Маликов Мөжәүир Суфиян улы
Маликов Мөжәүир Суфиян улы (1 июнь 1926 йыл — 7 май 2004 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы һәм совет-япон һуғыштарында ҡатнашыусы, II дәрәжә Ватан һуғышы, Жуков ордендары кавалеры, хеҙмәт ветераны
Маликов Мөжәүир Суфиян улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР РСФСР Башҡорт АССР-ы Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 1 июнь 1926 |
Тыуған урыны | Байназар, Бөрйән районы |
Вафат булған көнө | 7 май 2004 (77 йәш) |
Ерләнгән урыны | Байназар |
Һуғыш/алыш | Икенсе бөтә донъя һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәМөжәүир Суфиян улы Маликов 1926 йылдың 1 июнендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы) Байназар ауылында тыуған.
Мөжәүир Суфиян улы 1944 йылдың 20 сентябрендә Бөрйән районы хәрби комиссариаты тарафынан хәрби хеҙмәткә алына. 390-сы гвардия үҙйөрөшлө-артиллерия һәм 5-се запас танк полкында[1] хеҙмәт итә. Хәрби дәрәжәһе — өлкән лейтенант.
Мөжәүир Суфиян улы Маликов, һуғыш бөткәс тә, хәрби хеҙмәтен дауам итә һәм 1950 йылдың 17 октябрендә демобилизациялана.
- Хеҙмәт юлы
- 1952—1955 — киномеханик;
- 1961 йылдан — «Ағиҙел» колхозында, Бөрйән районының «Сельхозтехника» производство берекмәһе баш инженер;
- 1972 йылдан Байназар урта мәктәбендә техник әҙерлек уҡытыусыһы.
Маликов Мөжәүир Суфиян улы 20104 йылдың 7 майында вафат була һәм Байназар ауылы зыяратында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[2]
- Жуков ордены
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1984)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Бурзянская энциклопедия[3]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Воинская часть
- ↑ Документы о награждении
- ↑ Маликов Мужавир Суфиянович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 332. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.