Алтынғош, ялан сыйырсығы, алһыу ҡош (рус. Розовый скворец, лат. Sturnus roseus)— сыйырсыҡтар ғаиләһендәге ҡош.
Ҙурлығы сыйырсыҡтай. Туп булып йөрөйҙәр. Башы, ҡанаттары, ҡойроғо ҡара, кәүҙәһенең ҡалған өлөшө матур алһыу төҫтә. Ата ҡоштоң башында йәшкелт ялтырауыҡлы ҡара бүрке бар. Башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел.
Киҫкен сыйылдаҡ һәм ҡыжҡылдаҡ тауышлы.
Ташлы һәм ҡабаҡлы асыҡ урындарҙа йәшәй. Башлыса сиңерткә, төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Урыны менән киң генә таралған.
Күмәкләшеп бер тирәлә оялайҙар. Оялары ҡабаҡ ярыҡтарында, таш өйөмдәре араһында була. 4—6 бөртөк аҡһыл зәңгәр йомортҡа һала. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, ҙур файҙа килтерә.
- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986. — ИБ № 3478 28.693.35 И 90