Сураҡова Фәрхәнә Ниғәмәт ҡыҙы

Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектының Рәсәй Президенты премияһы лауреаты

Сураҡова Фәрхәнә Ниғәмәт ҡыҙы (23 февраль 1950 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1998), Рәсәй Федерацияһы Президентының «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты гранты конкурсы еңеүсеһе (2006).

Сураҡова Фәрхәнә Ниғәмәт ҡыҙы
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 23 февраль 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны Берәтәк, Аҫҡар ауыл советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы, профессор композиции, университет уҡытыусыһы, преподаватель музыки, академический персонал, преподаватели университетов и высших учебных заведений
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
филология

Биографияһы

үҙгәртергә

Сураҡова Фәрхәнә Ниғмәт ҡыҙы 1950 йылдың 23 февралендә Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Берәтәк ауылында тыуған. Байназар урта мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. 2007 йылдан хаҡлы ялда. Дөйөм педагогик стажы — 40 йыл.

Атаһы Йәғәфәров Ниғәмәт Сәғит улы, һуғыш ветераны. Һуғышҡа тиклем һәм унан һуң колхоз һәм дәүләт учреждениеларында юғары вазифалар биләй. Әсәһе Йәғәфәров Мәрхәбә Мостафа ҡыҙы. Ун бер бала әсәһе. Герой әсә. «Әсәлек» миҙалы, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы бар.

Фәрхәнә Ниғмәт ҡыҙы башланғыс белемде Берәтәк ауылында ала. Унан уҡыуын Аҫҡар һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә дауам итә.

1964—1969 йылдарҙа Белорет педагогия училищеһында уҡый. Урта махсус белемгә эйә булып тыуған ауылына ҡайта һәм Берәтәк һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй башлай.

1970 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына ситтән тороп уҡырға инә.

1972 йылдан 1976 йылға тиклем Ишембай районының Һайран урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.

1976 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм үҙенең тыуған районында Байназар урта мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә килә.

Хеҙмәт уңыштары

үҙгәртергә

Байназар урта мәктәбендә хеҙмәт юлын әҙәби ижад түңәрәк ойоштороу менән башлап ебәрә. Унда үҙе уҡытҡан синыфтарҙан тыш балалар ҙа ҡатнаша. Уның «Йәйғор», «Ҡаурый ҡәләм» әҙәби ижад түңәрәгенән бик күп телселәр сыға. Журналистика юлынан киткәндәре лә байтаҡ.

Ижадка маһир уҡыусылары мәктәптең компьютер үҙәгендә «Мәктәп яңылыҡтары», «Ҡаурый ҡәләм» исемле айлык ике гәзитен сығара. Унда уҡыусыларҙың шиғырҙары, хикәйәләре, мәкәләләрө даими баҫыла бара.

"Ҡаурый кәләм"дәрҙең ижади эштәре район, республика гәзит-журнал биттәрендә лә донъя күрә.

Был гәзит «Яктылар биләмәһе» республика үҫмерҙәр ижады конкурсында катнашып, «Һүҙ азатлығы» номинацияһында еңеп сыға. Рәсәй Федерацияһының Волга буйы федераль округы буйынса йәш журналистар Лигаһының координаторы И. Ю. Карелин, «Яҡтылар биләмәһе» программаһы координаторы Б. П. Булатов әфәнделәрҙең саҡырыуы буйынса Фәрхәнә Ниғмәт ҡыҙы уҡыусыһы менән Өфөлә үткән еңеүселәрҙе билдәләү сараһында ҡатнаша.

2004/2005 уҡыу йылында Ф. Н. Суракованың уҡыусылары «Йәйғор нурҙары» тип аталған 35 баҫма биттән торған йыйынтык сығарыуға өлгәшә.

Бынан тыш Фәрхәнә Ниғмәт ҡыҙы уҡыусылары менән ер-һыу атамалары тарихы буйынса мәғлүмәттәр йыйыуҙы ойоштора, фольклор материалдарын туплау эшен алып бара. Шул эштәрҙең йомғағы булып «Тыуған яғым биҙәктәре» исемле хикәйәләр йыйынтығы баҫылып сыға.

Ф. Н. Суракованың уҡыусылары, район һәм республика күләмендә үткән «Урал батыр» эпосы буйынса конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, йыл һайын беренсе урындар ала килә. Бер уҡыусыһы «Авторлыҡ ҡобайыры» номинацияһында еңеүсе призына лайыҡ була. Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулғанға арналған республика конкурсы — викторинаһында ҡатнашҡан уҡыусыһы призлы урын яулай һәм БР Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙына лайык була.

«Авторлыҡ ҡобайыры» номинацияһында еңеүсе призына лайыҡ була. Ауылдың тарихын, шәжәрәһен өйрәнеүҙә лә тырыш уҡытыусы ҙур яуаплылыҡ менән башҡара.

Утыҙҙан ашыу уҡыусыһы ғүмерлек һөнәре итеп остаздары юлын һайлаған. Юғары уҡыу йорттарының филология факультетын тамамлап, республиканың төрлө райондарында башкорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары булып эшләйҙәр.

Айһылыу Ғәрифуллина БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы, ике китап авторы. Әлфиә Шәрипова — «Йәшлек» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары, БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.

2005/2006 уҡыу йылында Ф. Н. Сураҡова, «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проект сиктәрендә үткән конкурс шарттарын уңышлы үтеп, РФ Президентының 100 мең һумлык грантына лайыҡ була.

Тормош иптәше, Чернобыль атом электр станцияһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусы Рәмил Насип улы менән ике ҡыҙ үҫтереп, юғары белем алырға ярҙам иткәндәр. Оло ҡыҙы Гөлдәр Бөрө дәүләт педагогия академияһының биология факультетын тамамлап, Стәрлетамаҡ экология үҙәгендә эшләй. Дилбәр, БДУ- ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының башҡорт-сит телдәр бүлегендә белем алып, уңышлы эшләп йөрөй.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Һайран ауылына эшкә килгәс тә, комсорг вазифаһын тапшыралар. Фәрхәнә Ниғмәт ҡыҙына уҡытыу менән бер рәттән ауылдың йәмәғәт эшмәкәрлеген йәнләндереү бурысы йөкмәтелә. Уның етәкселегендә агитбригада төҙөлөп, художество үҙешмәкәрлеге яйға һалына. Туған телде үҫтереү, пропагандалау маҡсатында ауылдарға концерттар, спектаклдәр менән сығалар.

Байназар урта мәктәбенә эшкә килгәс тә, мәктәптәге драма түңәрәгенең әүҙем ағзаһы булып китә.

1984—1994 йылдарҙа ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе була, ата- әсәләр комитеты етәксеһе була.

1986 йылдан уҡыусылары менән ауыл тарихын өйрәнеү, нәҫел-нәҫәпте барлау, туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен асыҡлап, шәжәрә төҙөү эшен башлап ебәрә.

2007 йылда Өфөлә үткән ғилми конференцияла ҡатнаша.

2009 йылда «Байназар ауылының аралар шәжәрәһен» төҙөй һәм, Республика «Шәжәрә» конкурсында ҡатнашып, махсус дипломға лайыҡ була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • 1998 йылда «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» билдәһе менән бүләкләнә.
  • 2006 йылда «РФ Мәғариф өҫтөнлөклө милли проекты» грантына эйә була.
  • 2009 йылда Республика халыҡ ижады үҙәге иң яҡшы шәжәрә төҙөүгә республика конкурсында ҡатнашыу өсөн диплом менән бүләкләнә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • П Р И К А З «04» сентября 2006 г. № 219 (В ред. Приказа Минобрнауки России от 01.01.01 г.№ 325). В соответствии с Правилами проведения конкурса на получение денежного поощрения лучших учителей, утвержденными приказом Минобрнауки России от 01.01.01 г. № 102 (зарегистрирован Министерством России 16 мая 2006 г.
  • Об утверждении списка победителей конкурса [1]
  • Отдел образования Бурзянского района — Лучшие учителя