Аҫҡар (рус. Аскарово) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 487 кеше[1]. Почта индексы — 453587, ОКАТО коды — 80219804001.

Ауыл
Аҫҡар
Аҫҡар
Сыуаҡай тауы.jpg
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бөрйән районы

Координаталар

53°27′40″ с. ш. 57°20′32″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 219 804 001

ОКТМО коды

80 619 404 101

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Аҫҡар (Рәсәй)
Аҫҡар
Аҫҡар
Аҫҡар (Башҡортостан Республикаһы)
Аҫҡар

Халыҡ һаныҮҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 487 226 261 46,4 53,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыныҮҙгәртергә

ТарихыҮҙгәртергә

Аҫкар ауылына Түңгәүер волосы вотчинниктары нигеҙ һала. 1815 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙенән 20 ғаилә Верхнеуральск өйәҙенә күсерелә һәм Кесе Нөгөш буйында яңы ауыл - 2-се Аҫҡар барлыҡҡа килә.

Аҫҡарҙың улдары билдәле: өлкәне Арыҫланғол - 1743-1828 йылдар. Уның улдары - Ишбай (уның улы Яҡшығол), Аралбай, Теүәлбай. Аҫҡарҙың икенсе улы - Таңғатар Асҡаров, 1761 йылғы, старшина ярҙамсыһы була. Уның улдары -Дәүләткилде, Күсей, Ырыҫбай, Игебай.

Был ауылда Аҫҡар Куль-чиков та йәшәгән. Тик ул тәүгә килеп ултырыусы була алмай, сөнки йәше буйынса Арыҫланғол һәм Таңғатар Аҫкаровтарҙан кесе булып сыға. Бөрйән районының Аҫкар ауылы менән Әбйәлил районының Асҡар ауылдарының алыҫ булһа ла кан-ҡәрҙәшлектәре бар. Ике ауылда ла "түмәй" һәм"аптыраҡ" араларының булыуы быны тағы бер тапҡыр иҫбатлай.

Икеһенең дә тамғаһы - ай, ағасы - ерек, ҡошо - һайыҫҡан.

Ауылдың тирә-яғында Әмир суҡыһы, Кәзә һуйған, Мулла осҡан тауы, Исмәғил ҡойоһо, Бажай тигән ер-һыу атамалары бар. ... д а у а м ы

Билдәле шәхестәреҮҙгәртергә

Үтәғолова Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы (15 август 1961 йыл, БАССР-ҙың Бөрйән районы Асҡар ауылы) — журналист, уҡытыусы, шағирә, БР яҙыусылар союзы һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы (2014)

СығанаҡтарҮҙгәртергә

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4(рус.)

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

[[Категория:Бөрйән районы ауылдары