Горненский (заказник)
Горненский заказнигы — Ростов өлкәһе Ҡыҙыл Сулин районы территорияһында өлкә әһәмиәтендәге дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы[1] , Шахта ҡалаһы янында урынлашҡан, шахтер ҡасабалары һәм баҫыуҙар менән сиктәш[2]. Заказник 5 кластер участкаһынан тора, дөйөм майҙаны 8628,96 гектар тәшкил итә[3].
Горненский | |
Нигеҙләү датаһы | 2014 |
---|---|
Категория защищённых зон МСОП | категория МСОП IV: заказник[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Тарихы
үҙгәртергә1876 йылда хәҙерге заказник биләмәһендә дала ағас үрсетеүе башлана. Ул элекке Горненский дәүләт һунар заказнигын үҙ эсенә ала, уның составында 1974 йылдан Новочеркасск инженер-мелиорация институтының Дон уҡытыу-тәжрибә хужалығы булған. 1930 йылдарҙа беренсе дендрарийға нигеҙ һалынған, ә икенсе коллекцияла ағас үҫемлектәрҙең күп төрҙәре иҫәпләнгән. 1973 йылда төҙөлгән хәҙерге дендрарий 21-се квадратта урынлашҡан, уның күләме 9,5 гектар майҙанды тәшкил итә. Орлоҡ һәм үҫентеләрҙе уның өсөн СССР-ҙың Фәндәр академияһынан, Ростов дәүләт университетының ботаника баҡсаһынан, Украина ССР-ы Фәндәр академияһының Үҙәк республика ботаника баҡсаһынан алып киләләр. Бөгөнгө көндә дендрарийҙа төрлө илдәрҙән килтерелгән 182 төр ағас һәм ҡыуаҡлыҡ үҫемлектәр бар[2]. Хәҙерге территорияһы сиктәрендә, заказник 2014 йылда ойошторолған[1].
Тасуирламаһы
үҙгәртергәЗаказник күбеһенсә тигеҙлектән тора, әммә күпмелер өлөшөн йырындар һәм йылғалар биләй. Заказник биләмәһенә өлөшләтә элекке дәүләт һунар заказнигы һәм Дон урман хужалығы инә[2].
Флораһы
үҙгәртергәЗаказникта төрлө үлән ҡылған-бүтәгә далаһының үҫемлектәре осрай. Имән, ҡарағай, саған, ҡарама, ҡорос ағас һәм башҡа бик күп төрҙәр үҫә. 155 төр сәскәле үҫемлектәр теркәлгән. Украин ҡылғаны Лессинг ҡылғаны, меңьяпраҡ, ҡандала үләне, ҡылсыҡлы тимрәү, ябай еҙтөймә, туғай мысайы. андыҙ, быуын үләне, әрем, күксәскә, таҡыябаш, һөтлөгән киң таралған. Һаҡ аҫтына алынған тәбиғәт территорияһында 1996 йылда «Ростов өлкәһендә Һирәк һәм юғала төр үҫемлектәр, лишайниктар, бәшмәктәр» китабына индерелгән үҫемлектәр һаҡланған. Улар араһында матур ҡылған, Биберштейн тюльпаны, рус күксәскәһе бар. Бер нисә дарыу үләненең төрҙәре бар: һары мәтрүшкә, әсе әрем, һыу боросо, күгүлән, көтөүсе муҡсаһы, арыҫлан ҡойроғо, кейәү үләне, бесәй үләне, һыу боросо, меңъяпраҡ[2].
Фаунаһы
үҙгәртергәГорненский заказнигы фаунаһы күп төрлө. Умыртҡаһыҙ төрҙәренән сиңерткә, энәғараҡтар, сколопендра, Гордеев селәүсене, ҡыҙыл крокотемис, еҙ ҡуңыҙ, айыу сиңерткәһе, брахицерус, болан-ҡуңыҙ, әрмән һағыҙағы, мелиттурга, йомро мегахила, сколия, дала сколияһы, поликсен, ктырь, ҡара: аполлон, каллимах, Прозерпин балғарағы, имән балғарағы йәшәй
Һөйрәлеүселәрҙең бер нисә төрө бар. Туҙбаш йыланы, ябай туҙбаш йылан, кеҫәртке осрай. Баҡыр йылан, дала ҡарайыланы, таш йыланы осрай. Һыу ятҡылыҡтарында һаҙ гөбөргәйеле тереклек итә.
Ер-һыулылар араһында жерлянка, күл тәлмәрйене, йәшел әрмәнде һәм ослобаш тәлмәрйен өҫтөнлөк итә.
Имеҙеүселәр араһынан түш терпе, бәләкәй туғырлама, ябай туғырлама, ябай төлкө, бүре, янут, һыуһар, бурһыҡ, йәтсә, дала көҙәне йәшәй.
Ҡуш тояҡлыларҙан аҫыл болан, ҡабан, мышы, илек бар. Үрғуян йәшәй. Һыу ятҡылыҡтарында һыу сысҡаны һәм ондатра тереклек итә[2]. 2016 йылдың ноябрендә билдәле булыуынса, заказник биләмәһенә 10 муфлонды килтерәләр. 2016 йыл аҙағына тиклем диңгеҙ бөркөтө һәм филин барлыҡҡа килергә тейеш була. Шулай уҡ мышы, лань һәм сыбар болан популяцияһын тегреҙеү өсөн саралар күрелә[1].
Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына ингән ҡоштарҙан европа тювигы, туғаҙаҡ, өкө, балабан, кесе подорлик һәм Ростов өлкәһе территорияһында һирәк һаналған ҡоштар осрай.
Заказникта ағас-ҡыуаҡлыҡ үҫемлектәренең өҫтөнлөк итеүе ҡош төрҙәренең төрлөлөгөнә булышлыҡ итә. Был урындарҙа ҙур һәм кесе подорлик, осоед канюк, бәләкәй бөркөт, ҡор ҡарсығаһы, мүктәрге, европа тюви]гы, ҡупырсыҡ, фазан, алатуба, ҡулса әберсен, ябай әберсен, һыҙғыраҡ ябалаҡ, төн күгәрсене, ҙур ала тумыртҡа, буҙ тумыртҡа, ҡулса әберсен, ябай әберсен, урман деүете, алағанат,ҡарағанат, алағанат турғай, һарығош күек ҡоштар осрай
Ала ҡаҙ, һуна өйрәк, ышылдаҡ аҡҡош, ҡашыҡморон, һоро торна, ҡамыш тауығы, тәгәрлек, ҡашҡабаш, ҡамышҡара, тартай, ерән һоро селән, аҡ бәләкәй селән, ваҡ мөншөгөр, урҙан, аҡбаш сыпҡай, ваҡ сәпсәү, оҙонаяҡ сәпсәү, балыҡсы турғай, ҡурҙай, йырсы безелдәк, ҡамыш турғайы, ҡорохтан, һаралйын, күл аҡсарлағы, һаҙ өйрәге, керелдәк сөрәгәй, һаҙ сәпсәүе, ваҡ һаралйын, сыбар ҡурҙай, зарҡыуыт осрай, ҡыуаҡлыҡтарҙа шиҡылдаҡты күрергә мөмкин. Заказникт асыҡ ландшафтарында баҫыу көйгәнәге, көйгәнәк, бүҙәнә, өкө, туғаҙаҡ, күк ҡарға, һабан турғайы , бүрекле һабан турғайы, алтынғош, просянка һәм башҡалар тереклек итә. Ҡышҡы осорҙа орнитофауна йомағара, ҡор ҡарсығаһы, яғалбай, ҡыртауығы, фазан, ҡулса әберсен, өкө ябалағы, ҙур ала тумыртҡа, ваҡ һайыҫҡан, буҙ тумыртҡа, бүҙәнә ҡарсығаһы, ҡарға, суҡтурғай, бараба, һайыҫҡан, мышар барҡылдағы, ҡарабаш турғай, ҡара барҡылдаҡ, кесерткән турғайы, күкбаш турғай, алағанат турғай, ҡупшыҡайҙар, сипылдаҡ турғайҙан тора[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 В заказник «Горненский» поселили 10 муфлонов
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 «Горненский»//Дирекция особо охраняемых природных территорий областного значения 2019 йыл 14 май архивланған. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «“Горненский”//Дирекция особо охраняемых природных территорий областного значения» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ О создании государственного природного заказника «Горненский»