Яғалбай
Яғалбай | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Falco columbarius Linnaeus, 1758 |
||||||||||||||
Синонимдары һәм диалектизмдары | ||||||||||||||
Яғылбай, яғал ҡош
|
||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||
Бала сығарыу арауығы
Миграциялары Йыл буйы йәшәү | ||||||||||||||
|
Яғалбай (лат. Falco columbarius) — йыртҡыс ҡош, Ер йөҙөндәге иң бәләкәй ыласын.
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәКүгәрсендән бәләкәйерәк. Осло оҙон ҡанатлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло ыласын. Һырт яғы нәҙек ҡара өҙөк һыҙыҡтар менән сыбарланған күкһел һоро, ҡорһаҡ яғы шулай уҡ һыҙыҡлы һарғылт ерән. Елкәһендә һәм яуырынында аҡһыл һары таптар бар. Ҡаштары, суҡыш төбө, аяҡтары һары. Ҡыйғырҙың «мыйыҡтары» булмауы менән, кәүҙәһенең аҫ яғы ерән булыуы менән айырыла. Тауышы яңғырауыҡлы «ки-ки-ки». Ваҡ ҡоштарҙы аулай. Күсмә ҡош. Киң таралған. Ояһы ағас башында, ҡая таш һикәлтәләрендә, һирәкләп түңгәктәрҙә була.
Ерәнһыу көрән таплы, һарғылт ҡабыҡлы; йомортҡаларының һаны 3-4 бөртөк. Элек ауға йөрөү өсөн ҡулға эйәләштергәндәр. Тәбиғәттә йәшәү мөҙҙәте 11 йыл.
Был орнитология тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |