шәрипов Ғилметдин Ғәйнетдин улы — хеҙмәт уҡытыусыһы.
  • Яфаева Динә Әхмәт ҡыҙы — география уҡытыусыһы.

1961—1991 йылдарҙа эшләгән уҡытыусылар

үҙгәртергә
  • Буранов Мирза Латиф (Ғәбделлатиф) улы 1936 йылдың 14 ғинуарында БАССР- ҙың Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуған. 1943—1954 йылдарҙа Иҫке Собханғол урта мәктәбендә уҡый.1955-1957 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1958—1963 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетында уҡый. 1961 йылда Байназар урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. 1963 йылда Байназар урта мәктәбенең уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары, 1964 йылдың 6 авгусынан 1967 йылдың 21 авгусына тиклем Байназар урта мәктәбе директоры вазифаһын башҡара. 1967—1968 йылдарҙа КПСС- тың Бөрйән райкомында партия аппараты инструкторы булып эшләй. 1968 йылда үҙ теләге менән Байназар урта мәктәбенә уҡытыусы булып ҡайта. 1970 йылда вафат була.

Ҡаһарманов Латиф Абдрахман улы (2 апрель 1936 йыл — 29 декабрь 1999 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре. 1972—1977 һәм 1980—1997 йылдарҙа Бөрйән район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.

● Ҡаһарманова Зәйнәп Алтын ҡыҙы 1937 йылда Ишембай районының Әптек ауылында тыуған. Этҡол урта мәктәбен тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. 1958—1994 йылдарҙа Иҫке Собханғол урта мәктәбендә математика уҡыта. Юғары күрһәткестәре өсөн «Уҡытыусы-методист» һәм " БАССР-ҙың мәғариф алдынғыһы"исемена лайыҡ була. Шулай уҡ «Почет билдәһе» ордены менән бүләкләнә.Хеҙмәт ветераны. Хәҙерге ваҡытта хаҡлы ялда. Иҫке Собханғол ауылында йәшәй (https://burzyanmuseum.jimdofree.com/ветераны-учителя/учителя-орденоносцы/кагарманова-зайнап-алтыновна/Кагарманова(недоступная ссылка) Зайнап Алтыновнаburzyanmuseum.jimdofree.com; Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 29.02.1984 "О награждении медалью «Ветеран труда» — ПРЕЗИДИУМ ВЕРХОВНОГО СОВЕТА БАШКИРСКОЙ АВТОНОМНОЙ СОВЕТСКОЙ СОЦИАЛИСТИЧЕСКОЙ РЕСПУБЛИКИ УКАЗ О НАГРАЖДЕНИИ МЕДАЛЬЮ «ВЕТЕРАН ТРУДА» На основании Указа Президиума Верховного Совета СССР от 18 января 1974 года наградить от имени Президиума Верховного Совета СССР за долголетний добросовестный труд медалью «Ветеран труда»: по Бурзянскому району Старосубхангуловская средняя школа… …36. Кагарманову Зайнаб Алтыновну — учительницу).

Ишбулатов Лотфулла Сибәғәт улы. 1924 йылдың 1 майында Бөрйән районы Байназар ауылында Сибәғәт һәм Гәйшә Ишбулатовтарҙың ғаиләһендә тыуған. Байназар ете йыллыҡ һәм Сәрмән педагогия училищеһын тамамлай. 1940 йылда 16 йәшендә хеҙмәт юлын уҡытыусы булараҡ башлай. Мораҙым һәм Байназар мәктәптәрендә уҡыта,

1942 йылда фронтҡа китә. Курск дуғаһында ҡаты яралана һәм госпиталдәрҙә оҙаҡ дауалана. 1944 йылдын март айында тыуған яғына ҡайтаралар. Ҡайтыуына өс көн үтеүгә партия райкомы уны Байназар мәктәбенә директор итеп тәғәйенләй.

Беренсе бурыс — мәктәптең класс бүлмәләрен йылытыу, уҡытыу-тәрбиә эштәрен тейешле кимәлдә алып барыу өсөн шарттар тыуҙырыу, уҡыуын ташлаған балаларҙы ҡайтанан мәктәпкә йәлеп итеү эштәре була. Кисектергеһеҙ сараларҙы оператив хәл иткәп йәш директорҙы партия райкомы Брәтәк балалар йортона завуч итеп күсерә.

1951—1956 йылдарҙа Ғәлиәкбәр ете йыллыҡ мәктәбендә директор, 1956 йылдан Мәһәҙи мәктәбе мөдире һәм уҡытыусыһы, 1958 йылдан уҡытыуҙан айырылмайынса «Ағиҙел» колхозы парткомы сәркәтибе, 1965 йылдан Байназар урта мәктәбе башланғыс кластары завучы, 1976-77 йылдарҙа Байназар ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй.

Унан инде Байназар урта мәктәбендә военрук булып пенсияга киткәнсе эшләй. Партия Өлкә комитетының Маҡтау грамоталары һәм өҫтәл миҙалы, ике тапҡыр «Һуғышта күрһәткән батырлыҡ өсөн» миҙалына өҫтәп юбилей миҙалдары, II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән. РСФСР мәғариф отличнигы. 1990 йылдын 19 июнендә вафат булған.

Тормош иптәше Зәйтүнә Йәғәфәр ҡыҙы менән алты ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Ишбулатова Зәйтүнә Йәғәфәр ҡыҙы. 1928 йылдың 3 октябрендә Боғаяз районы Аҡкүл ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған.. Башланғыс класты үҙ ауылында, 9-сы класты күрше ауылға йөрөп уҡыған.

Һуғыш ваҡытында уҡытыусылар булмау сәбәпле 10-сы класс булмаған.1945 йылда уҡыуын Өфөлә педучилищела дауам итеп, 1948 йылда тамамлай һәм эшкә Бөрйән районы ҡарамағына ебәрелә. 1948 йылдың 15 авгусынан 1951 йылдың авгусына тиклем Байназарҙа балалар йортонда тәрбиәсе булып эшләй.

1951—1956 йылдарҙа Ғәлиәкбәр ете йыллыҡ мәктәбендә биология, география уҡытыусыһы, 1956—1965 йылдарҙа Мәһәҙей башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы, 1965—1976 йылдарҙа Байназар урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы һәм 1976—1978 йылда тәрбиәсе эшен башҡара. Шунан һуң хаҡлы ялға сыға.

Ғәлина Ғәйшә Ниәтша ҡыҙы (1934) — РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған укытыусыһы

Фәйзуллина Хәжирә Ғимран ҡыҙы

Ҡәҙим Аралбай (тулы исеме — Аралбаев Ҡәҙим Әбделғәлим улы; 1 сентябрь 1941 йыл) — шағир, йәмәғәт эшмәкәре. 1993—2001 һәм 2009—2012 йылдарҙа «Китап» нәшриәтенең баш мөхәррире, директоры. 2002—2008 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының рәйес урынбаҫары. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2011), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1996) һәм әҙәби премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).

Ишбулатов Ғәлимйән Сибәғәт улы1931 йылда Байназар ауылында тыуған. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Оҙаҡ йылдар Бөрйән районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе булып тора.

Абдуллина Шәүрә Абдулла ҡыҙы 1934 йылда Ишимбай ҡалаһында тыуған.1955 йылда Стәрлетамаҡ Дәүләт педагогия институтын тамамлағас Бөрйән районының

Байназар урта мәктәбенә ебәрелә. Биология, химия, география фәндәрен уҡыта. эше өсөн күп наградаларға лайыҡ була. Ишбулатов Ғәлимйән Сибәғәт улы

менән 4 бала үҫтереп, уларға яҡшы тәрбиә биргәндәр. Балалары бөтәһе лә юғары белемле, районда һәм республикала билдәле кешеләр.

Баязитов Роберт Ишдәүләт улы (2 ноябрь 1939 йыл, Бөрйән районы Байназар19 май 2019 йыл, Бөрйән районы Байназар) — комсомол, партия һәм мәғариф ветераны. 1985—2004 йылдарҙа Бөрйән районы Байназар урта мәктәбе директоры. Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ы мәктәбенең (1988) атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979).

Шағаев Әхмәт Тимерйән улы (15.03.1930, БАССР Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылы — сентябрь 1999, Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Байназар ауылы) — Байназар мәктәбе уҡытыусыһы, «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы» знагы, «Лениндың 100 йыллыҡ юбилейы хөрмәтенә», «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.[1]

Шағаева Фәнүзә Хәким ҡыҙы

Шәмиғолов Әхтәм Әхмәт улы

Маликов Зиннур Суфыян улы 1955 йылда Байназар урта мәктәбен тамамлай. 1955—1958 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.1958-59 йылдарҙа тәрбиәсе булып эшләй.1959-1964 йылдарҙа Стәрлетамаҡ Дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетында уҡый.1964 йылдан алып 1999 йылға тиклем

уҡытыу эше буйыса директор урынбаҫары, физика уҡытыусыһы булып эшләй."Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы"исеме,Башҡортостан мәғариф министрлығы почет грамотаһы, район мәғариф бүлегенең грамоталары менән бүләкләнгән.

  • Маликов Ғөзәйер Суфыян улы —тыл һм мәғәриф ветераны, 1929 йылда Байназар ауылында тыуған. Маликов Ғөзәйер Суфыян улы бөтә аңлы ғүмерен хеҙмәткә бағышлаған. Өлөшөнә төшкән көмөш — һуғыш ваҡытында быуын нығытҡан, ауыр эшкә егелгән быуын вәкиле. 7-се синыфты бөткәнсе Байназарҙа укыған, шунан колхозға эшкә сыҡҡан. Ул ваҡытта сит ергә уҡырға ебәрмәгәндәр—ауыл Советынан белешмә бирмәгәндәр. Колхозда төрло эштә эшләгән. Ул вакытта эш хахы —трудодень, ашау яғы ла наҡыҫ. Бесәндә, иген урыуҙа ҡатнашҡан . Ағас ҡырҡҡандарға 400 грамлык хара икмәк тейгән. Колхозда ниндәй эш бар —бөтәһен дә эшләгәндәр. Һугыш йылдарында ауылда балалар йорто булған. Ундағы балаларҙы Стәрлегә уҡырға ебәргәндәр. Атайы булмаһа ла. әсәйең бар тип, уны ебәрмәгәндәр. Ауылдан егермеләп бала Темәс педучилищеһына уҡырга киткән. Интернатта ҡоро карауат, ашарға бер нәмә лә юҡ. Бер литрын 20 һумга ойотҡан ғына һаталар. Уның менән генә көн итеп булмағас, һынау биргәс аслыкҡа түҙмәй ҡайттып та киткәндәр. .Икенсе йылына тағы Темәскә киткән .Уҡып бөтмәҫ борон әрмегә ебәргәндәр. 4 йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас, яңынан барып уҡыуын тамамлап ҡуйған. Ауылда укытыусылар етешмәй. Уны Ямашҡа ебәргәндәр. Уңда бер йыл уҡытҡас, Нәбигә килгән. Үрге Нөгөштә радио юҡ , кәрәсин юҡ, сәғәт юҡ, гәзит юҡ. Ҡояшҡа карап уҡытып булмай, мәктәптә хатта кыңғырау юҡ. Мәктәп аҡсаһына, сәғәте лә, ҡыңғырауы ла булыр тип, будильник алған. Шуның өсөн ауыл Советына саҡыртып 3-4 тапҡыр әрләгәндәр, хөкүмәттең аҡсаһын туҙҙыраһың тип. Бер үҙенә 3 синыф. Урынына кеше табып, Нөгөштән ҡиткән. 30 һумға Нәбигә ярты ставкаға килгән.. Тимерҙә 5 йыл эшләгән. Унан Мораҙымға ебәргәндәр. Мораҙымда 3 йыл уҡытып, 1966 йылда Байназарға ҡайтҡандар ҡатыны менән. 1986 йылға тиклем шунда эшләгән: башланғыс синыфтарҙа уҡытҡан, интернат мөдире булған. Хеҙмәт ветераны . 40 йылға якын хеҙмәт стажы бар.

Сөләймәнова (Маликова) Факиһа Суфиян ҡыҙы. 1921 йылдың 10 февралендә Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған. Ғаиләлә 7 бала була: 5 малай һәм 2 ҡыҙ. Факиһа ғаиләлә иң өлкәне була. Һуғыш алдынан Сәрмән педагогия училищеһын тамамлай, уҡытыусы булып эшләй. 1942 йылдың майында үҙ теләге менән фронтҡа китә. 1-се Белорус фронтының авиация-истребитель полкында ҡоралсы сифатында һуғыша. 1945 йылда демобилизациялана. Һуғыштан һуң педагогик эшмәкәрлеген Байназар мәктәбендә дауам итә.2 дәрәжә"Бөйөк Ватан һуғышы"ордены менән бүләкләнгән(1985).Хеҙмәт ветераны.

Маликов Юлай Рамаҙан улы

Маликов Ғөзәйер Суфиян улы-1929 йылда тыуған. Бутән балалар кеуек колхозда ер һөргән һ.б.эштәрҙә ҡатнашҡан.7 класс бөткәс Иҫке-Сөбханғолда, артабан Темәстә уҡыған һәм уҡытыусы булып киткән. Армияла Ырымбур өлкәһендә булған. Унда ул ваҡытта атом ҡоралын һынап ҡарағандар.Ғәзәйер ағай ауырып киткән, сөнки биргән һөттө бутәндәр кеуек эсмәгән. Уҡытыусы булып тәуҙә Ғәлиәкбәрҙә, Ямашта, Нәбиҙә,Мораҙымда,Яумбайҙа , Тимерҙә эшләй.1962 йылда Хәфизә апай менән Байназарға ҡайталар һәм пенсияға тиклем мәктәптә геогафия уҡыта, интернатта тәрбиәсе булыпэшләй.3бала уҫтергәндәр.

Урмансы

Әминева Ғәтифә Зекрия ҡыҙы (3 ғинуар 1937 йыл — 20 ғинуар 1996) — юғары квалификациялы математика уҡытыусыһы. «РСФСФ-ың халыҡ мәғарифы отличнигы» (1972), «Өлкән уҡытыусы» (1977), «БАССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы» (1984)

Һөйәрғолова Мөслимә Мәхмүтдин ҡыҙы —ветеран уҡытыусы. Башкортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.

К. Я. Яйыҡбаевтың «Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре» тигән китапҡа ла уның исеме индерелгән.

Кинйәкаева Хәшиә Мәхмүтдин ҡыҙы

Ғәлиуллина Тайба Зәйнулла ҡыҙы Аҫҡар ауылында тыуған. Байназар урта мәктәбен тамамлаған. Белорет педагогия училищеһын, һуңынан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлай. Утыҙ йыл дауамында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Фиҙәкәр хеҙмәте өсөн КПСС, ВЛКСМ, РОНО һәм РК Союзының күп һанлы Почет грамоталары, БАССР Мәғариф Министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.

1987 йылда Башҡорт АССР-ы Мәғариф Министрлығы бойороғо менән «Өлкән уҡытыусы» исеменә лайыҡ була. Тайба Зәйнулла ҡыҙы үҙенең хеҙмәт һәм педагогик эшмәкәрлеге осоронда үҙ предметын өйрәнеүгә, тыуған яҡҡа мөхәббәтте һәм һаҡсыл мөнәсәбәтте һаҡлауға һәм тәрбиәләүгә һәм кешене шәхес булараҡ тәрбиәләүгә күп көс һала. Ул айырым яуаплылыҡ, намыҫлылыҡ, принципиаллек, иғтибарлылыҡ һәм кешеләргә ҡарата һиҙгерлек менән айырылып тора. Оҙаҡ йылдар һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн СССР Юғары Советы Президиумы исеменән Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Указы менән 1984 йылда "Хеҙмәт Ветераны"миҙалы менән бүләкләнә .

Баязитова Рәшиҙә Кәлимулла ҡыҙы. Баязитова (Сәйфуллина) Рәшиҙә Кәлимулла ҡыҙы 1942 йылдың 14 ноябрендә Ҡырмыҫҡалы районы Малай ауылында фронтовик Сәйфуллин Кәлимулла Файзулла улы ғаиләһендә 5-се бала булып донъяға килгән. 1960 йылда БДУ ның филология факультетының башҡорт -рус бүлегенә уҡырға инә. Университетты тамамлағас , 1965 йылда йүнәлтмә буйынса Белорет районы Сәрмән урта мәктәбенә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы инеп эшкә ебәрелә. 1966 йылдың ғинуарында Бөрйән районы егете Баязитов Риф Ишдәүләт улына кейәүгә сығып, Байназар урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшен дауам итә. 1984 йылда Архангель районына күсеп китә, унда Благовещенка мәктәбенә эшкә урынлаша. Башта рус теле дәрестәрен алып бара. Аҙаҡ рус мәктәптәрендә башҡорт теле дәрестәре индерелгәс, башҡорт теле дәрестәрен бирәләр. "Инйәр "гәзите сыға башлау уның педагогик эшмәкәрлегенә яңы һулыш өҫтәй. "Инйәрҙең " Тулҡын " берекмәһе уның ижад ҡомарын аса. Эше буйынса фекерҙәштәре арта. Мәктәптә эш стажы 35 йыл. Үҙҙәренең биш балалары ла башҡортса уҡый — яҙа беләләр. "Инйәр " гәзитен яратып уҡыйҙар. " Мин йәшәйем " тигән китап сығара. "Башҡортостан — илһам илем " конкурсында 2-се урын ала. 2015 йыл " Инйәр " лауреаты була. Төрлө дәрәжәләге дипломдар, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ була. "Мөхәббәт һәм тоғролоҡ " миҙалы менән бүләкләнә. Уның яратҡан темалары — ғаилә ебе, балалар, тормош, һуғыш осорондағы баласаҡ.

Баязитова Сәмиғә Мөхәррәм ҡыҙы Байназар урта мәктәбендә тәрбиәсе булып эшләй.1963-65 йыадарҙа Өфө педагогия училищеһының музыка бүлегендә уҡый.

Нуриман районында уҡытыусы булып эшләй. 1966—1978 йылдарҙа Әбдельмәмбәт, Аҫҡар урта мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләгән.1978-1982 йылдарҙа

Байназар урта мәктәбендә оҙайтылған көн группаһында тәрбиәсе. 1982—1985 йылдарҙа Нәби, Әбделмәмбәт мәктәптәре тәрбиәсеһе. 1984—1985 йылдарҙа Нәби балалар баҡсаһы мөдире. 1985—1992 йылдарҙа Байназар урта мәктәбендә оҙайтылған көн төркөмө һәм мәктәп яны интернаты тәрбиәсеһе. 30 йыл эш стажы бар.

Баязитов Марс Ишдәүләт улы 1955 йылда Байназар урта мәктәбен тамамлай.1955-57 йылдарҙа балалар баҡсаһында баянист булып эшләй.1957-60 йылдарҙа

Совет армияһында хеҙмәт итә.1960-63 йылдарҙа Байназар урта мәктәбендә йыр, физкультура уҡытыусыһы булып эшләй.

Ҡарағолова Рәйсә Һибәт ҡыҙы 1945 йылдың 1 июлендә Бөрйән районының Әтек ауылында тыуған.1963 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 11-се класын тамамлай .1963 йылдың 28 авгусынында Иҫке Собханғол урта мәктәбенең Әтек филиалына рус теле уҡытыусыһы итеп ебәрелә.1964 йылда Белорет педагогия училищеһына ситтән тороп уҡырға инә һәм 1969 йылда уны тамамлай. Башланғыс кластар уҡытыусыһы специальносын алып сыға.1966 йылдың 15 авгусында Байназар урта мәктәбенә немец теле уҡытыусыһы итеп күсерелә.1978 йылда шул уҡ мәктәптең домоводство уҡытыусыһы итеп күсерелә.1979 йылдың10 ғинуарында ойҙайлы группа тәрбиәсеһе итеп күсерелә. 1983 йылдың10 февралендә мәктәп эргәһендәге интернатына тәрбиәсе итеп тәғәйенләнә.1986 йылдың 13 октябрнән тәрбиәсе һәм немец теле уҡытыусыһы.1991йылдың 2 сентябрнән немец теле уҡытыусыһы итеп күсерелә.1992 йылдың 25 авгусында үҙ теләге менән пенсиға китеү сәбәпле эштән бушатыла.

Кәримов Әбүзәр Һибәт улы

  • Маликов Мөжәүир Суфиян улы (1 июнь 1926 йыл — 7 май 2004 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы һәм совет-япон һуғыштарында ҡатнашыусы, II дәрәжә Ватан һуғышы, Жуков ордендары кавалеры, хеҙмәт ветераны. Байназар ауылында тыуған.1939 йылда Байназар тулы булмаған мәктәбенең 7 класын тамамлаған һәм шул йылы Сәрмән педтехникумына уҡырға ингән. 1940-45 йылдарҙа колхозда эшләй.1945 йылда Японияға ҡаршы һуғышта ҡатнаша .1955 йылда Байназар урта мәктәбенең 10 класын тамамлай.1956-61 йылдарҙа ауыл хужалығы институтын тамамлай. Бөрйән районының"Ағиҙел" колхозында, «Сельхозтехника»-ла инженер булып эшләгән. 1972-91 йылдарҙа Байназар урта мәктәбендә эшләгән.

Наградалары: "Бөйөк Ватан Һуғышы"ордены; «1941-1945 йылдар» миҙалы; Хеҙмәт батырлығы өсөн"миҙалы; В И Лениндың 100 йыллығына арналған миҙал, туғыҙ төрлө юбилей миҙалдары, почет грамоталары.

Наградалары:

1. «Ватан һуғыш» ордены

2. «Почёт Билдәһе» ордены

3."1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн" миҙалы

4. «Праганы азат иткән өсөн» миҙалы

5. «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

6. Жуков миҙалы

7. «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (оҙаҡ йылдар дауамында намыҫлы хеҙмәте өсөн)

8. Юбилей миҙалдары: Еңеүҙең 20 йыллығы; Еңеүҙең 30 йыллығы; Еңеүҙең 40 йыллығы; Еңеүҙең 50 йыллығы; Еңеүҙең 60 йыллығы; Еңеүҙең 65 йыллығы; Ҡораллы көстәрҙең 50 йыллығы; Ҡораллы көстәрҙең 60 йыллығы; Ҡораллы көстәрҙең 70 йыллығы.

Баязитова Әминә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы (17 декабрь 1946 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны. Рәсәйҙең мәғариф отличнигы һәм Рәсәй Федерацияһының почётлы мәғариф хеҙмәткәре, уҡытыусы — методист, юғары категориялы уҡытыусы.

Муллағолов Марат Ғизетдин улы 1940 йылдың мартында Аҡбулат ауылында тыуған, РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Әтек, Байназар, Иҫке Монасип, Яуымбай, Әбделмәмбәт мәктәптәрендә уҡытыусы, директор урынбаҫары, ойоштороусы булып эшләгән. Уҡыусыларҙа халҡыбыҙ тарихына, этнографияһына, йәнтөйәгебеҙ тәбиғәтенә, әҙәбиәткә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан һәм һөйөү тәрбиәләгән остаз, байтаҡ мәҡәләләр авторы.

Алтынбаева Зәйтүнә Хәйрулла ҡыҙы

Салауатова Фәрзәнә Рамаҙан ҡыҙы 1949 йылда баймаҡ районының Байым ауылында тыуған. Сибай педучилищеһын тамамлағандан һуң Бөрйән районының Ҡурғашлы башланғыс һәм Байназар урта мәктәптәрендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй.1990 йылда Башҡорт Дәүләт педагогия институтын ситтән

тороп тамамлай. Рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә."Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы"(2004), «Рәсәй Федерацияһының мәғариф адынғыһы»

(1995).

Хисмәтуллина Хөрмә Балапан ҡыҙы 1949 йылдың 2майында Әбйәлил районының Таштимер ауылында тыуған.1966 йылда Таштимер урта мәктәбен тамамлаған

Шул йылда Өфөнөң 100-сө мәктәбендә педагогик класында бер йыл уҡып уҡып старший пионервожатый һөнәрен үзләштереүе тураһында танытма ала. Ике йыл

тыуған мәктәбендә пионервожатый булып эшләй. Артабан Йәлембәт башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.1971 йылда Бөрйән районының Курғашлы

башланғыс мәктәбендә эш башлай.1972-75 йылдарҙа Магнитогорск педучилищеһын ситтән тороп тамамлай.1975 йылда Байназар урта мәктәбендә башланғыс кластар

уҡытыусыһы булып эш башлай .1980 йылда Стәрлетамаҡ пединститутына ситтән тороп уҡырға инә һәм 1986 йылда тамамлай."Педагогика и методика начального обучения"специальносын үҙләштерә һәм пенсияға сыҡҡасы ошо мәктәптә эшләй .Дөйөм педстажы 40 йыл. Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығының «Почет грамота» һы менән бүләкләнгән.(1998)

Иманғолова Зөләйха Сәхи ҡыҙы (7.04.1948 йыл Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Байназар ауылы) — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны.

Исламғолова (Ҡаһарманова) Сәлимә Таштимер ҡыҙы (7.03.1952 йыл, Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы) — Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәйҙең хеҙмәт ветераны. (Викидәреслектә [2]

● Рафаэль Фазлетдин улы (1. 01.1947 йыл Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Байназар ауылы) —Байназар мәктәбе уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны. [3]

Сураҡова Фәрхәнә Ниғәмәт ҡыҙы (23 февраль 1950 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1998), Рәсәй Федерацияһы Президентының «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты гранты конкурсы еңеүсеһе (2006).

Салауатова Рәмилә Фәхретдин ҡыҙымәғариф хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2009).

Мөхәмәтйәнов Бүләкбикә Зәкир ҡыҙы

  • УРАЗАЕВА (Ғәлиуллина) Рәмзиә Ғилметдин ҡыҙы 1949 йылдың 16 авгусында БАССР-ҙың Бөрйән районының Исламбай ауылында тыуған. 1972 йылда Башҡорт Дәүләт университетын тамамлаған (Өфө, 1972). 1972 йылдан алып математика уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта Аҫҡар урта мәктәбенең комсомол уҡытыусылар ойошмаһы секретары. 1974 йылдан алып Тимер һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең уҡыу өлөшө буйынса директор урынбаҫары. 1975 Йылда Байназар урта мәктәбе, 1989—2007 йылдарҙа Тимер урта мәктәбе уҡытыусыһы. «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» (2003), «РӘСӘЙ Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре» (2005) билдәләре менән бүләкләнгән.

Мырҙағолова Роза Хәләф ҡыҙы 1947 йылдың 16 февралендә Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң бер йыл Ырғыҙлы 8 йыллыҡ мәктәбендә немец теле уҡытыусыһы булып эшләй.

Һуңынан БДУ-ның роман-герман филологияһы факультетына уҡырға инә. 1972 йылда немец теле уҡытыусыһы дипломы менән үҙ районына ҡайта. Хеҙмәт юлын Байназар урта мәктәбендә дауам итә. Пенсияға сыҡҡанға тиклем немец һәм инглиз телдәре уҡытыусыһы булып эшләй. Профсоюз һәм комсомол ойошмалары лидеры, завуч — ойоштороусы була. Күп йылдар райондан тыш киң дәирәлә билдәле мәктәп бейеү ансамбле менән етәкселек итә.

Уның сығарылыш уҡыусылары район һәм республика сиктәрендә лә, унан ситтә лә күп тармаҡтарҙа уңышлы эшләй. Район һәм ауыл советы депутаты итеп һайлана. Башҡортостан республикаһы мәғариф Министрлығының грамотаһы менән бүләкләнә, « Башҡортостан Республиканың мәғариф алдынғыһы» билдәһе менән бүләкләнә. Дөйөм педагогик стажы 36 йыл.

Пенсияға сыҡҡас 2010—2012 йылдарҙа Өфөләге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында экскурсовод булып эшләй. Әлеге ваҡытта Байназар хакимиәте ҡарамағындағы ветерандар советың ағзаһы булып тора. Бөйөк Ватан Һуғышында ҡатнашыусылар, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балалары тураһында материалдар йыйыуҙа ҡатнаша .

Башҡортостан Республикаһының Ветерандар Советының «Ветерандар хәрәкәтен үҫтереүгә булышлыҡ иткән һәм индергән өлөшө өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Ире Мырҙағолов Таһир менән бергә 3 ул тәрбиәләй, бөтәһенә лә юғары белем бирә.

Шәрипова Зәкиә Әкрам ҡыҙы 1947 йылдың 15 ғинуарында Әбйәлил районының Амангилде ауылында тыуған.1954-1960 йылдарҙа Абзаҡ ете йыллыҡ мәктәбендә,

1961—1964 йылдарҙа Өфө интернат мәктәбендә уҡыған.1964-1968 йылдарҙа Магнитогорск пединститутының физика-математика факультетында математика уҡытыусыһы

специальносын алып сыға.1968 −1970 йылдарҙа Әбйәлил районының Байым урта мәктәбендә,1971-1973 йылдарҙа Абзаҡ урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләгән.1973-1975 йылдарҙа Магниторск металлургия комбинатында эшләп ала.1975-2006 йылдарҙа Бөрйән районының Байназар урта мәктәбендә математика һәм технология уҡытыусыһы булып эшләй.2006 йылдан хаҡлы ялда. Байназар ауылында йәшәй.

Нурдәүләтова(Тимербаева) Асия Солтангәрәй ҡыҙы 1948 йылдың 28 ғинуарында Иҫке Мөсәт ауылында тыуған. Күптә тормай Тимербаевтар ғаиләһе Ғәҙелгәрәй ауылына күсеп йәшәй башлай, нәҡ ошо ауылда Асия Солтангәрәй ҡыҙының бала саҡ йылдары үтә.Иҫке Собханғол урта мәктәбен уңышлы тамамлағандан һуң,1967 йылда Стәрлетамаҡ Дәүләт педагогия институтының филология факультетына укырға инә.1972 йылда рус теле һәм әҙәбиәтә,башкорт теле һәм әҙәбиәте һөнәрҙәрен алып, уҡыу йортон уңышлы тамамлап сыға.1972 йылдан Байназар урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә башлай. Байтаҡ йылдар рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе була. Уҡытыусылар коллективында, ата-әсәләр, ауылдаштар араһында ҙур абруй ҡаҙана. Эшләү дәүерендә әүҙем ойоштороусы, агитатор, пропагандист,16 йыл партия ойошмаһының секретары ла була. Уҡыусылар менән бергә ул бер нисә йыл Бөрйән урмансылығының Ағиҙел филиалы питомнигында үҫентеләр ҡарай һәм Урман хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.Асия Солтангәрәй ҡыҙына үҙенең тырыш хеҙмәте өсөн "РСФСР мәктәптәренең халыҡ мәғарифы отличнигы"исеме бирелә.

Нурдәүләтов Муса Ишбулды улы 1982—2000 йылдарҙа Байназар урта мәктәбендә, Ҡурғашлы төп белем биреү мәктәбендә технология һәм черчение уҡытыүсыһы булып эшләй. 1985-88 йылдарҙа Сибай педучилищеһында ситтән тороп уҡып, технология һәм черчение уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә.

Салауатова Минзәлә Ғәле ҡыҙы

Сәғитова Гөлшат Самат ҡыҙы

Науразбаева Нәсимә Әхмәҙиә ҡыҙы 1956 йылдың 1 февралендә Бөрйән районының Байназар ауылында тыуған.1973 йылда Байназар урта мәктәбен тамамлай һәм Стәрлетамаҡ Дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға керә.1978 йылда уны тамамлай һәм Ырғыҙлы урта мәктәбенә физика уҡытыусыһы итеп ебәрелә.1979 йылда Байназар мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эш башлай һәм пенсияға сыҡҡансы шунда эшләй. БАССР-ҙың мәғариф министрлығының һәм мәғариф, юғары уҡыу йорттары һәм фәнни учреждениялар эшсәндәре профсоюзының өлкә комитеты Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.(23.06 1988) Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы.(11 06 1996)

Идалина Зөлфиә Хәйрулла ҡыҙы

Даутова Рәшиҙә Сәғәҙи ҡыҙы Бөрйән районының Байназар ауылында 1947 йылдың 7 июлендә тыуған. Байназар мәктәбенең 7 класын тамамлағандан һуң Белорет

педучилищеһына уҡырға керә һәм уны тамамлап тыуған мәктәбенә эшкә ҡайта. Артабан Бөрө педагогия институтын тамамлап химия һәм биология уҡытыусыһы

дипломы менән Байназар урта мәктәбендә пенсияға сыҡҡансы эшләй. Уның хеҙмәте "Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы"знагы менән билдәләнгән.

Ишмөхәмәтова Роза Зәки ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы.

1957 йылдың 22 февралендә Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Ғәлиәкбәр 8 йыллыҡ мәктәбен тамамлағас Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. 1972—1976 йылдарҙа училещела белем алып тыуған районына ҡайта. 1976 йылда Яуымбай башланғыс мәктәбендә уҡыта башлай.

1979 йылдан хеҙмәт юлын Байназар урта мәктәбендә дауам итә. 1977—1983 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының педагогика һәм башланғыс белем биреү методикаһы факультетында педагогик белемен камиллаштыра. Уҡыусылары тырышып уҡыуы, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуы менән айырылып тора. Район буйынса предмет олимпиадаларында уның һәр сығарылыш уҡыусылары призлы урындар яулай. «Йәншишмә» гәзитенең әүҙем хәбәрселәре лә улар була, шиғыр- мәҡәләләре гәзит биттәрендә баҫылып бара.

Роза Зәки ҡыҙы байтаҡ йылдар мәктәптең ата-әсәләр комитеты менән етәкселек итә, башланғыс синыфтарҙың методик берекмәһе етәксеһе була. Был берекмәгә ҡараған Байназар, Яуымбай, Мәһәҙей, Һарғая, Мораҙым, Ҡурғашлы мәктәбе укытыусылары уҡытыу-тәрбиә эшендә һөҙөмтәле эшләй, әүҙемлектәре менән айырылып тора.

Күп йылдар буйына йыйылған эш тәжрибәһе менән райондың башланғыс синыф уҡытыусыары алдында ижади отчет менән сығыш яһай. Уның эш алымын башҡа хеҙмәттәштәренә өйрәнергә тәҡдим ителә.

Район уҡытыусылары бәйгеһендә 2-се урын яулай. Ике тапҡыр Башҡортостан мәғәриф министрлығының, Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең, Рәсәй федерацияһының фән һәм мәғәриф министрлығының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Исеме «Заслуженные люди Республики Башкортостан» китабына индерелгән. 2000 йылда «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» исеме бирелә. 37 йыл башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.

Ҡотлобаева Көнһылыу Зәки ҡыҙы (13 март 1956 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны. Юғары категориялы биология уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004) һәм мәғариф алдынғыһы (1998), «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты гранты конкурсы еңеүсеһе (2011). 2015 йылдан Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире, 2016 йылдан Бөрйән вики-клубы етәксеһе.

Муллағолов Ильяс Мәхмүтдин улы

Мөхәмәтйәнов Мәүлет Рысйән улы

Йәмилев Варис Мәжит улы

Йәмилева Вәсилә Әмир ҡыҙы

Аҙанғолова Светлана Мәхмүт ҡыҙы

Ҡарағолова Фәимә Фәхрәзи ҡыҙы

Әхмәтова Гүзәл Зиннәт ҡыҙы

Ишбаева Фәнүзә Рәжәп ҡыҙы 1953 йылдың 11 февралендә Белорет районының Үрге Әүжән ауылында тыуған.1973 йылда Белорет педучилищеһын тамамлаған.

1999 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған.1972 йылда Байназар урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлаған.1976 йылдың 1 авгусынан тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары һәм башҡорт теле уҡытыусыһы.1984 йылдан1987 йылға тиклем «Ағиҙел» колхозының

Мәһәҙей бригадаһының бригадиры итеп тәғәинләнә.1988 йылдың 1 июленән Мәһәҙей башланғыс мәктәбен етәкләй Шул уҡ йылдың 1сентәберенән-башланғыс.. кластар уҡытыусыһы.1994йылдан башлап 2001йылға тиклем Мәһәҙей төп белем биреү мәктәбә директоры,ә 2021йылдан-башланғыс кластар уҡытыусыһы.2002 йылдың сентяберенән 2003 йылдың апреленә ҡәҙәр- Ҡолғана дөйөм белем биреү мәктәбе директоры.2003 йылдан 2008 йылға тиклем-Мәһәҙей мәктәбендә башланғыс кластар укытыусыһы. Шул ваҡыттан алып хаҡлы ялда. КПССтың Өлкә комитетының Почет грамотаһы (1989),Мәғариф һәм фән министырлығының Почет грамотаһы(2007),Байназар ауыл администрацияһының,"Таң" гәзите редакцияһы грамоталары менән бүләкләнгән. Байназар ауылының «Ҡурыуҙы» ансамбеленең актив ҡатнашыусыһы.

Айытҡолова Зөһрә Әхмәҙиә ҡыҙы 1960 йылдың 10 майында Бөрйән районының Байназар ауылында тыуған. Байназар урта мәктәбен тамамлағандан һуң Башҡорт Дәү әт педагогия институтына уҡырға керә һәм 1984 йылда уны тамамлай.

1984 йылдан Баймаҡ районының Тубин урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы эшен башлай.1993-1999 йылдарҙа уҡытыусы, 2004-07 йылдарҙа Байназар мәктәбенең директоры булып эшләй.

1999—2003 йылдарҙа Мораҙым төп белем биреү мәктәбе директоры, 2007 йылдан башлап Байназар ауыл советы башлығы.

2011 йылдан—Бөрйән районының халыҡты комплекслы социаль хеҙмәтләндереү үҙәге , 2015 йылдан-«Атайсал»-үҙәге директоры.

«Мәғариф адынғыһы» билдәһе менән бүләкләнгән(2007)

Яҡшыбаева Фәниә Солтангәрәй ҡыҙы 1960 йылдың 15 авгусында Байназар ауылында донъяға килә.1977 йылда Байназар мәктәбен тамамлағас, сығарылыш кисәһенең икенсе көнөнә үк, балалар баҡсаһына ваҡытлыса эшкә сыға. Ошо йылдың 28 авгусынан мәктәптә химия, биология кабинеттарының лаборанты булып эш башлай.

Ситтән тороп БДУ-ның филология факультетына уҡырға инә, яйлап, уҡытыусылыҡ эшенә күсерелә. Ул йәмғиәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. 1998 йылда Фәниә Солтангәрәй ҡыҙы Яуымбай урта мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә. Ул директор булып эшләгән дәүерҙә Яуымбай мәктәбе алдынғылар рәтендә була, мәктәп яны баҡсаһында мул уңыш үҫтереү, сувенирҙар эшләү, фәнни-тикшеренеү эштәрен ойоштороу буйынса районда ғына түгел, республика кимәлендә лә билдәлелек яулай.

Мәктәп 3 йыл рәттән яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса алдынғы урынға сыға, етештергән сувенирҙарын рекламалау аша, райондан ситтә лә һатып, табыш алыуға өлгәшә һәм кабинеттарҙы йыһазландырыуға, уҡыусыларға кәрәк-яраҡ әйберҙәр алына.

Районда беренселәрҙән булып, мәктәп компьютерҙар менән йыһазландырыла, уҡытыусылар документтарҙы, тикшеренеү эштәрен принтерҙа баҫып сығарып, конкурстарҙа алдынғы урындарҙы яулайҙар. Хәҙер былар һәр мәктәп өсөн дә ғәҙәти эш кеүек тойолһа ла, ул заманда башҡа мәктәп уҡытыусыларын шаҡ ҡатырған эштәр булды. Төрлө конкурс, конференцияларҙа, йәрминкәләрҙә Яуымбай мәктәбенең күргәҙмәләре иң шәптәрҙән һаналды.

1999 йылда Яуымбай мәктәбе «Һомай» республика фольклор байрамында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Россия Федерацияһы мәғариф министрлығы Башҡортостан Республикаһының Уҡыусы йәштәр мәҙәниәте үҙәгенең Почет Грамотаһына лайыҡ була.

2001—2009 йылдарҙа Фәниә Солтангәрәй ҡыҙы Ҡурғашлы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, пионервожатый булып эшләй. Үҙ эшенә бирелеп, еренә еткереп, тырышып эшләй ул. Уның уҡыусылары төрлө ярыш-конкурстарҙа, олимпиадаларҙа алдынғы урындарҙы яулай.

2005 йылда уҡыусыһы Шәрәфетдинова Фирүзә районда «Урал батыр» эпосы буйынса үткәрелгән конкурста Гран при яулап, республика кимәленә сыға, ундә 3-сө урынды яулай. Уҡытыусыларҙың бер төркөмө менән үҙе лә тикшеренеү эштәрендә ҡатнашып, мәғариф министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ була.

2009 йылдан Фәниә Солтангәрәй ҡыҙы тыуған мәктәбенә ҡайтып, уҡытыусы, пионервожатый вазифаларын башҡара. Ниндәй генә эште башҡарһа ла, уға тырышлыҡ, ихласлыҡ, тәүәккәллек, талапсанлыҡ хас.

Уның дөйөм эш стажы — 38 йылдан ашыу, педагогик стажы — 30 йыл. Фәниә Солтангәрәй ҡыҙының хеҙмәте күп маҡтау, рәхмәт ҡағыҙҙары, грамоталар менән баһаланған.

2015 йылдан хаҡлы ялда, ләкин уға тыныс ҡына ял итергә ирек бирмәйҙәр. Уның тырыш, һәр эшкә яуаплы ҡарауын белеп, тағы ла 2015 йылдың декабрендә Байназар ауылы ҡатын-ҡыҙҙар рәисе итеп һайлап ҡуялар. Бөгөнгө көндә лә ең һыҙғанып ошо эштә эшләп йөрөй

Ҡарағолова Фәйрүзә Хәмзә ҡыҙы (18 май 1964 йыл) — педагог, Бөрйән районы Байназар урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы. Башҡортостан

Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2010).

Шамсутдинова (Буранова) Резеда Мирза ҡыҙы Бөрйән районының Байназар ауылында тыуған. Байназар урта мәктәбен тамамлағандан һуң Башкорт Дәүләт

педагогия институтын тамамлай. Эш юлын Республика сәнғәт мәктәп-интернатында башлай.1990 йылдан Байназар урта мәктәбенең башланғыс кластар

уҡытыусыһы .Уның хеҙмәте мәғариф министрлығының Почет грамоталары,Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институтының грамотаһы

менән бүләкләнгән. Башҡортостан мәғариф министрлығы отличнигы. Рәсәй феддерацияһының дөйөм белем биреү почетлы эшмәкәре.

1992—2023 йылдарҙа эшләгән уҡытыусылар

үҙгәртергә
  • Ғәлиуллин Ғәзим Уйылдан улы1970 йылдың 21 февралендә Байназар ауылында тыуған. Байназар урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Баһаланмалары — Бөрйән районының администрацияһы Почет грамоталары.(2003,2014,2007,2012) йылдар. В. И. Вернадский исемендәге Бөтә Рәсәй йәш эҙләнеүселәр конкурсының Рәхмәт хаты (2018 йыл), И В Вернадский исемендәге Бөтә Рәсәй 2 региондар араһындағы «Европа-Азия. Офоҡтар асып» ғилми-практик конференцияһының Рәхмәт хаты(2017 йыл), И. В. Вернандский исемендәге Бөтә Рәсәй эҙләнеүселәр конкурсының Рәхмәт хаты(2019 йыл), РФ Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы (2020 йыл). Дәрестән тыш «Ҡурай» дәресе етәксеһе Булараҡ, Ғәзим Уелдан Улы тәрбиәләнеүселәрен был халыҡ музыка ҡоралында уйнарға өйрәтә. 2016—2017 уҡыу йылында уның тәрбиәләнеүселәре зона ҡурайсылар конкурсында 3-сө урынды яулай һәм йыл һайын район конкурсында призлы урындар яулай. Уҡытыусы үҙенең профессиональ кимәлен даими күтәрә. Байназар ҡыуағы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының етәксеһе. РМО ултырыштарында, төрлө семинарҙарҙа ҡатнаша, коллегалары менән эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша. 2018 йылда йыл Уҡытыусыһы 2018 конкурсының муниципаль этабында ҡатнаша, унда 2-се урынды ала. "Иң яҡшы сайт"номинацияһында еңеүсе була. Ул «рус теле һәм әҙәбиәте Йыл Уҡытыусыһы −2018» республика конкурсында ҡатнашыусы
  • Ғәлиуллина Айгөл Әнүәр Әбйәлил районының Байым ауылында 1971 йылдың 20 маенда тыуған .1988 йылда 10 -сы класты тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башланғыс кластар факультетына уҡырға ингән. 1992 йылды тамамлап Бөрйән районының Яуымбай мәктәбендә үҙемдең хеҙмәт юлын башлаған. Байназар мәктәбендә 1998 -се йылдан башланғыс кластар уҡытыусыһы. .Бүләкләүҙәр тураһында мәғлүмәттәр: Бөрйән районы Муниципаль районы Хакимиәтенең МКУ РОО Почет грамотаһы −2002, 2004, 2007 йылдар. Башҡортостан республикаһы мәғариф министрлығының Почет грамотаһы-2014 йыл .Дөйөм эш стажы 31 йыл, юғары квалификациялы уҡытыусы.

Баязитова Рәсимә Рауил ҡыҙы (27 март 1975 йыл) — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Ҡыуандыкова Гүзәл Ринат ҡыҙы 1986 йылдың 1 июнендә Мәләүез ҡалаһында тыуған, Әсәһе Рәүилә Сәлимйән ҡыҙы Мәләуз ҡалаһыныҡы, атаһы Галин Ринат Байназар ауылы егете. Ғаиләлә 5 бала була. Гүзәл 6 йәштән 1992 йылда Байназар мәктәбенә уҡырға бара. 9 класты тамамлағас Сибай педагогия колледжына уҡырға инә. 4 йыл уҡығандан һуң тыуған Байназар мәктәбенә эшкә ҡайта. Ситтән тороп Магнитогорск дәүләт университетында юғары белем ала. Бер ул һәм ҡыҙ тәрбиәләй.

2020 йылда 600 мең грант ала.

Аратова Гөлсинә Фазыл ҡыҙы, юғары категориялы уҡытыусы, хеҙмәт ветераны.

Ейәнсура районының Таҙлар ауылында 1 август 1955 йылда тыуған. 1 се кластан 8 класҡа тиклем белемде Таҙлар урта дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡый. 8-10 кластарҙы данлыҡлы 1 — се мәктәп-интернатта, хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһында белем ала.

1972 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының француз-немец бүлегенең сит телдәр факультетына уҡырға инә һәм 1977 йылда юғары белемле белгес булып, ҡулына диплом ала. Йәш белгес эш юлын Бөрйән районының Байназар урта мәктәбендә башлай. 1977—1986 йылдарҙа немец теле уҡытыусыһы булып эшләй. Мәктәптең йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша. Комсомол ойошмаһы секретары, партия ойошмаһының секретары булып эшләй. Юғары ойоштороу һәләтенә эйә булған, хеҙмәткә етди ҡараған Гөлсинә Фазыл ҡыҙын, 1985—1986 уҡыу йылында мәктәптең тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары булып тәғәйенләнә.

1987 йылда йәш ғаилә Бөрйән районы Аҫҡар ауылына күсә. 1987—1995 йылдарҙа Бөрйән районы Аҫҡар урта мәктәбендә тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары, рус теле һәм әҙәбиәте, немец теле уҡытыусыһы булып эшләй.

1995 йылда ғаилә менән Ейәнсура районы Таҙлар ауылына күсә һәм хеҙмәт юлын ошо ауылдың мәктәбендә дауам итә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Таҙлар урта дөйөм белем биреү мәктәбендә тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары, немец теле уҡытыусыһы булып эшләй.

Гөлсинә Фазыл ҡыҙы йәмәғәт эштәрендә лә, район, мәктәп тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Һәр бер эшкә яуаплы ҡарай, ниндәй генә эште ҡулына алһа ла, еренә еткереп, атҡарып сыға. 25 йылдан ашыу тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары вазифаһын ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. 2000—2010 йылдарҙа район тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫарҙарының район методик берекмәһен етәкләй.

Гөлсинә Фазыл ҡыҙы 35 йыл эшләү дәүерендә күптәргә ҡанат ҡуя, өлкән дуҫына әйләнә, ысын мәғәнәһендә бала күңеленә, шағир теле менән әйткәндә, «һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һала»

Сәғитова Гүзәл Хәләф ҡыҙы. 19 июль 1970 йыл Иҫке Собханғол ауылында тыуған.11 се класты тамамлағас Стәрлетамаҡ дәүләт педагогик инстиутының физика-математика факультетына уҡырға индем. (1987—1992). 1992 йылдан Мәһәҙей мәктәбендә физика, математика уҡытыусыһы, уҡытыу — тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары булып эшләгән. 2014 йылда Байназар мәктәбендә математика уҡытыусыһы , 2015—2022 уҡыу йылдарында уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары . 2022—2023 уҡыу йылынан физика уҡытыусыһы булып эшләп йөрөй.

●Алтынбаева Рәсимә Әнүәр ҡыҙы

Сөләймәнова (Хисматуллина) Лиә Зәки ҡыҙы(17.02.1962) Бөрйән районы Нәби ауылында тыуған. Нәби, Байназар мәктәптәрендә урта белем алған, 1984 йылда БГПУ-ның физика-математика факультетын тамамлаған.

1984—1985 йылдарҙа Шишмә районы Суҡраҡлы мәктәбендә, 1988—1989 йылдарҙа Яңы Собханғол мәктәбендә, 1989—2009 йылдарҙа Ҡурғашлы мәктәбендә, 2009—2010 йылдарҙа Нәби мәктәбендә, 2010—2016 йылдарҙа Байназар мәктәбендә эшләгән.

Рәсәй Федерацияһы Президентының «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты гранты конкурсы еңеүсеһе (2009).

Газин Йәҙгәр Кәбир улы

Байназарова Ғәзимә Ғалиулла ҡыҙы 1969 йылда Байназар ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ Дәүләт педагогия институтын филология факультетын тамамлаған.Үҙенең хеҙмәт юлын Ҡурғашлы тулы булмаған мәктәбендә башлаған. Уҡыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән. 2009 йылда Курғашлы мәктәбенең үҙгәртелеүе арҡаһында Байназар урта мәктәбенә директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары итеп күсерелә. Эшендәге яҡшы күрһәткестәре өсөн Мәгариф министрлығының Почет грамотаһы, Бөрйән районы администрацияһының,мәғариф бүлеге дипломдары, грамоталары менән бүләкләнгән.

Газина Рәфисә

  • Мәсәғүтова(Салауатова) Гөлкәй Ғәлимйән ҡыҙы 1969 йылдың 22 ноябрында Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған.1975 йылдың 1 сентябрында Аҫҡар урта мәктәбенә 1-се класҡа уҡырға барған.1980 йылда 6 класҡа Байназар урта мәктәбенә уҡырға килгән.1986 йылда мәктәпте уңышлы тамамлап, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға ингән.1991 йылда филология факультетын тамамлап, районға эщкә ҡайта.1991-1995 йылдарҙа Ҡурғашлы тулы булмаған урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, урыҫ теле һәм әҙәбиәте фәндәренән уҡыта, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй.1995 йылдың аҙағында Байназар урта мәктәбенә күсеп, тарих, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте дәрестәрен алып бара.1996 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Оҙаҡ һәм намыҫлы хеҙмәт өсөн мәктәп, район,Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының Почет Грамоталары менән бүләкләнгән. Мәсәғүтов Рафиҡ Баязит улы менән ғаилә ҡороп , 2 бала үҫтергәндәр. Гөлиә БГПУ -ның геграфия факультетын тамамлап, уңышлы эшләп йөрөй. Айтуған М.Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театрында хеҙмәт юлын башлаған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә