Тбилиси
Тбили́си (груз. თბილისი tʰ'biliˌsi Tbilisi.ogg [5][6] — «йылы сығанаҡ», урыҫ теле|урыҫса «тёплый источник») — Грузияның баш ҡалаһы[7]. Кура йылғаһы буйында урынлашҡан һәм 1,5 миллионға яҡын халҡы менән илдең иң ҙур ҡалаһы һанала. Уға V быуатта нигеҙ һалынған. Европа менән Азия сигендә урынлашыуы арҡаһында Тбилиси күп тапҡыр Кавказдағы төрлө көстәрҙең үҙ-ара бәхәсенә сәбәпсе була. Ҡаланың күп ҡырлы һәм бай тарихы уның архитектураһында сағылыш тапҡан: Руставели һәм Давид Агмашенебели проспекттарынан башлап, Нарикала районындағы иртә урта быуаттар осоронан һаҡланып ҡалған тар урамдарға хәтлем — барыһы ла үҙенсәлекле күренеште тәшкил итә.
Тбилиси — дәүләт әһәмиәтендәге ҡала, Грузияның административ-территориаль бүленешенә ярашлы, илдәге крайҙарға тиңләштерелгән Тбилиси муниципалитетын тәшкил итә. Майҙаны 726 км²[8], халҡы 1 113 000 кеше (2016 йыл)[9].
АтамаһыҮҙгәртергә
«Тбилиси» атамаһы тәүге тапҡыр IV быуатта телгә алына; уның килеп сығыуын ҡалала булған йылы көкөртлө сығанҡтар менән бәйләйҙәр (грузинса ტფილისი, [Тпилиси]; тбили — «йылы»); урыҫ телендә 1936 йылға тиклем грек әҙәбиәте аша үҙләштерелгән Тифли́с һүҙе ҡулланыла[10]. 1936 йылдың 20 авгусынан рәсми нигеҙҙә атама милли яңғырашҡа яҡыныраҡ булған Тбилиси формаһында алына[10].
СимволикаҮҙгәртергә
Ҡаланың символдары: асҡыс, флаг, герб һәм мисәт.
ФлагҮҙгәртергә
Тбилиси флагы тура мөйөшлө формала, дүрт төҫтән тора: аҡ фонда асыҡ күк, алтын һәм ҡара-ҡыҙыл төҫтәге элементтар урынлашҡан: киң асыҡ күк һәм сағыштырмаса нәҙек алтынса һыҙаттар бер-береһенә перпендикуляр булып киҫешә. Нәҡ ошо киҫешеү нөктәһендә ҡара-ҡыҙыл фонда ҡала гербының график һүрәтләнеше, ә уны түңәрәкләп алтын төҫтәге ете мөйөшлө ете йондоҙ урынлаштырылған. Һыҙаттарҙың ошолай киҫелеше символик әһәмиәткә эйә.
ГербҮҙгәртергә
Ҡала гербы яҙыулы түңәрәк формалағы композициянан ғибәрәт: баш «тан» хәрефенең ҡарсыға менән фазан формаһында график һүрәтләнеше һәм хәрефтәрҙең бер-бер артлы урынлашыуы баш ҡала тураһындағы легенданың асылын сағылдыра. Гербтың өҫкө ярым түңәрәге буйлап ете мөйөшлө ете йондаҙ урынлашҡан. Төп һүрәт мәңгелек һәм көс символы булған имән ботағы менән уратып алынған, уның нигеҙен «Тбилиси» тигән яҙыулы әүернә рәүешле һүрәт (крестообразное изображение) тәшкил итә. Гербтың үҙәк булмышы һыу темаһына бағышланған[11].
МисәтҮҙгәртергә
Тбилиси ҡалаһының мисәте уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағында эшләнә, ә 2005 йылдың 5 июнендә рәсми раҫла-на[12]. Ҡала гербының һәм мисәтенең авторы — Эмир Бурджанадзе.
Билдәле шәхестәреҮҙгәртергә
- Агаронов Ашот Моисеевич (4.11.1895—21.08.1962), совет ғалим-табибы, акушер, гинеколог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1935—1945 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының кафедра мөдире. Медицина фәндәре докторы (1940), профессор (1935). Башҡорт АССР-ының (1945) һәм Әрмән ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1961).
Физик-географик характеристикаҮҙгәртергә
Ҡаланың географик урыныҮҙгәртергә
Тбилиси, Ҡура йылғаһы үҙәнендә һәм уны өс яҡтан уратҡан тауҙар биттәрендә 30 саҡрымға тиерлек тар һыҙат булып һуҙылып, Тбилиси соҡоронда урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 380—770 метр. Ҡаланың тирә-яғында 6-, 7- һәм 8-баллы ер тетрәүҙәр булырлыҡ участкалар бар. Көнсығыштан, көньяҡтан һәм өлөшләтә көнбайыштан Тбилиси Гардабан районы, төньяҡтан һәм ҡалған көнбайыш яҡтан — с Мцхет районы менән сиктәш[13].
КлиматҮҙгәртергә
Ҡала климаты уртаса континенталь: оҙайлы эҫе йәй, ҡыҫҡа йылы яҙ һәм йомшаҡ, бер үк ваҡытта ҡоро ҡыш.
- Уртаса йыллыҡ температура: +13,3 °C
- Елдең уртаса йыллыҡ тиҙлеге: 1,5 м/с
- Һауаның уртаса йыллыҡ дымлығы: 67 %
- Температураның экстремаль (һуңғы сиктәге — иң түбән һәм иң юғары) күрһәткестәре: минимум −24,4° (21 ғинуар 1883 йыл); максимум +42,0° (17 июль 1882 йыл)
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 19,5 | 22,4 | 28,7 | 34,4 | 35,1 | 40,2 | 42,0 | 40,6 | 37,9 | 33,3 | 27,2 | 22,8 | 42,0 |
Уртаса максимум, °C | 6,6 | 7,7 | 12,6 | 18,9 | 23,1 | 28,1 | 31,2 | 30,9 | 26,4 | 19,8 | 12,8 | 8,4 | 18,9 |
Уртаса температура, °C | 2,3 | 3,1 | 7,2 | 12,7 | 17,2 | 21,7 | 24,9 | 24,7 | 20,2 | 14,2 | 7,9 | 3,7 | 13,3 |
Уртаса минимум, °C | −0,8 | 0,0 | 3,2 | 8,4 | 12,4 | 16,5 | 19,8 | 19,5 | 15,4 | 10,4 | 4,9 | 1,3 | 9,3 |
Абсолют минимум, °C | −24,4 | −14,8 | −12,8 | −3,8 | 1,0 | 6,3 | 9,3 | 8,9 | 0,8 | −6,4 | −7,1 | −20,5 | −24,4 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 18,9 | 25,8 | 30,3 | 50,5 | 77,6 | 76 | 44,9 | 47,5 | 35,6 | 37,5 | 29,9 | 21 | 495,5 |
Сығанаҡ: Погода и климат (температура), Всемирная метеорологическая организация (ВМО), Гонконг обсерваторияһы (яуым-төшөм нормаһы) |
Туғанлашҡан ҡалаларҮҙгәртергә
Тбилиси менән туғанлашҡан ҡалалар:
- Саарбрюккен (нем. Saarbrücken), Германия (1975)[14]
- Ереван (әрм. Երևան), Армения
- Нант (франц. Nantes), Франция (1979)[14]
- Любляна (слов. Ljubljana), Словения (1975)[14]
- Инсбрук (нем. Innsbruck), Австрия (1982)[14]
- Атланта (ингл. Atlanta), АҠШ (1987)[14]
- Сан-Антонио (ингл. San Antonio), АҠШ (1994)
- Палермо (итал. Palermo), Италия (1987)[14]
- Бристоль (ингл. Bristol), Бөйөк Британия (1988)[14]
- Бильбао (исп. Bilbao, баск. Bilbo), Испания (1989)[14]
- Киев (укр. Київ), Украина (1999)[14]
- Астана (ҡаҙ. Астана), Ҡаҙағстан (2005)[14]
- Вильнюс (лит. Vilnius), Литва (2009)[14]
- Варшава (пол. Warszawa), Польша (2010)[14]
- Кишинёв (молд. Chişinău), Молдавия (2011)[15]
- Томск, Рәсәй (2002)[16]
- Грозный (чеч. Соьлжа-ГӀала), Рәсәй
- Доха (ғәр. الدوحة), Катар (2012)[17]
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ https://www.innsbruck.gv.at/page.cfm?vpath=buergerinnen--politik/innsbruck-international/innsbrucks-partnerstaedte#tbilisi
- ↑ https://www.comune.palermo.it/js/server/uploads/_20032019122906.pdf
- ↑ https://www.lvivrada.gov.ua/informacia/mista-partnery
- ↑ Pronúncia de Tbilisi: Como pronunciar Tbilisi em Georgiano, Tcheco, Italiano, Polonês, Inglês
- ↑ Tbilisi — Capital City of Georgia (Part One) — YouTube
- ↑ Столица Грузии
- ↑ თბილისი > გეოგრაფია და ბუნება (груз.)
- ↑ йәки 1 108 717 кеше (2014 йылғы иҫәп алыу), шул иҫәптән ҡаланың үҙендә йәшәүселәр 1 062 282 кеше (2014 йыл), ҡала тибындағы дүрт ҡасабала — 16 015 кеше (2014 йыл), 22 ауыл тораҡ пунктында — 30 420 кеше (2014 йыл) теркәлгән
- ↑ 10,0 10,1 Поспелов Е. М. Географические названия мира: Топонимический словарь, М., «Русские словари», 1998, с. 412 — ISBN 5-89216-029-7
- ↑ Герб столицы — отображение легенды о столице // Муниципальный портал Тбилиси
- ↑ Tbilisi City Seal
- ↑ Месторасположение Муниципальный портал Тбилиси
- ↑ 14,00 14,01 14,02 14,03 14,04 14,05 14,06 14,07 14,08 14,09 14,10 14,11 Города-побратимы
- ↑ Oraşe înfrăţite // Официальный сайт Кишинёва
- ↑ Города-побратимы Томск и Тбилиси против войны. Российско-Грузинский аналитический сайт. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 февраль 2012. 29 ноябрь 2011 тикшерелгән.
- ↑ Тбилиси и Доха стали городами-побратимами