Төп менюны асырға

Йәтсә (лат. Mustela, рус. Ласки и хорьки) — һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе.

Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
Status iucn3.1 LC ru.svgen:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 14021
Йәтсә ҡышын (Могилёв өлкәһе Беларусия)

ҠылыҡһырламаҮҙгәртергә

Кәүҙә оҙонлоғо 13—28 см, ауырлығы 40—100 г. Кәүҙәһе оҙон, һығылмалы. Төҫө ҡышын аҡ, йәйен арҡаһы көрән, ҡорһағы аҡ. Йөнө ҡуйы, ҡыҫҡа. Башы бәләкәй, муйыны оҙон. Ҡолағы ҡыҫҡа, киң. Аяғы һәм ҡойроғо ҡыҫҡа. Полигам. Енси яҡтан 10—11 айҙа өлгөрә. 3—12 (йышыраҡ 4—7) ҡолаҡ тишеге ҡапланған һуҡыр бала тыуҙыра.

Таралышы һәм йәшәйешеҮҙгәртергә

Евразияның, Төньяҡ Американың уртаса бүлкәтендә таралған. Башлыса төндә, ҡайһы ваҡыт көндөҙ әүҙем. Ваҡ кимереүселәр, һирәгерәк ҡоштар, ер-һыу хайуандары һ.б. менән туҡлана. Урманда, ҡырҡындыла, баҫыуҙа, һаҙлыҡта осрай; кимереүселәрҙең өңдәрендә, эҫкерттәрҙә, таш араларында, ағас тамырҙары аҫтында, торлаҡ янында йәшәй. Башҡортостандың бөтә биләмәһендә таралған. Сысҡан һымаҡ кимереүселәрҙе юҡ итә.