Рәшит
Викидатала элемент тултырылмаған |
Рәшит — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки телле халыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Этимологияһы
үҙгәртергәРәшит башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән, тура юлдан барыусы; батыр, ҡыйыу; тура юлдан алып барыусы, тура юлға әйҙәүсе; ҡаһарман егет тигәнде аңлата[1][2]
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәРәшит Ниғмәти (тулы исеме Рәшит Ниғмәтулла улы Ниғмәтуллин, 27 ғинуар 1909 йыл — 13 октябрь 1959 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (1959). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944), ике «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры (1949, 1955).
Назаров Рәшит Сәйетбаттал улы (1 ноябрь 1944 йыл — 14 октябрь 2006 йыл) — шағир. 1993 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2004), Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы (1996) лауреаты.
Рәшит Шәкүр (тулы исеме — Шәкүров Рәшит Закир улы, 11 ғинуар 1937 йыл — башҡорт шағиры, тел һәм әҙәбиәт белгесе, публицист. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2021), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2012), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997). 1961 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1978 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы. Өфө ҡалаһының почетлы гражданы (2018).
Рәши́д Мәжи́д улы Бәһбу́дов (әзерб. Rəşid Məcid oğlu Behbudov); (1915, Тифлис, Рәсәй Империяһы — 1989, Мәскәү, СССР) — әзербайжан совет эстрада һәм опера йырсыһы (тенор), актёр. СССР-ҙың халыҡ артисы (1959), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980), икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1946) һәм Әзербайжан ССР-ы дәүләт премияһы лауреаты (1978)
Солтангәрәев Рәшит Ғимран улы (15 декабрь 1935 йыл — 5 ноябрь 2000 йыл) — башҡорт яҙыусыһы. 1966 йылдан — КПСС, 1971 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм БАССР-ҙың (1985) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1978).
Камаев Рәшит Борхан улы (22 февраль 1937 йыл — 6 май 2000 йыл) — СССР һәм Рәсәй философы һәм социологы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1987), профессор (1987). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997).
Рәшит-әд-дин Фазлуллах ибн Әбү-л-Хәйер Али Һәмәдани (Рәшит-әд-Доулэ; Рәшит әд-Табип — «Рәшит Табип»), дәүләт эшмәкәре, табип һәм ғалим-энциклопедист; Хулагуҙар дәүләте министры (1298—1317). Рәшит әд-Дин Ғазан хан әмере буйынса Монгол империяһы, шулай уҡ Алтын Урҙа хаҡында әһәмиәтле мәғлүмәт ҡалдырған. Рәшит әд-Дин етәкселегендә «Жәми әт-тәуарих» (جامعالتواریخ) («Йылъяҙмалар йыйынтығы») тигән ҙур тарихи китап фарсы телендә яҙылған. Әлеге хезҙмәт Монгол империяһы, Алтын Урҙа һәм Иран тарихы тураһында мөһим тарихи сығанаҡ булып тора. Рәшит әд-Диндең хаттары шулай уҡ ҙур тарихи әһәмиәткә эйә.
Сабитов Рәшит Мәхмүт улы (27 март 1937 йыл) — башҡорт яҙыусыһы.
Низамов Рәшит Зыяфетдин улы (15 ноябрь 1935 йыл — 9 июнь 2018 йыл) — яҙыусы. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. БАССРҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты (2007). Ҡайһы бер әҫәрҙәрен Рәшит Уңғар псевдонимы менән дә баҫтыра.
Дәүләтшин Рәшит Әхмәт улы (10 ноябрь 1943 йыл) — ғалим-ревматолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1986), профессор (1987). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2003), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2006).
Зәйнетдинов Рәшит Сәйфетдин улы (18 июнь 1938 йыл — 18 декабрь 2015 йыл) — рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2008), атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1995).
Ханнанов Рәшит Ахун улы (27 декабрь 1938 йыл) — хоҡуҡ белгесе. Юридик фәндәре докторы (1992), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған юрисы, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).
Йыһанов Рәшит Рәхим улы (28 июнь 1952 йыл) — башҡорт композиторы. 1989 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1977—2012 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, профессор (1997) Башҡорт АССР-ының (1990) һәм Рәсәй Федерацияһының (2008) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
Мөхәмәтйәнов Рәшит Абдулла улы (10 сентябрь 1940 йыл — 6 ғинуар 2019 йыл) — уҡытыусы, журналист, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты (1995).
Дәүләтов Рәшит Мостафа улы (27 ғинуар 1958 йыл) — хужалыҡ һәм дәүләт хеҙмәткәре, 2014—2019 йылдарҙа Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1993).
Динмөхәмәтов Рәшит Зинәтулла улы — (1916-?). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, өлкән лейтенант[3].
Ибраев Рәшит Әхмәтзыя улы (24 февраль 1959 йыл) — ғалим-математик, океандағы физик процесстарҙы математик моделләштереү өлкәһендәге белгес, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (2008), физика-математика фәндәре докторы (2002), профессор (2008).
Фамилия
үҙгәртергәТаңһылыу Рәшитова (Сәғиҙә Фәрәй ҡыҙы Рәшитова)(1905 йылдың 1 ғинуары — 1988 йылдың 21 феврале — башҡорт театр актёры, 1924—1970 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы, милли театрыбыҙ йондоҙҙарының береһе, йәмәғәт эшмәкәре. Иң тәүге башҡорт артистарының береһе[4]. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1944). Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1940). 1939—1945 йылдарҙа Өфө ҡала Советы депутаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Көҙән ауылынан.
Урал Камил улы Рәшитов (25 сентябрь 1961 йыл) — композитор, йырсы, музыкаль продюсер. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. 2018 йыл 16 май архивланған. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ Участник ВОВ. ДИНЬМУХАМЕТОВ Р. З. 2021 йыл 18 октябрь архивланған.
- ↑ Башкирский государственный академический театр драмы имени Мажита Гафури отметит в этом году 85-летний юбилей | новости башинформ.рф
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |