Баязитов Риф Ишдәүләт улы
Баязитов Риф Ишдәүләт улы (10 ғинуар 1936 йыл, Бөрйән районы Байназар—1 март 2021 йыл, Архангел районы Липовка ауыл Советы ) — ғалим –агроном, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994 йыл).
Баязитов Риф Ишдәүләт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй СССР |
Тыуған көнө | 10 ғинуар 1936 |
Тыуған урыны |
Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР Байназар, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 1 март 2021 (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Липовка ауыл советы, Архангел районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Байназар |
Һөнәр төрө | агроном |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәБаязитов Риф Ишдәүләт улы 1936 йылдың 10 ғинуарында Бөрйән районының Байназар ауылында тыуған. Ишдәүләт һәм Гызниса Баязитовтарҙың ғаиләһендә улар дүрт ул тәрбиәләнә: Ғаффар, Риф, Роберт, Марс.
Риф Ишдәүләт улы икенсе ул була. Ул тәүге 10 сығарылыш уҡыусыһы араһында Байназар урта мәктәбен тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1954 йылда балалар йортонда өлкән тәрбиәсе булып башлай. Бер йыл эшләгәндән һуң Совет Армияһы сафына хеҙмәткә саҡырыла, Төркөстан хәрби округында сержант, элемтә ротаһы старшинаһы дәрәжәһенә тиклем хеҙмәт итә.
Армия хеҙмәтенән Һуң тыуған Байназар мәктәбенә физкультура һәм хәрби әҙерлек уҡытыусыһы булып ҡайта. Тиҙҙән педагогик коллектив уны комсомол ойошмаһы секретары итеп тәҡдим итә.
Был йылдарҙа илгә ауыл хужалығында квалификациялы кадрҙар етмәй, ауыл хужалығын күтәрергә кәрәк була. 1960 йылда Риф Ишдәүләт улы Башҡортостан ауыл хужалығы институтына уҡырға инә, ғалим –агроном һөнәрен алып уңышлы тамамлай.
1960-65 йылдар ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң тыуған колхозына агроном булып ҡайта. Уны Бөрйән совхозы парткомы секретары итеп күрһәтәләр. 1970 йылдан 12 йыл «Ағиҙел»колхозы рәйесе булып эшләй.
1982 йылда БАССР Ауыл хужалығы министрлығына өлкән агроном итеп күсерелә. Бер нисә айҙан һуң уны орлоҡсолоҡ бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр.
КПСС Үҙәк комитетының 4 ноябрҙәге Указы буйынса, 1983 йылда Архангел районының артта ҡалған Липовский совхозы директоры итеп тәғәйенләнә.
14 йыл директор булып эшләү дәүерендә артта ҡалған совхозды республикала алдынғылар кимәленә сығара. Совхоз төҙөлөш майҙансығына әйләнә. Ауылдар араһында юлдар төҙөлә.
Паром урынына ҙур көс һалып Инйәр йылғаһы аша капиталь күпер төҙөүгә өлгәшә. Йәш белгестәр өсөн йорттар урамы төҙөлә, яңы төҙөкләндерелгән типовой мәктәп , фельдшер пункты, контора, ЦРМ ,икмәкхана, ашхана һәм башҡа бик күп объекттар төҙөлә.
Хатта пенсияға сыҡҡас та уны эштән ебәрмәйҙәр, Архангел һөт заводына генераль директор итеп тәғәйенләйҙәр.
2021 йылдың 1 мартында вафат була.Байназар ауылында ерләнгән.
Наградалары:
үҙгәртергә- 03.11.1967 йылда Октябрҙең 50 йыллығы хөрмәтенә социалистик ярышта колхоздың юғары етештереү күрһәткестәре өсөн Ағиҙел колхозының Почет грамотаһы,
- 03.11.1967 йылда Халыҡ контроле органдары эшендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Бөрйән район халыҡ контроле комитетының Почет грамотаһы,
- 1970 йылдың 21 апрелендә бөрйән район хеҙмәтсәндәр депутаттары советының «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» юбилей миҙалы,
- 1974 Йылдың 12 октябрендә Бөтә Союз ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре Көнө хөрмәтенә юғары етештереү күрһәткестәре өсөн Почет грамотаһы,
- 29.07.1985 йыл оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн хеҙмәт Ветераны миҙалы,
- 10.01.1986 йыл Тыуған көнөнә илле йыл тулыу айҡанлы совхоз производствоһында өлгәшкән уңыштары өсөн Почет грамотаһы,
- 29.06.1991 йыл Инйәр Йылғаһы Аша Күпер төҙөүҙә әүҙем булышлыҡ иткәне өсөн Почет грамотаһы,
- 16.10.1991 йыл ауыл хужалығында күп йыллыҡ емешле эше өсөн БАССР Юғары Советы президиумы Почет грамотаһы менән менән бүләкләнә.
- 19.10.1994 йыл «Башҡортостан Республикаһының Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә.
- 11.11.1994 йыл «ауыл хужалығы өлкәһендә күп йыллыҡ емешле эше Һәм ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре Көнө хөрмәтенә» Архангел районы Хакимиәтенең Почет грамотаһы,
- 10.01.1996 йыл Башҡортостан республикаһы ауыл хужалығы Министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.
- 2020 йыл" Башҡортостандың 100 йыллығына" миҙалы менән бүләкләнә.
- 2015 йылдан Архангел районының Почетлы гражданы,
Ғәиләһе
үҙгәртергәҠатыны Рәшиҙә Кәлимулла ҡыҙы менән 5 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Өлкән ҡыҙы Гөлнара-юғары категориялы педагог, Айнур - «Башҡортостан» БӨТӘ РӘСӘЙ ДӘҮЛӘТ ТЕЛЕРАДИОКОМПАНИЯҺЫ эфир инженеры, Динара-судья ярҙамсыһы,Альберт элемтә буйынса белгес. Баязитовтар 2020 йылдың 8 июлендә Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Рәшиҙә Кәлимулла ҡыҙы 18 йыл Байназар мәктәбендә рус теле уҡытыусыһы, 17 йыл Липовка урта мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы булып хаҡлы ялға сыҡҡан. Ветеран уҡытыусы. Эш стажы—35 йыл.
"Мин йәшәйем» шиғырҙар йыйынтығы сығарған.Башҡортостан мәғариф Министрлығының Почет грамоталары менән бүләкләнгән.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- [1]
- Известные люди Липовского сельского Совета 2023 йыл 27 апрель архивланған.
- О награждении тов. Баязитова Р.И. Почетной грамотой Президиума Верховного Совета Башкирской ССР 2023 йыл 27 апрель архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергәБурзянская энциклопедия-Уфа "Башкирская энциклопедия" 2022