Малай (Ҡырмыҫҡалы районы)
Малай (рус. Малаево) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 265 кеше[3]. Почта индексы — 453024, ОКАТО коды — 80235825007.
Малай | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡамышлы ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы) |
Халыҡ һаны |
265 кеше (2010)[1], 318 кеше (2002)[2], 266 кеше (2009)[2] |
Почта индексы | 453024 |
Тарихы
үҙгәртергәМалай ауылы Ҡырмыҫҡалы районында урынлашҡан. Архив мәғлүмәттәренә ҡарағанда Күрпәс-Табын волосынан Малай Йәнбахтин тигән кеше ниндәйҙер мәсьәлә буйынса отола һәм Бишауыл ауылынан Таймаҫ Мукшоғоров исемле кешенең талабы буйынса ауыл Дыуан-Табын волосына күсә.
1816 йылда бында 27 йорт иҫәпләнә, 100 ир-ат һәм 89 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Күп ҡатынлылыҡ та була. 1920 йылда 88 өйҙә 426 кеше йәшәүе билдәле.
Был ауылда Дәүләтсура, Ғәбделйәлил, Мәмбәтсура һәм Үтәғол Мөрсәковтар — Мөрсәк ауылына нигеҙ һалыусының улдары йәшәй. Был факт ике ауылдың генетик бәйләнеше тураһында һөйләй.
Дәүләт архивында был ауылдан булған Үлмәҫҡол Бураковтың яҙмышы тураһында һөйләүсе дело ла һаҡлана. Ул 17 йыл буйы Себерҙә һөргөндә була. 1801 ғаиләһе менән кире әйләнеп ҡайта, әммә Тобольск ҡаҙна палатаһы уны ҡабаттан Себергә ебәреүҙе талап итә. 1804 йылдың февралендә ул Тобольск губернияһының Томск округына ебәрелә. Уның бер нисә тапҡыр мөрәжәғәтенән һуң ғына икенсе ҡабат Себергә ебәрелеүе хата булыуы асыҡлана. Ул 1806 йылда ғына тыуған ауылына әйләнеп ҡайта.
Малай ауылынан Ҡыҙрас Арыҫланғолов, Рамазан Сәлимбәкиев, Байыш Ҡоҙаҡаев, Иҫәнғол Шәмғолов, Вилдан Аҡйегетво 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан. 19 йылдың 30-сы йылдарында 254 кешелә 200 ат, 300 һыйыр, 60 һарыҡ, 70 кәзә, 220 умарта иҫәпләнә[4].
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Ҡырмыҫҡалы): 28 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡамышлы): 5 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Таҙлар станцияһы): 3 км
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 265 | 142 | 123 | 53,6 | 46,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Ҡоҙаҡаев Фәнил Шәмсетдин улы (10.02.1952), журналистика ветераны, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2004—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), райондың Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премияһы лауреаты (2008).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw?url=http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/2f055a804e303140ba45fe3bf8d20d64/%D0%A7%D0%B8%D1%81%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%BD%D0%BE%D1%81%D1%82%D1%8C+%D0%BD%D0%B0%D1%81%D0%B5%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D1%8F+%D0%BF%D0%BE+%D0%BD%D0%B0%D1%81
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Малай (Ҡырмыҫҡалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 1 февраль 2019)
- Ҡоҙаҡаев Ф. Ш. Ауылым минең Малай: — Мәләүез ҡалаһы. «Көңгәк» нәшриәте, 2013 йыл. — 210 бит. ISBN 978-5-902272-35-9
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |