Ваҡ мөншөгөр, күл буғаһы, һыу буғаһы, бупылдаҡ, ғомбой (рус. Малая выпь, лат. Ixobrychus minutus) - ҡауҙылар ғаиләһендәге иң ваҡ ҡош.

Ваҡ мөншөгөр
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Ixobrychus minutus (Linnaeus, 1766)

Ареал
изображение

     Оя ҡороу арауығы      Йыл буйы йәшәгән ерҙәре

     Ҡышын ғына йәшәйҙәр
Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 106003756

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  174850
NCBI  498209
EOL  1049006
Ixobrychus minutus

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Ҡарғанан бәләкәйерәк төн ҡошо. Ата ҡоштоң башы, һырты, ҡанаттары ялтыр ҡара, кәүҙәһенең ҡалған өлөшө ерән-һары. Түшендә ҡыҙғылт көрән һыҙыҡтар бар. Инә ҡошта ҡара төҫ урынына — ерәнһыу көрән. Ҙур мөншөгөрҙән төҫө һәм бәләкәйерәк булыуы менән айырыла.


Тауышы көслө генә: «ке-ке-ке-кек», яҙғы ата ҡош үкерә: «прумб», «бух» йәки «пумб».


Йәшәү рәүеше

үҙгәртергә

Ваҡ тал, үлән һәм ҡамыш уратып алған күлдәрҙә, ҡылыларҙа йәшәй. Тәлмәрйендәр, һыу бөжәктәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ағас башында, ҡыуаҡлыҡта, йығылған ҡамыш өҫтөндә оялай. 4—8 бөртөк аҡ йомортҡаһы була.

 
Ваҡ мөншөгөр


  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Ганзак Я. Иллюстрированная энциклопедия птиц Прага: Артия 1990
  • Бейчек В., Штясны К. Птицы. Иллюстрированная энциклопедия М.: Лабиринт-пресс 2004
  • Жизнь животных Т.6 Птицы М.: Просвещение 1986