Иманғолова Зөләйха Сәхи ҡыҙы
Иманғолова Зөләйха Сәхи ҡыҙы (7.04.1948 йыл Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Байназар ауылы) — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны.
Иманғолова Зөләйха Сәхи ҡыҙы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
уҡытыусы |
Наградалары һәм премиялары |
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны |
Биографияһы
үҙгәртергәИманғолова Зөләйха Сәхи ҡыҙы 1948 йылдың 7 апрелендә Башҡортостандың Бөрйән районы Байназар ауылында ябай колхозсы ғаиләһендә тыуған. Атаһы Зәйнуллин Сәхиулла Рәхмәтулла улы заманына күрә уҡымышлы кеше була. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һуғышсыһы. Әсәһе Хәҙисә бик иртә, Зөләйхаға бер йәш ярым булғанда вафат була.
Зөләйха 1955 йылда Байназар урта мәктәбенең 1-се класына уҡырға бара. Уҡыуға тырыш, һәләтле ҡыҙ мәктәптә уҡығанында теүәл фәндәрҙе үҙ итә, киләсәктә уҡытыусы булырға хыяллана. Предмет олимпиадаларында ҡатнаша, призлы урындар яулай. Спорт ярыштарында ҡатнаша.
1966 йылда, мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. Институтта ла ул үҙен һынатмай. Яҡшы уҡыу менән бер рәттән спорт менән дә шөғөлләнә. Исеме институттың Почёт таҡтаһына индерелә.
1971 йылда институтты уңышлы тамамлап, ҡулына диплом ала. Шул уҡ йылда тыуған районына эшкә ҡайта. Йәш белгесте Байназар урта мәктәбенә математика уҡытыусыһы итеп эшкә тәғәйенләйҙәр. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Байназар мәктәбендә эшләй. Тәүҙә уҡытыусы, аҙаҡ уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары булып эшләй.
1971 йылда класташы, ауылдашы Иманғолов Рафаэль Фазлетдин улы менән бергә донъя ҡоралар. Өс бала тәрбиәләп үҫтереп, белем биреп, үҙ-аллы тормошҡа аяҡ баҫтыралар.
Хеҙмәт ҡаҙаныштары
үҙгәртергә1970 йылдарҙа математиканан яңы дәреслектәргә күсеү башлана. Шуға ла йәш уҡытыусыға йыш ҡына район уҡытыусылары алдында методик докладтар менән сығыш яһарға тура килә. Тырыш, хеҙмәт һөйөүсән педагогтың дәрестәре башынан аҙағынаса уйланылған, белем һәм тәрбиә биреү йәһәтенән юғары кимәлдә булыуы менән айырылып тора. Зөләйха Сәхи ҡыҙы бергә эшләүсе коллегаларына ғына түгел, райондың математика уҡытыусыларына ла эш тәжрибәһен таратыу маҡсатында семинарҙар, асыҡ дәрестәр, предмет буйынса йөкмәткеле саралар үткәрә. Үҙен ысын мәғәнәһендә уҡытыусы-методист итеп күрһәтә.
З. Иманғолованың уҡыусылары район олимпиадаларында призлы урындар яулай һәм республика олимпиадаларында ҡатнаша. Ул уҡытып сығарған укыусылар, математиканан имтиханды уңышлы тапшырып, юғары уҡыу йорттарына инә. Уларҙың 15-е математика укытыусылары булып уңышлы эшләй.
Уҡытыусы булып эшләү дәүерендә Зөләйха Сәхи ҡыҙы талантлы педагог ҡына түгел, ә инициативалы, яҡшы ойоштороу һәләте булған белгес икәнен дә күрһәтә. 1986 йылда уны уҡытыу- тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифала ул 2006 йылда хаҡлы ялға киткәнсе эшләй. Ҙур коллективта уҡытыу-тәрбиә эшен дөрөҫ ойоштороу, методик эш, алдынғы педагогик тәжрибәне өйрәнеү һәм укытыу процесына индереү менән етәкселек итеү, инновацион технологияларҙы өйрәнеү һәм ҡулланыуҙа педагогик хеҙмәткәрҙәргә ярҙам итеү — был эштәрҙе башҡарыу етәксенән төплө белем, ҙур ныҡышмалылыҡ һәм ижади эҙләнеүҙәр талап итә.
З. Иманғолова иң беренсе методик мөйөш төҙөп, һәр уҡытыусы тураһында мәғлүмәт туплай, эш тәжрибәһен өйрәнә. Мәктәптә төрлө дәрес формалары, алдынғы методтар ҡулланыла башлай, балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Был өлкәлә уңыштары булған уҡытыусыларҙың тәжрибәһен таратыу маҡсатында мәктәптә район уҡытыусылыры, мәктәп етәкселәре өсөн төрлө саралар үткәрелеп тора. «Йыл уҡытыусыһы» конкурстарында Байназар мәктәбе уҡытыусылары районда һәм республикала призлы урындар яулайҙар. Былар бөтәһе лә Зөләйха Сәхи ҡыҙының хеҙмәт емештәре.
Ул педагогик коллективты борсоған проблемаларҙы ыңғай хәл итергә тырыша, һәр кем менән уртаҡ тел таба, ыңғай яҡтарын күрә, эшкә дәртләндерә белә. Тырышлығы, булдыҡлылығы, ойоштороу һәләте менән уҡытыусылар, элекке уҡыусылары, йәмәғәтселек алдында абруй ҡаҙана.
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары
үҙгәртергә- РСФСР Мәғариф министрлығы приказы менән РСФСР-ҙың «Халыҡ мәғарифы алдынғыһы» исеме (25.09.1986)
- Башҡорт АССР-ы Мәғариф министрлығы приказы менән «Уҡытыусы-методист» исеме (5.08.1987)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (Указ от 07 июля 2000 года № УП-435
О присвоении Почётного звания «Заслуженный учитель Республики Башкортостан» работникам народного образования)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- «Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районының данлы ҡыҙҙары», 2017.453500 РБ г. Белорецк, ул.50 лет Октября,55/1
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Башкортостан 2021 йыл 3 май архивланған.