Низамов Рәшит Зыяфетдин улы

Низамов Рәшит Зыяфетдин улы (15 ноябрь 1935 йыл9 июнь 2018 йыл) — яҙыусы. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. БАССРҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты (2007). Ҡайһы бер әҫәрҙәрен Рәшит Уңғар псевдонимы менән дә баҫтыра.

Рәшит Низамов
Исеме:

Низамов Рәшит Зыяфетдин улы

Тыуған көнө:

15 ноябрь 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (89 йәш)

Тыуған урыны:

Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл-Уңғар ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Наградалары:

БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), Ғәли Соҡорой исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2002).

Биографияһы

үҙгәртергә
  • Рәшит Зыяфетдин улы Низамов (Рәшит Уңғар) 1935 йылдың 15 ноябренда Башҡорт АССР-ы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл-Уңғар ауылында тыуған.
  • Башланғыс белемде урындағы мәктәптә ала.
  • Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булып, әсәһе сирләп вафат булғас, Өфө ҡалаһының 5-се балалар йортонда тәрбиәләнә, 1-се Башҡорт республика интернат-гимназияһында (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) уҡый.
  • Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетын 1958 йылда тамамлай.
  • 1958 йылдан 1967 йылға тиклем "Ленинец" гәзите хеҙмәткәре,
  • 1967 йылдан 1978 йылға хәтлем "Башҡортостан пионеры" газетаһының бүлек мөдире,
  • 1978 йылдан 1983 йылға тиклем "Совет Башҡортостаны" гәзитендә бүлек мөдире,
  • 1983 йылдан 1991 йылға тиклем "Ваш Собеседник" журналы хеҙмәткәре,
  • 1991 йылдан 2012 йылға тиклем БР Яҙыусылар союзының өлкән әҙәби консультанты.
  • 2018 йылдың 9 июнендә Өфөлә вафат булған

Әҙәби ижады

үҙгәртергә
  • "Ышаныс" исемле тәүге китабы 1971 йылда сыға.
  • Балалар өсөн яҙылған хикәйәләр һәм повестар йыйынтыҡтары
  • "Батырлыҡ дәресе" 1984 йылда,
  • "Вәғәҙәң ант булһын" 1988 йылда,
  • "Танып ҡыҙы" 2003 йылда баҫылып сыға.
  • 1996 йылда "Тәңре Улының Шишмәһе",
  • 2007 йылда "Изге фарман" тарихи романдары донъя күрә.
  • 2009 йылда сыҡҡан "Ил яҙмышы, заман һулышы" китабын төҙөүселәрҙең һәм мөхәррирҙәренең береһе.
  • Хикәйәләр һәм әкиәт һыйҙырған "Һине көтә Йырлыбаш" 1993 йылда,
  • 2 томда сыҡҡан һайланма әҫәрҙәре 2010-2012 йылдарҙа,
  • "Аманат ҡылысы" тип аталған повестар йыйынтығы 2015 йылда нәшер ителә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991)
  • Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты (2007)

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә