Ҡарағолова Фәйрүзә Хәмзә ҡыҙы
Ҡарағолова Фәйрүзә Хәмзә ҡыҙы (18 май 1964 йыл) — педагог, Бөрйән районы Байназар урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2010).
Ҡарағолова Фәйрүзә Хәмзә ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 18 май 1964 (60 йәш) |
Тыуған урыны | 1-се Эткол, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | мәктәп уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | белем биреү учреждениеһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәФәйрүзә Хәмзә ҡыҙы Ҡарағолова (Сөләймәнова) 1964 йылдың 18 майында БАССР-ҙың Баймаҡ районы 1-се Этҡол ауылында тыуған. 1981 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә һәм 1986 йылда тамамлай, Бөрйән районы Байназар урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта башлай.
Фәйрүзә Хәмзә ҡыҙы Ҡарағолованың уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үткәрелгән фәнни-тикшеренеү һәм ижади эштәр конкурстарында район, республика кимәлендә призлы урындар яулайҙар. Ул күп тапҡыр башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүселәрен әҙерләй. Был хаҡта «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы бына нимә тип яҙа:
Артабан Байназар мәктәбенең алдынғы уҡытыусыһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында, конкурс-фестивалдәрҙе еңеүсе Лилиә Ҡаһарманова кеүек көслө уҡыусылар әҙерләгән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәйрүзә Хәмзә ҡыҙы Ҡарағоловаға һүҙ бирелде. Ул үҙ сығышында йондоҙҙар парадында ҡатнашыусы уҡыусыларҙы ихлас ҡотлап, артабан да ныҡышмалы, эшһөйәр, алдынғы булырға өндәне, бөтә уңыштарҙың да нигеҙе тырышлыҡта икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүсеһе XI класс уҡыусыһы Гүзәлиә Төлкөбаеваға; призер, IX класс уҡыусыһы Зилиә Буранбаева; “Йәншишмә” гәзитенең Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге премияһына лайыҡ булыусы Зәлиә Алтынбаеваға маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Шулай уҡ Фәйрүзә Хәмзә ҡыҙы республика буйынса олимпиада, конкурс еңеүселәрен әҙерләүсе Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Рәсимә Рауил ҡыҙы Баязитоваға маҡтау һүҙҙәре әйтеп, эшендә уңыштар теләне. |
Фәйрүзә Хәмзә ҡыҙы район, республика кимәлендә үткәрелгән профессиональ конкурстарҙа даими ҡатнаша һәм еңеүҙәр яулай. Уҡытыу методикаһына арналған эшкәртмәләре бар[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы[3]
- Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы Маҡтау ҡағыҙы (2006)
- РФ Халыҡ мәғарифы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика комитеты Президиумының Почет грамотаһы (2010)
- «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2003» регион-ара конкурсынның «Шәхси педагогик стиль» номинацияһында еңеүсе
- «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2010» регион-ара конкурсы лауреаты
- Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы конкурсы еңеүсеһе (2014)[4]
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Тырыштарға ҡайҙа ла хөрмәт
- ↑ 5 — се класта Ноғман Мусиндың «Төлкөнө алдап буламы?» хикәйәһен өйрәнеү. (Кластан тыш уҡыу) Ҡарағолова Фәйрүзә Хәмзә ҡыҙы, Бөрйән районы Байназар урта мәктәбе
- ↑ Указ Президента РБ от 07.05.2010 N УП-206 «О присвоении почетного звания „Заслуженный учитель Республики Башкортостан“ работникам образования Республики Башкортостан» 2022 йыл 6 декабрь архивланған.
- ↑ Победители гранта Правительства РБ в 2014 году.pdf 2022 йыл 6 декабрь архивланған.