Ҡала агломерацияһы
Ҡала агломерацияһы (лат. agglomeratio, agglomero — бергә, ҡушам) — бергә ҡушылған йәки бер беренә яҡын урынлашҡан ҡалалар (шулай уҡ ауылдар йәки башҡа торлаҡ пункттар) төркөмө. Агломерацияға ингән ҡалалар берҙәм система булараҡ ҡарала.
Агломерациялар ғәҙәттә бер өлкән үҙәк ҡала тирәһендә барлыҡҡа килә; һирәгерәк осраҡтарҙа, агломерация ике-өс үҙәк тирәһендә туплана; бындай агломерация шулай уҡ конурбация тип атала. Агломерацияға ингән ҡалалар бер береһе менән сәнәғәт, хеҙмәт, транспорт, мәҙәни-көнкүреш бәйләнештәрҙә тора. Типик осраҡта, агломерацияның ҡалаларында торған халыҡ ҙурыраҡ үҙәк ҡалаға көн һайын йөрөп эшләй; үҙәк ҡаланың янында бөтә агломерацияны хеҙмәтләндергән инфраструктура (мәҫәлән аэропорт) була.
Йәнәш урынлашҡан бер нисә агломерация үҫә барһа, улар берҙәм бер мегалополис барлыҡҡа килтерә.
Яҙма
үҙгәртергәБиләмә структураһы буйынса бер үҙәкле — тирә-яғындағы ҡалған бөтә торамаларҙы үҙ йоғонтоһона буйһондорған һәм уларҙан ҙурыраҡ булған бер үҙәк ҡала; күп үҙәкле — үҙ-ара бәйле бер нисә үҙәк ҡала ҡала агломерацияһына айырып йөрөтәләр.
Донъяның иң өлкән агломерациялары
үҙгәртергәРәсәйҙең ҡала агломерациялары
үҙгәртергәРәсәйҙең миллиондан ашыу агломерациялары теҙеме (2009-сы йылғаса, торған халыҡ һаны менән):
- Мәскәү агломерацияһы: 14,5 млн.
- Санкт-Петербург агломерацияһы: 5,4 млн.
- Һамар-Тольятти агломерацияһы: 2,5 млн.
- Екатеринбург агломерацияһы: 2,2 млн.
- Түбән Новгород агломерацияһы: 2 млн.
- Ростов агломерацияһы: 1,8 млн.
- Новосибирск агломерацияһы: 1,7 млн.
- Волгоград агломерацияһы: 1,4 млн.
- Ҡазан агломерацияһы: 1,43 млн.
- Силәбе агломерацияһы: 1,32 млн.
- Өфө агломерацияһы: 1,28 млн.
- Омск агломерацияһы: 1,2 млн.
- Һарытау агломерацияһы: 1,2 млн.
- Пермь агломерацияһы: 1,2 млн.
- Тула-Новомосковск агломерацияһы: 1,1 млн.
- Яр Саллы агломерацияһы: 1,1 млн.
- Воронеж агломерацияһы: 1,1 млн.
- Иркутск агломерацияһы: 1,1 млн
- Красноярск агломерацияһы: 1,02 млн.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Харченко К. В. Проблемы управления развитием городских агломераций: взгляд из г. Белгорода // Муниципальный мир. − 2009. − № 1-2. − С.49-57. http://leveltar.narod.ru/a/aglo.pdf 2016 йыл 19 октябрь архивланған.
- Demographia World Urban Areas (World Agglomerations). 8th Annual Edition: Version 2. July 2012 http://www.demographia.com/db-worldua.pdf
- Абакано-Черногорская агломерация 2012 йыл 15 декабрь архивланған. Эксперт-Сибирь. — 2012. — 12 марта.