Көйгәнәк
Көйгәнәк, торомбай (рус. Лугово́й лу́нь, лат. Circus pygargus) — ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған, күгәрсен ҙурлығындағы йыртҡыс ҡош. Киң таралған күсмә ҡош, тропик Азияла һәм Сахаранан көньяҡтараҡ Африкала ҡышлай. Оя ҡороу өсөн дымлы ландшафты — йылға үҙәндәрен, һаҙлы урындарҙы, бейек үләнле болондарҙы, күл буйҙарын һайлай. Ҙур булмаған кимереүселәргә, кәҫәрткеләргә, ваҡ ҡоштарға һунар итә.
Көйгәнәк | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| ||||||||||||||||
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Circus pygargus (Linnaeus, 1758) |
||||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||||
Оя ҡороу урыны Ҡышҡы миграция | ||||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 106003411 |
Башҡорт һөйләштәрендә баҫыу көйгәнәге, һаҙ көйгәнәге, ялан көйгәнәге, бейеүсе көйгәнәк тигән вариаттары осрай.
Кәүҙәһенең оҙонлоғо — 41-52 см, ҡанат йәйеме — 97-120 см.
Ҡанаттарын йәйеп осҡанда оҙон ҡойроғо күҙгә ташлана. Ата ҡоштоң ҡанат остары ҡара, түбәһе һәм ҡойроғо күкһел һоро. Арҡаһы ерән, ҡорһаҡ яғы асығыраҡ, уҡ башағына оҡшаған ҡара таптар менән сыбарланған. Инә һәм йәш ҡоштарҙың һырты ҡара таплы көрәнһыу ерән, кәүҙәләренең аҫ яғы буй-буй өҙөк һыҙыҡлы. Тауышы яңғырауыҡлы: «кли-кли-кли».
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. — Өфө, 1986.