Сөләймәнов Зәки Мөхәмәтвәли улы
Сөләймәнов Зәки Мөхәмәтвәли улы (12 июнь 1930 йыл — 10 май 2017 йыл) — педагог. БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1977); «Хеҙмәт ветераны» (1984), «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн» (2001) миҙалдары кавалеры[1].
Сөләймәнов Зәки Мөхәмәтвәли улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 12 июнь 1930 |
Тыуған урыны | Нәби ауылы, Иҫке Монасип ауыл Советы, Бөрйән районы |
Вафат булған көнө | 10 май 2017 (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Нәби ауылы, Иҫке Монасип ауыл Советы, Бөрйән районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәСөләймәнов Зәки Мөхәмәтвәли улы 1930 йылдың 12 июнендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Нәби ауылында тыуған. Нәби башланғыс, Байназар тулы булмаған урта мәктәбен тамамлағас, 1946—1950 йылдарҙа Темәс педагогия училищеһында уҡып башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәре ала. Юғары белемле кадрҙар етешмәгәнлектән, математикаға һәләтле Зәки Сөләймәновты Бөрө ҡалаһына бер айлыҡ математика һәм физика уҡытыусыларын әҙерләү курсына ебәрәләр. 1950—1952 йылдарҙа Байназар мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләй. 1952—1956 йылдарҙа хәрби хеҙмәттә була. 1956 йылда Ырғыҙлы ете йыллыҡ мәктәбенә математика уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнә. 1958 йылдан Яңы Монасип, Нәби башланғыс мәктәптәрендә, Байназар урта мәктәбендә математиканан уҡыта. Шул йылдарҙа ситтән тороп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының математика һәм физика бүлеген тамамлай. 1962—1983 йылдарҙа Иҫке Монасип һәм Нәби һигеҙ йыллыҡ мәктәптәренең директоры һәм математика уҡытыусыһы булып эшләй[1]. Ике ауылда ла хужалыҡ ысулы менән ағастан мәктәп, спортзал, уҡытыусыларға фатирҙар төҙөтөргә тура килә. Ул үҙен оҫта ойоштороусы, талапсан һәм ғәҙел етәксе итеп таныта. Мәктәптең материаль-техник базаһын нығытыуға күп көс һала. Уҡытыусыларҙың квлификацияһын күтәреү, уҡытыу-тәрбиә эшенең сифатын яҡшыртыу, йәш уҡытыусыларҙың методик оҫталығын арттырыу өҫтөндә ныҡышмалы эшләй. 1983—2003 йылдарҙа ул Яңы Монасип тулы булмаған урта мәктәбендә һәм Нәби урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләй, уның 53 йыл хеҙмәт стажы бар[1].
Зәки Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов оҫта етәксе генә түгел, ә районда иң көслө математика уҡытыусыларының береһе булып таныла. Уның уҡыусылары район кимәлендә олимпиадаларҙа призлы урындар яулайҙар. Мәктәп администрацияһының һәм район мәғариф бүлегенең күп һанлы Маҡтау грамоталары уның һөҙөмтәле эшенең күрһәткестәре. Намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһалана. 1970 йылда «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы, 1975 йылда «9-сы биш йыллыҡ ударнигы» знагы, 1977 йылда «БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы» маҡтаулы исеме бирелә. 1990 йылда аттестация һөҙөмтәһе буйынса «Өлкән уҡытыусы» исеме бирелә. 1997 йылдан юғары квалификациялы уҡытыусы[1].
Ижади эшмәкәрлеге
үҙгәртергәЗәки Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов шиғыр, таҡмаҡ, бәйет сығарырға маһир ғаиләлә үҫә, бала саҡтан уҡ шиғырҙар яҙа башлай. Тик ижадын һуң ғына матбуғатҡа тәҡдим итә. Уның шиғырҙары Бөрйән районы гәзите «Таң»да, «Башҡортостан»да, «Йәшлек»тә, «Ағиҙел» журналында ла донъя күрә, радио аша ла яңғырай. «Ҡыуаныс» тигән шиғырҙар йыйынтығы «Көҙгө ташҡын» тигән китапҡа керә (Өфө, Китап, 1997, 265-282-се биттәр). Шиғырҙарын китап итеп баҫтыра.
Китаптары
үҙгәртергә- Күргәндәрем, кисергәндәрем (Өфө, 2005)
- Йылдар, юлдар, уйҙар (2011)
- Бәйеттәр (Өфө, 2016)
- Йылы кәрәк. (1995)
- Биҙәктәр. Йыйынтыҡ. (Өфө,2014)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға фиҙәкәр хеҙмәт өсөн» миҙалы (1970)
- «9-сы биш йыллыҡ ударнигы» знагы (1975)
- «БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы» (1977).
- "«Хеҙмәт ветераны» миҙалы — 1984
- «Өлкән уҡытыусы» (1990)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙәкәр хеҙмәт өсөн» миҙалы (2001)
- Бөйөк Еңеүҙең юбилей миҙалдары.