Биҫтә (ҡала яны, ҡала тирәһе) — ҡаланың административ сиге янында йәки уның аръяғында урынлашҡан торамаларҙың дөйөм атамаһы. Хәҙерге биҫтәләрҙең күбеһе «йоҡо райондары» булып бихисап шәхси йорттарҙан тора. Ҡайһыларының бер ни тиклем дәрәжәләге сәйәси автономияһы бар, уларҙа ҡаланың эске райондары менән сағыштырғанда халыҡ тығыҙлығы бик түбән.

Куала-Лумпур ҡалаһы үҙәгенең аръяғындағы Бангсар биҫтәһе

Механик транспорт, шул иҫәптән автомобилдәр һәм юғары тиҙлектәге поездар, ХХ быуатта биҫтәләрҙең бик тиҙ ҙурайыуына һәм яңыларының барлыҡҡа килеүенә ҙур этәргес бирә[1].

Рәсәйҙәге провинциаль бәләкәй ҡалалары һәм район үҙәктәре халҡының ҙур ғына өлөшө биҫтәләрҙә көн итәләр.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә