Айыу сиңерткәһе — тура ҡанатлылар отрядының ысын сиңерткәләр ғаиләһенә ҡараған бөжәк.

Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Vulnerable species
Юғалыуға бирешеүсе төр
IUCN 3.1 Vulnerable : / 19811

Таралышы

үҙгәртергә

Европала, Төньяҡ Ҡаҙағстанда һәм Көнбайыш Себерҙә таралған.

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Тән оҙонлоғо 7,8 см тиклем, йомортҡа һалғысыныҡы — 4,0 см тиклем. Тәне ныҡ һуҙылған, төҫө йәшкелт һарынан көрәнһыу йәшелгә тиклем, ҡабырғалары буйлап һарғылт һоро буй һыҙатлы. Башы үтә ҡыя маңлайлы. Ҡанаттары рудиментар йәки бөтөнләй юҡ. Алғы һәм урта аяҡтарының аҫты сәнскеле. Артҡы аяҡтары һикереү өсөн түгел, йыуан ботло. Партеногенетик юл м—н үрсей, ата сиңерткә һирәк осрай. Йомортҡаларын тупраҡҡа берәмләп һала. Балағортоноң оҙонлоғо 1,2 см тиклем; 25 көн үҫешә. Төндә әүҙем. Оло заттар һәм балағорттар башлыса сиңерткәләр, шулай уҡ суфый сиңерткәләр, ваҡ ҡуңыҙҙар һәм ҡандалалар менән туҡлана. Башҡортостанда Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Өфө һәм Хәйбулла райондарында ҡыяҡлы—төрлө үләнле һәм ҡылғанлы далаларҙа, ҡоро болондарҙа осрай. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы
популяция ҡыҫҡара
ИПЭЭ РАН сайтында эҙләргә