Ҡорос ағас (лат. Fraxinus,рус. ясень), зәйтүн һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты, ҡаты ағас.

Ҡорос ағас
Рәсем
Халыҡ-ара ғилми атамаһы Fraxinus L., 1753[1][2]
Таксономия рангыһы Ырыу[1]
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон Маслиновые[d][3]
Таксондың халыҡ атамаһы ash[4], Æsc, Fresnu, Ясен, Freixe, jasan, Ask, Eschen, Frakseno, Fresno, Saar, Saarnet, Frêne, Frassino, Uosis, Јасен, Es[5], Askeslekten, Jesion, Freixo, Frasin, Ясень, Jesen, Askar, Dişbudak, 梣属[6], 梣属[7][8][9][…] һәм 陉属[10]
Номенклатурный тип F. excelsior[d]
Имеет плод типа крылатка[d]
Этот таксон является источником древесина ясеня[d], manna[d], swamp ash[d][11] һәм olive ash[d][11]
GRIN URL npgsweb.ars-grin.gov/gri…[12]
Ссылка на Flora of the Hawaiian Islands naturalhistory2.si.edu/b…
 Ҡорос ағас Викимилектә

Тасуирлама

үҙгәртергә

Етмештән ашыу төрө билдәле. Төньяҡ ярымшарҙың уртаса климатлы бүлкәтендә, бер аҙ субтропиктарҙа һәм тропиктарҙа таралған. Башҡортостанда ланцет кеүек (осло япраҡлы) йәки ялбыр ҡорос ағас үҫә; белгестәр беренсеһен йәшел ҡорос ағас, һикенсеһен пенсильвания ҡорос ағасы тип атайҙар. Ике өйлө, япраҡ ҡойоусы ағас, 150— 350 йылға тиклем үҫә. Сатыры киң йомортҡа рәүешле. Япрағы ҡапма‑ҡаршы, эре, һабаҡта ултыра; япраҡсаһы ланцеттан алып киң эллипсҡа оҡшаш формала, башы осло, ситтәре бөтөн

Сәскәләре ҡараһыу-көрән йәки шәмәхә, эргәлеге юҡ, еҫһеҙ, япраҡһыҙ сыбыҡтарҙа төйөнсәле һепертке рәүешле булып йыйылған. Ата сәскә — ҡыҫҡа шәлкемдәрҙә, инә сәскә оҙон кәүшәк һалынҡы һеперткеләрҙә урынлашҡан. Улар бер үк ағаста урынлашҡан була. Май айында сәскә ата.

Емеше — ҡанатлы орлоҡса, август—сентябрҙә өлгөрә. Декоратив үҫемлек, урамдарҙы йәшелләндереүҙә һәм урман һыҙаттарын булдырыуҙа ҡулланыла.

Ланцет ҡорос ағас составында алкалоидтар, дуплау матдәләре, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында файҙаланыла[13].

Ҡулланылышы

үҙгәртергә
 
Ҡорос ағастың үҙағасы

Ҡорос ағас үҙенең ныҡлығы һәм һығылмалылығы арҡаһында хәрби һәм һунар ҡоралы эшләү өсөн ҡулланылған. Унан ныҡ һәм һығылмалы күҫәк, суҡмар, һуҡҡы, айыу һөңгөһө, уҡ, һөңгө һаптары эшләгәндәр.

Ҡорос ағастан эшләнгән семәрле һауыт-һабаға ла ихтыяж ҙур булған. Ағасты карап төҙөүҙә лә ҡулланғандар. текстураһы матур булыу арҡаһында мебель етештереүҙә киң файҙаланылған — уны ҡиммәтле сеймал — эбен һәм ҡыҙыл ағасҡа ла тиңләгәндәр.XIX быуатта ҡорос ағас карета һәм сана эшләүҙә ҡулланыла. Саңғы, көйәнтә, ишкәк һәм тәгәрмәс туғынына иң яҡшы сеймал һаналған.

Хәҙер ҡорос ағасты гимнастика ҡорамалдары, спорт ишкәктәре, юғары сифатлы саңғы, [[бильярд һәм бейсбол таяҡтары эшләүҙә файҙаланалар.

Ағас олонондағы ороларҙан (кап) сифатлы төрлө нәмәләр эшләйҙәр.

Ҡорос ағасы фанераһын мебель, музыка ҡоралдары эшләүҙә, вагон автомобилдәр эсен биҙәүҙә ҡулланалар..

Ағас декоратив, һаҡлаусы һыҙаттар һәм мелиорация маҡсаттарында үҫтерелә. Уның махсус декоратив төрҙәре бар, улар баҡса-парк ансамбле компоненты сифатында киң ҡулланыла. Ҡорос ағас тупраҡҡа талымһыҙ, саң, ҡором, зарарлы газдар менән һауа бысранған урында ла — ҡала баҡсаларында, парктарҙа, тимер юлы буйҙарында ла — үҫә алыуы менән ҡиммәтле.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Линней К. Genera plantarum eorumque characteres naturales, secundum numerum figuram, situm, & proportionem omnium fructificationis partium — 5 — Стокгольм: 1754. — Б. 477. — doi:10.5962/BHL.TITLE.746
  2. Linnæi C. Species Plantarum (лат.): Exhibentes plantas rite cognitas ad genera relatas — 1753. — Т. 2. — Б. 1057.
  3. Ясень (урыҫ) // Малая советская энциклопедия / под ред. Н. Л. Мещеряков — 2 — Советская энциклопедия, 1936.
  4. база данных растений Министерства сельского хозяйства США (ингл.)
  5. https://www.nederlandsesoorten.nl/linnaeus_ng/app/views/species/nsr_taxon.php?id=120826
  6. https://www.iplant.cn/frps/vol/61 / под ред. Ч. Мэйчжэнь, L. C. Chiu — 1992. — Т. 61. — Б. 5.
  7. 彭莳嘉, 罗源, 蔡宏宇, 张晓玲, 王志恒 全球变化情景下的中国木本植物受威胁物种名录, A new list of threatened woody species in China under future global change scenarios (ҡыт.) // 生物多样性 — 2022. — Т. 30, вып. 5. — Б. 21459. — ISSN 1005-0094doi:10.17520/BIODS.2021459
  8. 刘冰 (Bing Liu), 叶建飞 (Jianfei Ye), 刘夙 (Su Liu), 汪远 (Yuan Wang), 杨永 (Yong Yang), 赖阳均 (Yangjun Lai), 曾刚 (Gang Zeng), 林秦文 (Qinwen Lin) Families and genera of Chinese angiosperms: a synoptic classification based on APG III, 中国被子植物科属概览: 依据APG III系统 (билдәһеҙ) // 生物多样性 — 2015. — Т. 23, вып. 2. — Б. 225–231. — 7 с. — ISSN 1005-0094doi:10.17520/BIODS.2015052
  9. 肖翠, 刘冰, 吴超然, 马金双, 叶建飞, 夏晓飞, 林秦文 北京维管植物编目和分布数据集, A dataset on inventory and geographical distributions of vascular plants in Beijing, China (билдәһеҙ) // 生物多样性 — 2022. — Т. 30, вып. 6. — Б. 22064. — ISSN 1005-0094doi:10.17520/BIODS.2022064
  10. http://www.efloras.org/flora_page.aspx?flora_id=3
  11. 11,0 11,1 The Wood Database (ингл.) — 2008.
  12. Таксономия растений GRIN (ингл.)
  13. Ҡорос ағас. [1] 2016 йыл 21 апрель архивланған.
 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Fraxinus

Һылтанмалар

үҙгәртергә
 
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «ясень» мәҡәләһе бар
  • Ҡорос ағас GRIN сайтында мәғлүмәт (инг.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2011)