Ур
Боронғо ҡала
Ур
Urim
| ||||||||||||||
|
Ур (клиноп. 𒋀𒀕𒆠, 𒋀𒀊𒆠, шум. Urim, аккад. ак. Uru) — боронғо көньяҡ Месопотамияла урынлашҡан IV меңенсе йыллыҡтан алып беҙҙең эраға тиклем IV быуатҡа тиклем көн иткән иң боронғо шумер ҡала-дәүләттәренең береһе[1] . Ур Көньяҡ Вавилонияның, Ираҡтағы хәҙерге Телль-Эль-Мукайярҙың көньяғында, Насирия эргәһендә, Евфрат йылғыһы көнбайыш ярының түбәнге ағымы территорияһында, хәҙерге ғәрәп исемле «Тель әл-Мукайяр» («Битум убаһы») урында урынлашҡан булған. Ҡала Тәүраатта Ибраһимдың тыуған ҡалаһы «Халдей Уры» исеме аҫтында телгә алына.
Өлкә, йәки Ур номы (шум. Урий, хәҙер Телл-әл-Мөҡәйер) Евфрат йылғаһы тамағында урынлашҡан була. Был номға Ур ҡалаһынан башҡа ҡалалар, шулай уҡ Эриду (хәҙер Әбү-Шахрайн), Мура һәм убалар аҫтында ҡалған Телл-әл-Убейд (шумер исеме билдәһеҙ) ҡалалары ҡарай. Ур общинаһы Нанныйға табынған. Ә Эриду ҡалаһында Энкаға ғибәҙәт ҡылған.
Ур тарихы
үҙгәртергәУр ҡалаһы Уруҡ осоронда б.э.т. V, IV меңенсе быуаттарҙа Ур ултырығы урынында Ур ҡалаһына нигеҙ һалына. Урҙың тәүге сәскә атыу дәүерен б.э.т. 3 меңенсе йылдар башына тура килә тип һанала, был ваҡыт Иртә династия осоро (б.э.т. 3000 — 2400) тип атала. Ул осорҙа Ур тирә-яҡтағы яҡынса 90 км² майҙанлы ауылдар, бер нисә бәләкәй Эриду һәм Убайд ҡалалары һәм Мура ҡаласыҡ өҫтөнән хаким итә. Евфрат дельтаһының көньяҡ өлөшөн, фарсы ҡултығына сығыуҙы контролдә тотоп, Ур Урук менән Месопотамия өҫтөнән хакимлыҡ итеү өсөн көрәшә.
3000 йылдан алып б.э.т. Ур шумер цивилизацияһының иң ҙур үҙәктәренең береһе булған. Урҙың сәскә атыу осоронда бик күркәм ғибәҙәтханалары, һарайҙары, майҙандары һәм йәмәғәт биналары, күп һанлы халҡы була, ә уның кешеләре(ир-егеттәре лә, ҡатын-ҡыҙҙары ла биҙәнеү әйберҙәре ярата). Ғибәҙәтханалар, зиккурат, I династия ваҡытың некропле, шулар рәтендә 16 батша кәшәнә — таштан дромослы кәшәнә; 74 кешегә тиклем ҡорбан килтереү, ике тәгәрмәсле арба, ҡорал, затлы йыһаз һәм башҡалар. Оборона диуарҙары, гавандәр, зиккурат, ғибәҙәтханалар, мавзолей, яҙыуҙар, шына яҙыулы архив, таш скульптура, цилиндр мөһөрө һ.б. — 3-сө династия осоро ҡомартҡылары. Б.э.т. 3000 —2000 йылдың торлаҡ кварталдары.
Иртә династия осороноң 3 этабында Урҙа I лугаль династияһы хаким итә. Ниппурҙағы «Батша исемлегендә» (Шумер һәм Аккад династияһының ярымлегендар исемлеге) хаталар һәм төшөп ҡалған урындар байтаҡ. Ысын яҙыуҙарҙан, беҙ династияның 6 исемен беләбеҙ. Исемлек уларҙың 4-һен генә атай һәм, бәлки хаталылыр ҙа, ниндәйҙер Балулу исемен өҫтәй. Беренсе Ур династияһының байлығы һәм ҡеүәте тураһында ҡалала батша кәшәнәләре табылыуы һөйләй. Ур лугалдәренең байлығы ерҙәрҙе, ғибәҙәтханалар урындарын баҫып алыу менән генә түгел (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса шундай фекергә килергә мөмкин), ә сауҙа итеүгә лә нигеҙләнгән.
Б.э.т. 2310 йылда Урҙы аккад батшаһы Саргон Боронғо яулап ала, үҙ державаһының составына индерә һәм үҙенең ҡыҙын, шағирә булараҡ билдәле булған, Энхедуаннаны тәхеткә ултырта, Ур ай Наннаһына табыныусыларҙың юғары энтум-әһеле итеп ҡуя. Ҡала XXIV—XXII быуаттарҙа күрше ҡала-дәүләттәре менән буйһондорола. Күпмелер ваҡыт ил бөлгәнләктә булып, Ур хакимы Утухенгаль укутей-күскенселәрен илдән ҡыуғандан һуң, Ур III династияһы хакимлығы ваҡытында (б.э.т. 2112-1996 йылдарҙа) ҡайтатан сәскә ата, б.э.т. XXI быуатта «Шумер һәм Аккад батшалығының» баш ҡалаһына әүерелә. Династияға нигеҙ һалыусы — Ур-Намму — Ай хоҙайы Наннаны данлаусы ҙур зиккуат төҙөй, закондар китабы баҫтырып сығара (фрагменттары һаҡланып ҡалған). Уның вариҫы — Шульга, үҙәк бюрократик аппараты төҙөп Ур гегемонияһын нығыта.
Аморей ҡәбиләләре һәм Элам ғәскәрҙәренең б.э.т. III—II меңенсе йыллыҡта ябырылыуы, Урҙың таланыуына һәм бөлөүенә килтерә; был фажиғәле ваҡиғалар тураһында «Урҙың һәләк булыуы тураһында илауы» шиғри юлдарында бәйән ителә. Бөлгөнлөккә төшкән ҡаланы бер нисә йыл оккупациялағандан һуң (б.э.т. 2003-1996 йылдарҙа) эламиттар уны, Иссин хакилығына ҡалдырып, ташлап китә. Уларҙың (Ишня-Даган) бер ҡыҙы, Эй-Анатум шумер исемен алып, Урҙың юғары әһеле була һәм ҡаланы тергеҙә башлай. Ур Ларсы аморей династияһының хакимлығы ваҡытында тергеҙелә.
Ур вавилон осоронда мөһим шумер ҡалаһы булып ҡала. Әммә Урҙың Хаммураппи, Самсуилунаның улына ҡаршы барған Көньяҡ Месопотамия ихтилалында ҡатнашыуы, ҡала диуарының емереүенә генә түгел, ә торлаҡ кварталдарының бөлгөнлөгөнә һәм ур хататтары уҡыған эдуб — мәктәптәренең эшмәкәрлеген туҡтатыуға алып килә, был турала б.э.т. 1739 йылда Самсуилуна тураһында яҙыуҙарында хәбәр ителә.
Вавилон батшаһы Набонид ҡаҙыу эштәре үткәрә һәм урындағы зиккуратты яңынан һалдыра. Диңгеҙ илдәре династияһы, касситтар, ассирийҙар һәм Яңы Вавилон батшалығы хакимлығы осоронда Ур үҙенең сауҙа-һөнәрселек үҙәге булыуын һаҡлай, ләкин Евфрат дельтаһының ерҙәренең тоҙланыуы игенселектең тарҡылышына һәм халыҡтың ҡаланы ҡалдырып китеүенә килтерә. Б.э.т. IV быуатта, бәлки климат үҙгәреү арҡаһындалыр, халыҡ боронғо Ур ҡалаһын бөтөнләй ташлап китә. Боронғо Ур ҡалаһы Ибраһим һәм уның туғандары тыуған Халдей Ур ҡалаһы кеүек Библияла телгә алына.
Ҡаҙыу эштәре
үҙгәртергәЕвропала иң тәүгеләрҙән булып итальян дело Валли Пьетро ҡала өҫтөндәге курғандарҙы ҡарарға килә. Ул 1625 йылда бында шына яҙыулы кирбестәр таба.
Урҙа тәүге ҡаҙыу эштәрен 1854 йылда Британ музейы өсөн британ консульствоһы хеҙмәткәре Басре Тэйлор үткәрә. Син хоҙайы ғибәҙәтханаһының харабалары, «бөйөк яҡтылыҡ өйө», шулай уҡ түңәрәк табуттарҙа йәки кирбес көмбәҙендә, йәки балсыҡ һауыттарҙа (ярлылар өсөн) ерләнгән ҡыҙыҡлы некрополдәр табыла.Ҡаҙыу эштәре оборона диуарҙарын, һарайҙар, зикураттар, кәшәнәләр, шына яҙыулы архив табыуға булышлыҡ итә. Скелет янында ерләү япмалар ҡалдыҡтары һәм бик күп балсыҡ һауыттар, һирәгерәк аш-һыу һаҡлаған еҙ һауыттар табыла. Балсыҡ табуттар һәм көмбәҙҙәрҙең һаҡланыуы дренаж ҡулаймаларының булыуы менән аңлатыла: убаларҙы киптереү ергә вертикаль балсыҡ торбаларҙы төшөрөү аша үткәрелгән.
Вулли етәкселеге аҫтында бөйөк Ур зиккураты меңәр йыллыҡ ҡом баҫыуынан азат ителә. Унлаған йылдарҙан һуң Саддам Хуссейн ҡомартҡыға «тәүге ҡиәфәтен» ҡайтарырға теләй һәм уны яңынан һала башлай — был ваҡиға ғалимдарҙа төрлө баһа ала. Ираҡ һуғышы ваҡытында американдар ҡаласыҡ эргәһендә Али авиабазаһы урынлаштыра. Был иһә археологтарҙың тәнҡитенә алып иклә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ [ Ур] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
Әҙәбитәт
үҙгәртергә- Вулли Л. Ур халдеев. — М.: Издательство восточной литературы, 1961. — 254 с. — (По следам исчезнувших культур Востока). — 25 000 экз.Ҡалып:Книга:Вулли Л.: Ур халдеев
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ур // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.