Ҡалалар иле (Көньяҡ Урал)
Ҡалалар иле — Көньяҡ Урал территорияһының шартлы рәүештәге атамаһы, территория сиктәрендәге урта бронза дәүере (б.э. тиклем яҡынса 2000 йыл элек) Һынташты мәҙәниәтенә ҡараған боронғо ҡаласыҡтары. Тарихи фәндә «Волга-Урал культурогенез үҙәге» тип исемләнә. «Ҡалалар иленең» иң билдәле ҡаласығы — Арҡайым.
Асыштар тарихы
үҙгәртергәҠаласыҡтар 1960 — 1980-се йылдарҙа табыла. Иң беренселәрҙән (1968 йылда) Һынташты йылғаһы буйында (Тубыл ҡушымтаһы) ҡаласыҡ табыла, шуға күрә табылған ҡаласыҡҡа Көньяҡ Уралдағы йылға исеме бирелә. Башҡа ҡаласыҡтарҙы тапҡандан һуң археологтар «Һынташты мәҙәниәте» терминын ҡуллана башлай. Ҡайһы бер ғалимдар, шул иҫәптән Г. Б. Зданович, уны Андрон мәҙәниәтенән айыралар.
Күп кенә ҡаласыҡтар хужалыҡ эштәре арҡаһында емерелгән була, әммә Арҡайым ҡотҡарылып ҡала. Арҡайым территорияһында һыуһаҡлағыс төҙөү күҙ уңында тотолған була. 1980-се йылдарҙа Йыланлы (Змеиная) тауҙары менән Ҡара ҡарғалы (Грачиная) түбәсеге араһында һыу үткәрмәй торған диуар төҙөү өсөн тупраҡ үрен күтәреү буйынса эштәр башланды, әммә йәмәғәт ойошмалары был проекттың туҡтатылыуына һәм ғәмәлдән сығарыуылына ирештеләр.
Тасуирлау
үҙгәртергә«Ҡалалар иле» Рәсәй Федерацияһының Силәбе өлкәһе, Ырымбур өлкәһе, Башҡортостан һәм Төньяҡ Ҡаҙағстан территорияларында урынлашҡан. Ҡаласыҡтар 350 км диаметрҙағы территорияла һибелгән. Күп кенә ҡаласыҡтар самолеттан төшөрөү ярҙамында табылған. Хәҙерге көндә ҡаласыҡтарҙың күпселегендә археологик ҡаҙынды эштәре башланмаған.
Барлыҡ табылған ҡаласыҡтарҙың төҙөлөш тибы, ҡала инфраструктураһының ойошторолоуы, төҙөлөш материалдары, шулай уҡ береш топографик логикаһы берләштерә. Боронғо ҡалалар түңәрәк йәки оҙонса түңәрәк формала булған, тыш яҡтан диуар менән уратылғандар. Диуарға йәмәғәт йәки шәхси торлаҡтар тоташып торған. Һәр ҡалала һыуҙы ҡаланан ситкә сығара торған ҡойма канализацияһы булған. Ҡалалар эргәһендә ҡәберлектәр ойошторолған, хайуандар өсөн кәртәләр төҙөлгән. Ҡалалар иле территорияһында металлургия өсөн сеймал табышы урындары бар.
Бөтә нығытылған ултыраҡтар өс төрлө формала эшләнгән:
- түңәрәктәр (8-9 ҡала);
- оҙонса түңәрәктәр (яҡынса 5 ҡала);
- тура мөйөшлөләр (яҡынса 11 ҡала).
«Ил» термины ҡалаларҙың локацияһын бик һәйбәт күрһәтә. Бынан тыш, бөтә табылған ҡалалар компактлы территорияла бер үк ваҡытта, бер үк архитектура стилендә һәм бер үк инженерлыҡ сиселештәрен ҡулланылыуы, оҡшаш материалдары төҙөлгәндәр, башҡа берләштергән һыҙаттар ҙа һиҙемләнә. Һынташты мәҙәниәтн ҡалаларында бер үк этнос кешеләре йәшәгән (европеидтар) һәм оҡшаш хужалыҡ эштәрен алып барған. Ил сиктәрендә ҡалалар араһында сәйәси мөнәсәбәттәр ниндәй булғаны билдәһеҙ. Ҡалалар бер-береһенән 70 километр алыҫлыҡта урынлашҡандар, был бер тораҡ пунктынан икенсеһенә күсенер өсөн бик уңайлы булған. Тораҡ пунктарының ошондай урынлашыуы хужалыҡ мөнәсәбәттәре өсөн дә (мәҫәлән, сауҙа эштәре, сеймалды күсереү йәки белгестәрҙең күсенеүе, хәрби маҡсаттарҙа хәүеф тыуған урынға өҫтәмә көскә килеү юлдарын тәьмин итеү өсөн) уңайлы булған.
Уникаллеге
үҙгәртергәТотош алғанда, ҡаласыҡтар — уникаль археология ҡомартҡылары.
- Ҡомартҡылар дәүере — иң йәше Мысыр пирамидаларына тиң — 3700 йыл;
- Ултыраҡ тибы — ҡала. Башҡа табылған боронғо ҡомартҡылар араһында нәҡ ҡалалар һирәк осрай. Башлыса кеше эшмәкәрлегенең башҡа эҙҙәре табыла: ҡургандар, ҡәберлектәр (ҡарағыҙ, Бронза быуаты);
- Ултыраҡтар ауылдарҙан үҫмәгәндәр, баштан уҡ ҡала булараҡ төҙөлгән;
- Һәр ҡала — тораҡ йорттарҙың берҙәм комплексы (ғәҙәттә ҡалалар айырым торған, төрлө ваҡытта төҙөлгән йорттарҙан тора);
- Планетала әлегә тиклем башҡа ултыраҡтар (ошо иҫәптән боронғолары ла) оҡшаш ҡала ҡоролошо һәм архитектураһы менән табылмаған;
шулай уҡ:
- Евразия далаларының башҡа мәҙәниәт ҡатламдарынан айырылып тора;
- Табылған ике тәгәрмәсле арбалар (һуғыш, ярыш, тантаналы төрҙәре була) араһынан иң боронғоһо (б. э. тиклем 2026-сы йыл менән даталана);
- Ул дәүер өсөн ныҡ үҫешкән металлургия продукттары;
- Шаҡтай камил боронғо гидротехник ҡоролмалар (быуа, ваҡытлы быуа, ситкә ебәрә торған канал — (Һынташты);
- Боронғо ҡойма канализацияһы (Арҡайым).
Ҡалалары[1]
үҙгәртергә- Арҡайым — Бреды районы (Силәбе өлкәһе), Ҙур Ҡараған йылғаһы морононда. 1987 йылда (1957 йылда беренсе мәртәбә табылған) асылған. Формаһы: түңәрәк.
- Аланд нығытылған ултырағы — Кваркен районы (Ырымбур өлкәһе), Һыуындыҡ йылғаһының һул яры моронында (1987 йылда табылған, формаһы: оҙонса түңәрәк).
- Андреевск нығытылған ултырағы— Бреды районы (Силәбе өлкәһе), Һынташты йылғаһының һул ярындағы ярым утрауҙа. 1990 йылда самолеттан фотоға төшөрөлгән кадрҙарҙы тикшергән саҡта табылған. Формаһы: тура мөйөшлө.
- Берсуат нығытылған ултырағы— Бреды районы (Силәбе өлкәһе), Берсуат йылғаһының һул ярындағы Ягодный дол ҙур булмаған ҡушымтаһы ағып төшкән урында. 1987йылда (1957 йылда самолеттан фотоға төшөрөлгән кадрҙарҙы тикшергәндә). Формаһы: оҙонса түңәрәк. Ҙурлығы: 200×150 м.
- Бахта нығытылған ултырағы— Агаповка районы (Силәбе өлкәһе),Гумбейка йылғаһының һул ярында (Гумбейка менән Бахта йылғаһының боронғо инешендәге морононда). 2000 йылда (1955 һәм 1956 йылдарҙағы самолеттан фотоға төшөрөлгән кадрҙарҙы тикшергәндә) табылған. Формаһы: дүрткел. Ҙурлығы: 165×165 м.
- Журумбай нығытылған ултырағы— Кәртәле районы (Силәбе өлкәһе), Ҡарағайлы-Аят йылғаһының уң ярында (Ҡарағайлы-Аят йылғаһы менән уның ҡушымтаһы Журумбай шишмәһенең ҡушылған ерендәге морон). 1987 йылда самолеттан фотоға төшөрөлгән кадрҙарҙы тикшергәндә табыла.
- Исиней нығытылған ултыраҡтар комплексы— Варна районы (Силәбе өлкәһе), Ҡарағайлы-Аят йылғаһының уң ярында. 1991 йылда самолеттан фотоға төшөрөлгән кадрҙарҙы тикшергәндә табыла.
- Каменный Амбар (Ольгинское) нығытылған ултырағы—Кәртәле районы (Силәбе өлкәһе), Ҡарағайлы-Аят йылғаһының уң ярында. 1982 йылда самолеттан фотоға төшөрөлгән кадрҙарҙы тикшергәндә табыла.
- Ҡамысты нығытылған ултырағы — Төньяҡ Ҡаҙағстан, Камыстыаят йылғаһының һул ярында. 1991 йылда самолеттан фотоға төшөрөлгән кадрҙарҙы тикшергәндә табыла. Ҡомартҡы бик ныҡ емерелгән, хужалыҡ төҙөлөштәре аҫтында ята.
- Ҡыҙыл нығытылған ултырағы — Ҡыҙыл районы (Силәбе өлкәһе), Урал йылғаһының уң ярында. 1968 йылда табылған (1948 йылда табылған тигән мәғлүмәт бар).
- Коноплянка нығытылған ултырағы — Кәртәле районы (Силәбе өлкәһе), Аҡмулла (Ҡарағайлы-Аят йылғаһы башы) йылғаһының уң ярында. 1988 йылда самолеттан фотоға төшөрөлгән кадрҙарҙы тикшергәндә табыла.
- Куйсак нығытылған ултырағы — Ҡыҙыл районы (Силәбе өлкәһе), Зингейка йылғаһының уң ярында. 1987 йылда самолеттан фотоға төшөрөлгән кадрҙарҙы тикшергәндә табыла.
- Париж (Астафьевское) нығытылған ултырағы -Нуғайбәк районы (Силәбе өлкәһе), Ҡыҙыл-Селек йылғаһының уң ярында. 2002 йылда самолеттан фотоға төшөрөлгән кадрҙарҙы тикшергәндә табыла.
- Родники нығытылған ултырағы — Кәртәле районы (Силәбе өлкәһе), Аҡмулла (Караталаят йылғаһы башы) йылғаһының уң ярында.. 1987 йылда самолеттан фотоға төшөрөлгән кадрҙарҙы тикшергәндә табыла.
- Сарым-Саклы нығытылған ултырағы — Ҡыҙыл районы (Силәбе өлкәһе), Зингейка йылғаһының уң ярында. 1987 йылда самолеттан фотоға төшөрөлгән кадрҙарҙы тикшергәндә табыла.
- Һынташты мәҙәни-тарих комплексы— Бреды районы (Силәбе өлкәһе), Аҡмулла (Караталаят йылғаһы башы) йылғаһының һул ярында.. 1972 йылда табылған (1968 йылда тигән мәғлүмәт бар).
- Синташта 2 (Левобережное) нығытылған ултырағы— Бреды районы (Силәбе өлкәһе), Һынташты йылғаһының һул ярында. 1990 самолеттан фотоға төшөрөлгән кадрҙарҙы тикшергәндә табыла..
- Степное нығытылған ултырағы— Пласт районы (Силәбе өлкәһе), Уй йылғаһының һул ярында. 1987 йылда самолеттан фотоға төшөрөлгән кадрҙарҙы тикшергәндә табыла.
- Устье нығытылған ултырағы — Варна районы (Силәбе өлкәһе), Түбәнге Тогузак йылғаһының уң ярында, Кисинет йылғаһы инешенә яҡын урында. 2004 йылда табылған.
- Чекатай нығытылған ултырағы — Варна районы (Силәбе өлкәһе), Чекатай күленең көнсығыш ярында. 1991 йылда самолеттан фотоға төшөрөлгән кадрҙарҙы тикшергәндә табылған.
- Черноречье 3 нығытылған ултырағы — Троицк районы (Силәбе өлкәһе), Чекатай күленең көнсығыш ярында, 1977 йылда табылған.
- Нығытылған ултыраҡ — Ҡариҙел районы (Башкортостан), Ҡариҙел ауылы.
Башҡалар:
- Никольск 1
- Петровка 2
- Боголюбово 1
- Стрелецк 1 Троицк районы[2]
Псевдофәндә (уйҙырма фәндә)
үҙгәртергәАрҡайымды тапҡан ваҡытта СССР-ҙа үҙгәреп ҡороу осоро барған; астрология, дауалау, Ерҙән ситтәге цивилизациялар, сихырлау, иҫке дин ғилеменән баш тартыу һәм яңыларын булдырыу тибындағы төрлө «рухи эҙләнеүҙәр» бик тиҙ үҫеш таба. Яңы ошо юҫыҡтағы әҙәбиәт һәм табуғат прессаһы барлыҡҡа килә. «Дауалаусылар», «күрәҙәселәр», «телепаттар» цензуранан йонсоған халыҡҡа бик йәтеш булды. Арҡайым боронғо ҡиммәтле ҡомартҡыһын табыу ҙа стандартҡа тура килмәгән яңылыҡ була. Төрлө-төрлө «яңы ағымдар» ҡаланы үҙ маҡсаттарында файҙалана башланы. Ҙур Ҡараған археологик ҡаҙыныу эштәре төрлө ҡыҙыҡһыныусы, кәрәккә-кәрәкмәгәндә сенсация эҙләгән кешеләр өсөн «мәккәгә» әйләнде. Төрлө гипотезалар барлыҡҡа килде:
- Арҡайым ҡалаһы обсерватория булараҡ ҡулланылған тигән фараздар барлыҡҡа килде;
- Уфологтар, был ҡалаларҙы башҡа планета заттары төҙөгән, тигән фекер әйтәләр;
- Экстрасенстар, Арҡайым районында энергияның көслө ағымы үтә, тип фаразланыла һәм бында «көс алыу өсөн» килә башлайҙар;
- Индиан веда йүнәлештәрен өйрәнеү менән мауығыусылар Арҡайымды Заратустра ватаны тип фаразлайҙар;
- Шулай уҡ был илдә халыҡтар айырым миллилектең боронғо тармаҡтарына (протонациональные ветви) бүленгән булған тигән фараздар ҙа бар.
Ошо гипотезаларҙың барыһының да ышандырырлыҡ базаһы юҡ.
Арҡайымды үҙләштереү һөҙөмтәһендә үрҙә телгә алынған кешеләр тарафынан спиралгә оҡшаған инсталляциялар тибындағы таштар баҡсаһы барлыҡҡа килде.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Сикияз-Тамак (пещерный город)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Зданович Г.Б., Батанина И.М. Аркаим - Страна городов: Пространство и образы: (Аркаим: горизонты исследований). — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, Издательство Крокус, 2007. — 260 с. — ISBN 978-5-902165-18-7, 5-7688-0964-3.
- ↑ «Аркаим — центр науки или язычества?»(недоступная ссылка) // 74.ru
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Зданович Г. Б., Батанина И. М. Аркаим — Страна городов: Пространство и образы: (Аркаим: горизонты исследований). — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, Издательство Крокус, 2007. — 260 с. — ISBN 978-5-902165-18-7, 5-7688-0964-3
- Аркаим. По страницам древней истории Южного Урала. Челябинск: Изд-во Крокус, 2004. — 348 с.
- Малютина Т. С., Зданович Г. Б. Аландское — Аркаим: древнее наследие Южного Урала Научно-популярный проспект. Оренбург, 2013.
- В. Ф. Генинг, Г. Б. Зданович, В. В. Генинг Синташта: Археологические памятники арийских племен Урало-Казахстанских степей. УрО РАН, Челяб. гос. ун-т. Челябинск: Юж.-Урал. кн. изд-во, 1992. — 408 с. 32 л. ил.
- Аркаим: Исследования. Поиски. Открытия / Науч. ред. Г. Б. Зданович; Сост. Н. О. Иванова. — Челябинск: Творч. об-ние «Каменный пояс», 1995. — 224 с. — (По страницам древней истории Южного Урала).
- Зданович Д. Г. Синташтинское общество: социальные основы «квазигородской» культуры Южного Зауралья эпохи средней бронзы / Специализир. природ.- ландшафт. и ист.-археол. центр «Аркаим». Челяб. гос. ун-т. Челябинск, 1997. 93 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Аркаим-центр (государственное учреждение культуры)
- Фотографии на официальном сайте
- Публикации на официальном сайте http://www.arkaim-center.ru/index.php?page=102&ver=1