Уральск (1775 йылға тиклем — Яйыҡ ҡаласығы) (ҡаҙ. Орал )— ҡала көнбайыш Ҡаҙағстанда, Урал йылғаһы буйында урынлашҡан. Көнбайыш-Ҡаҙағстан өлкәһенең административ үҙәге, Каспий буйы уйһыулығының төньяҡ өлөшөн биләй . Ҡала акиматы ҡарамағындағы дөйөм майҙаны яҡынса 700 км².

Уральск
ҡаҙ. Орал
Герб
Нигеҙләү датаһы 1584
Рәсем
Рәсми атамаһы Уральск һәм Яицкий городок[1]
Дәүләт  Ҡаҙағстан
Административ үҙәге Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе[d]
Административ-территориаль берәмек Уральская городская администрация[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы Äkim of Oral[d]
Халыҡ һаны 167 352 кеше (17 ғинуар 1979)[2],
199 835 кеше (12 ғинуар 1989)[2],
194 905 кеше (14 февраль 1999)[2],
202 161 кеше (25 февраль 2009)[2],
235 764 кеше (1 ғинуар 2021)[2],
36 466 кеше (28 ғинуар 1897),
67 575 кеше (17 ғинуар 1939),
103 914 кеше (15 ғинуар 1959),
134 162 кеше (15 ғинуар 1970),
237 134 кеше (2022),
230 775 кеше (2015),
234 155 кеше (2020)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 35 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Атырау, Плоешти[d], Иҫкешәһәр, Острава, Ырымбур һәм Дондағы-Ростов
Майҙан 700 000 000 квадрат метр
Почта индексы 090000–090013
Рәсми сайт uralsk.gov.kz
Мисәттең/эмблеманың һүрәтләнеше
Номер тамғаһы коды L һәм 07
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Уральске[d]
Карта
 Уральск Викимилектә

Халыҡ һаны — 300 128. Ҡала акиматы сиктәрендә ҡала — Деркүл (13 722 кеше), Зачаган (42 551 кеше) һәм Круглоозерный (48 102) ҡасабалары һәм ҡала административ ҡармағында булған ауыл тораҡ пункттары (Кордон, Ливкино, Маштако, Меловые горки, Серебряково ауылдары, Желаев ҡасабаһы). Ултыртылған ағастарҙың дөйөм майҙаны 6 мең гектар тәшкил итә. Торлаҡ фонды — 4 млн м². Ҡаланың төньяҡтан көньяҡҡа табан оҙонлоғо — яҡынса 8 км, көнбайыштан көнсығышҡа — яҡынса 23 км.

Уральск Урал йылғаһының урта ағымының уң ярында һәм Чаган йылғаһының түбәнге ағымының һул ярында урынлашҡан. Чаган йылғаһының уң ҡушылдығы — Деркүл йылғаһы, ҡала эргәһендәге Деркүл ҡасабаһы тирәһендә аға. Иң бейек ҡалҡыулыҡ — Зачаганск һәм Круглоозерный ҡасабалары араһында торған Свистун-тау.

Яйыҡ — күсмә халыҡтарҙың беренсе ҡалаһы, XIII быуатта нигеҙләнгән. 1584 йылдан һуң Яйыҡ ҡаласығы ҡала итеп үҙгәртелә (ҡаланың нигеҙләнеү йылы рәсми рәүештә — 1613 йыл). 1988 йылда ҡаланың 375 йыллығына арналған байрам үткәрелде. Яйыҡ (Урал) һәм Чаган йылғалары араһындағы ярымутрауҙа төҙөлгән. Хәҙерге ваҡытта әлеге район «Курени» тип исемләнә, казак йорто — курень (сагат. kuran «халыҡ», «ҡәбилә») төрки һүҙенән алынған.

1591 йыл Яйыҡ казактарының Урыҫ батшаһына хеҙмәт итә башлаған йылы тип иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта Петр Беренсегә тиклем улар тулы автономияға эйә булалар. 17731775 йылдарҙа Яйыҡ казактары Емельян Пугачевтың ихтилалының төп үҙәге булалар. 1775 йылда, баш күтәреүселәрҙе ҡыйратҡандан һуң, императрица Екатерина II Яйыҡ ҡаласығының исемен — Уральск, Яйыҡ йылғаһын Урал тип үҙгәртә.

 
Яйыҡ казактары походта

Әммә урындарҙа казактарҙың боларыштары әленән-әле булып тора. 1804, 1825, 1837, 1874 йылдарҙа боларыштар була һәм улар хөкүмәт ғәскәрҙәре тарафынан ҡаты баҫтырыла.

 
Урал өлкәһе 1900 йыл.

Ҡала тормошонда сауҙагәрҙәрлек ҙур роль уйнай. Ҡалала татар биҫтәһе була. Татарҙар ғәскәрҙә хеҙмәт итә, уларҙың күбеһе офицер була, әммә уларҙың төп шөғөлө — сауҙа. XIX быуат аҙағында Уральскиҙа яҡынса 100 татар дворяндары иҫәпләнә. 450 сауҙагәр ғаиләләренең 300-е татар ғаиләләре була. 1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 6 129 6 кеше туған теле татар тип һанай (ҡаланың өстән бер өлөшө). Татарҙар үҙенә күрә Рәсәй һәм ҡаҙаҡ ҡәбиләләре араһында бәйләнеш булдырыусы ролен уйнайҙар. Уральск татар типографияларында ҡаҙаҡ телендәге беренсе гәзиттәр нәшер ителә.

1846 йылда Уральск ҡалаһы ҙур ҡалалар һәм эре сауҙа үҙәктәре исемлегенә индерелә.

XX быуаттың башына тиклем Уральск өлкәһенең административ үҙәге, Яйыҡ казак ғәскәренең баш ҡалаһы һәм Ырымбур губернаһының өлөшө була.

1879 йылдың 29 апрелендә янғын сығып, ҡаланың өстән ике өлөшө янып бөтә[3].

1894 йылда Уральскиға Рязань-Урал тип исемләнгән, ҡаланың артабанғы үҫеше өсөн ҙур этәргес булған тимер юлы барып етә.

Граждандар һуғышына тиклем ҡалала 15 единоверческиә һәм православие сиркәүе була (биҫтәләрҙә тағы ла 4), 4 мәсет, бер нисә ғибәҙәт ҡылыу йорттары (Урал казактарының байтаҡ өлөшө старообрядсылар булып ҡала), театр, музей, һәм бер нисә китапхана һәм дауахана, ҡатын-ҡыҙ һәм ирҙәр классик гимназиялары, реаль училище, уҡытыусылар семинарияһы, мәктәптәр, бер нисә гәзит сыға.

Граждандар һуғышы

үҙгәртергә

Граждандар һуғышы ваҡытында Уральск ҡаты һуғыштар үҙәге була; 1919 йылда большевиктар яулап алғандан һуң, Урал армияһы ҡаланы оҙайлы ҡамауҙа тота[4].

Бөйөк Ватан һуғышы

үҙгәртергә

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында үҙәктән 14 сәнәғәт предприятиеһы, 20 хәрби госпиталь эвакуациялана, хәрби берләшмәләр формалаша.

Билдәле тарихи шәхестәре менән бәйләнештәр

үҙгәртергә
 
Пугачев музейы — «батша» кәләшенең атаһы — Кузнецовтың йорто

Уральск тарихы менән күренекле тарихи шәхестәрҙең исемдәре бәйләнгән.

  • Буласаҡ императорҙар Александр II, Николай II Рәсәйҙең казак ғәскәрҙәре атамандары булараҡ килгәндәре була. Александр Невский Соборына, ә Николай — Христос Спаситель Храмына нигеҙ һалған.
  • Пугачев үҙенең походын Уральскиға табан Бударинский станицаһынан башлай, ҡаланы тотҡарлыҡһыҙ тиерлек яулап ала.
  • Екатерина Икенсе Суворовты Крәҫтиәндәр һуғышын баҫтырыу өсөн ебәрә, бында ул бер нисә еңеү яулай һәм Пугачевтан тәүге һорауҙар ала.
  • Академиктар А. Гумбольдт, П. С. Паллас Уральскиҙа булғандар.
  • И. А. Крылов бала сағында ҡамауҙа ҡалған ҡалала йәшәй.
  • А. С. Пушкин Уральскиҙа 1833 йылдың көҙөндә булып китә.
  • Даль Ырымбурҙа һигеҙ йыл дауамында хеҙмәт иткән саҡта ҡалала бер нисә тапҡыр була. Пушкин менән булған сәйәхетендә казак станицалары һәм ҡаҙаҡ ауылдары араһында 12 аҙна буйы йөрөй, йырҙар, риүәйәттәр яҙып ала. Был яҡтарҙа ҙур абруй ҡаҙана.
  • Жуковский 1837 йылда тәхет вариҫы, үҙенең тәрбиәленеүсеһе, буласаҡ император а Александр II оҙатып йөрөй.
  • Т.Шевченко Манғышлаҡҡа барышлай булып китә.
  • Композитор А. А. Алябьев ҡала оркестры менән етәкселек итә.
  • Л. Н. Толстой 1862 йылда Севастополь буйынса иптәше наказной атаман А. Д. Столыпинда ҡунаҡта була. Әлеге сәфәре тәьҫире аҫтында «Казаки» повесы донъя күрә.
  • Столыпин 1857 йылда наказной атаман итеп тәғәйенләнә, ҡала өсөн күп изгелекле эштәр башҡара.
  • Ф. И. Шаляпин карьераһының башында, 1891 йылда урындағы театрҙа гастролдәрҙә була.
 
Александр Невский ғәскәри соборы (емерелгән)
  • В. Г. Короленко Уральск казак архивында 1900 йылдың июненән сентәбренә тиклем эшләй, «У казаков» и «Пугачёвская легенда на Урале» очерктарын яҙа.
  • Ғ. Туҡай, татар шағиры, атаһының һеңлеһе ғаиләһендә бала һәм үҫмер йылдарын үткәрә (1895—1907 йылдар), урындағы татар гәзиттәр менән хеҙмәттәшлек итә, үҙенең ижадын бында башлай.
 
Михаил-Архангельск (Иҫке) соборы
  • Яҙыусылар А. Н. Толстой, К. А. Федин, В. В. Бианка, Сакен Сейфуллин, Сабит Моҡан, В. П. Правдухин һәм башҡалар ҡалала булғандар[5].
  • Ҡалала атыу буйынса Олимпия чемпионы (1972) Косых Григорий Георгиевич тыуған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Яицкий городок (урыҫ) // Эфемериды — Яя — 1931. — Т. 65.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 https://www.citypopulation.de/en/kazakhstan/cities/
  3. О.Г.Ярошенко. Оренбургские епархиальные ведомости (1 май 1879), стр. 275—276. 10 ғинуар 2015 тикшерелгән.
  4. Жуков Г. К. Воспоминания и размышления. Гл. 3 Участие в Гражданской войне
  5. Куликов В. Суворовское училище // Экспресс К. 1.10.2010 2014 йыл 14 июль архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә