Монгол империяһы

Кешелек тарихында майҙаны буйынса икенсе урынды биләгән дәүләт

Монго́л импе́рияһы (монг. Монголын эзэнт гүрэн; Монгол улс?, ᠶᠡᠺᠡ ᠮᠣᠨᠭᠣᠯ ᠤᠯᠤᠰ?, Yeke Mongɣol ulus? — «Бөйөк Монгол дәүләте») — Сыңғыҙхан һәм уның вариҫтарының яулап алыуы һөҙөмтәһендә XIII быуатта барлыҡҡа килгән һәм донъя тарихында Көнсығыш Европанан Япон диңгеҙенә һәм Новгородтан Көньяҡ-көнсығыш Азияға тиклем башҡа дәүләттәр менән иң ҙур сиктәш территорияһы булған (яҡынса 24 млн км² йәки 33 млн км² тирәһе) дәүләт; Ҡараҡорум — был дәүләттең баш ҡалаһы

Монгол империяһы
монг. Их Монгол улс
Нигеҙләү датаһы 1206
Рәсми атамаһы Их Монгол улс
Рәсми тел монгольские языки[d]
Донъя ҡитғаһы Евразия
Административ үҙәк Аварга[d], Ҡараҡором (ҡала), Ханбалык[d] һәм Шанду[d]
Идара итеү формаһы һайланған монархия[d] һәм наследственная монархия[d]
Дәүләт башлығы вазифаһы ҡаған
Дәүләт башлығы Сыңғыҙхан, Үгеҙәй, Гуюк[d], Мунке[d], Хубилай һәм Тогон-Тэмур[d]
Закондар сығарыу органы Ҡоролтай[d]
Халыҡ һаны 160 000 000 кеше (1279)
Валюта Балыш[d]
Алмаштырылған Мин империяһы
Алыштырған Цзинь (1115—1234), Каракитаи[d], Си Ся[d], Хорезмшаһтар дәүләте[d] һәм Низаритское исмаилитское государство[d]
Ҡулланылған тел среднекитайский язык[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1368
Майҙан 4 000 000 ± 1 км² (1206),
12 000 000 ± 1 км² (1227),
23 500 000 ± 1 км² (1294),
24 000 000 ± 1 км² (1309)
Урынлашыу картаһы
Описание печати/эмблемы Императорская печать Монголии[d]
Мисәттең/эмблеманың һүрәтләнеше
 Монгол империяһы Викимилектә
1207 йылдар тирәһендә Монгол империяһы

Дәүләттең сәскә атҡан осоронда Монгол империяһы Урта Азия, Көньяҡ Себер, Көнсығыш Европа, Яҡын Көнсығыш, Ҡытай һәм Тибеттың уғата ҙур биләмәләрен үҙ эсенә алған була. XIII быуаттың икенсе яртыһында империяның олоҫтарға бүленеше башлана, уларҙың башында сыңғыҙиҙар тора. Юань империяһы, Жүси улусы (Алтын Урҙа), Хулагуидтар дәүләте һәм Сығатай улусы — Бөйөк Монголияның иң эре ярсыҡтары. 1271 йылда Юань императоры титулын индергән һәм баш ҡалаһын Ханбалыҡҡа күсергән бөйөк хан Хубилай бөтә улустарҙы ла үҙенең ҡул аҫтына алыуға дәғүә итә. XIV быуат башына, ғәмәлдә бойондороҡһоҙ дәүләттәр федерацияһы булараҡ, империяның формаль берлеге тергеҙелә.

XIV быуаттың һуңғы сирегендә Монгол империяһы юҡҡа сыға.

Алдағы тарихы

үҙгәртергә

Дәүләттең аяҡҡа баҫыуы

үҙгәртергә

Татарҙар һәм кәрәйеттәрҙе еңгәндән һуң Темуджин үҙ халҡын тәртипкә килтерә — ғәскәргә туплай башлай. 1203—1204 йылдарҙың ҡышында Монгол дәүләтенә нигеҙ һалған бер нисә реформа әҙерләнә.

  • Иң мөһим реформа меңдәргә, йөҙҙөргә һәм унлыҡтарға бүленгән армияны үҙгәртеп ҡороуға ҡағыла. Шулай итеп, идара итеү һәм тәртип камиллаштырыла, ә иң мөһиме — ғәскәрҙе ойоштороуҙа ҡулланылған ырыу принцибы бөтөрөлә. Хәҙер хеҙмәт буйынса үҫеш, ырыу аристократияһына яҡынлыҡ менән түгел, ә шәхси һәләтлектәр һәм ханға тоғролоҡ менән билдәләнә.
  • Темучин Ван-хандың һаҡланмаған ставкаһын бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ баҫып алыуға өлгәшелгән күптән түгелге һуғыштан һабаҡ ала. Хандың шәхси гвардияһы кеүегерәк махсус кешиктендар корпусы булдырыла, ул ике өлөшкә бүленә: тургаудтарға— көндөҙгө һаҡ, һәм кебтеулдарға — төнгө һаҡ (ярашлы рәүештә 70 һәм 80 кеше).
  • Бынан тыш, мең иң яҡшы яугирҙән — баһадирҙарҙан элиталы бүлексә ойошторола, был почетлы исемде улар һуғыштағы яҡшы хеҙмәте өсөн ала.

1205 йылдың көҙөндә наймандарҙы һәм меркиттарҙы тар-мар итеү һәм Джамуханы язалау оҙаҡ барған дала һуғышына сик ҡуя. Хәҙер бөйөк даланың көнсығыш өлөшөндә Темучиндың дошмандары юҡ, монголдар донъя тарихы аренаһында үҙҙәрен күрһәтергә әҙер.

1206 йылдың мартында Онон йылғаһы башынан алыҫ булмаған урында ҡоролтай йыйыла, унда Темучин Сыңғыҙхан титулы менән бөйөк хан итеп һайлана. Бөйөк монгол дәүләтен булдырыу иғлан ителә. Бүлгеләнеү принцибы армияға ҡарата ғына түгел, ә бөтә халыҡҡа ҡарата ҡулланыла. Хәҙер инде күпме яугир бирә алыуына ҡарап, халыҡ һаны ла ярашлы рәүештә мең, йөҙ һәм унлыҡ тип атала. «„Коко Дефтер-Бичик“ Зәңгәр исемлегенә яҙһындар, аҙаҡ төрлө телдөрге хеҙмәтселәрҙе өлөштәргә бүлеп, китаптарға, исемлектәргә теркәһендәр»[1]. Дәүләт ҡоролошо тулыһынса төп маҡсатҡа — һуғышҡа буйһона.

Туранан-тура армиялағы яңылыҡтарға килгәндә иһә, унда уғата ҙур ғәскәри берәмек — төмән (ун мең) барлыҡҡа килә. Хандың шәхси гвардияһы төмән ҙурлығына тиклем арта, уға мең баһадир ҡушыла. Ябай кешиктең рангы буйынса хәрби подразделениеның, меңлектең теләһә ниндәй командирынан юғарыраҡ була.

Цзинь менән һуғыш

үҙгәртергә

Монгол дәүләтенең төп тышҡы сәйәси маҡсаты — Цзинь империяһы менән һуғыш. Был һуғыш монголдар өсөн изге һуғыш булып иҫәпләнә. Монгол йәмғиәте күҙлегенән ҡарағанда, һуғыш — бик күп ҡәбиләләштәренең һәләк булыуы, бигерәк тә Амбагай хандың хурлыҡлы үлеме өсөн ҡон ҡайтарыу акты булып тора. Сыңғыҙхандың теләген дә иҫәпкә алырға кәрәк: ул уның атаһы Еҙегәй баһадирҙың үлемендә ғәйепле союздаштарынан үс алырға теләй. Бынан тыш Монгол дәүләтенең бөйөк ханы яһаҡ түләүсе һәм чжурчжэндәрҙең вассалы хәлендә булыуынан да ғәрләнә. Цзинь менән конфликт тыуырҙан алда бик етди хәрби һәм дипломатик әҙерлек алып барыла. Был конфликтҡа цзиндарға ярҙам ҡулы һуҙғандай союздаштарының ҡыҫылыуын юҡҡа сығарыу маҡсатында хәрби походтар ойошторола.

1207 йылда төньяҡ сиккә Сыңғыҙхандың өлкән улы Джучи һәм Субиҙай командалығындағы ике төмән йүнәлтелә. Урман һәм дала сигендә күсмә тормошта йәшәгән ойраттар үҙ иректәре менән монголдарға буйһона һәм хатта уларға юл күрһәтеүселәрҙе бирә. Күп кенә урманда йәшәгән ҡәбиләләр ҙә, шул иҫәптән бүрәттар менән барғоттар уларҙың артынан эйәрә. Минусин соҡоро районында йәшәгән Йәнәсәй ҡырғыҙҙары ла монголдарға ҡаршы торорға батырсылыҡ итмәй[2]. Ҡырғыҙҙарға яһаҡ түләп торған күп кенә себер ҡәбиләләре лә бөйөк ханға буйһона. Бик күп халыҡты бер ниндәй һуғышһыҙ буйһондарған, дәүләттең төньяҡ сиген нығытҡан Джучи атаһының биләмәһенә ҡайта. «Сыңғыҙхан улына шулай ти: „Улдарымдың иң өлкәне һин. Йорттан сығып өлгөрмәнең, бер ниндәй юғалтыуҙарһыҙ Урман халыҡтарын буйһондороп ҡайтып индең. Уларҙы мин һиңә бүләк итәм“».

Урман халыҡтарын яулағандан һуң Субиҙай башында Туҡтабәктең улдары торған меркеттәр һәм Көслөк етәкселегендәге наймандарҙың ҡалдыҡтары көс туплаған көнбайыш сиккә ебәрелә. 1208 йыл башында Иртыш үҙәнендә башланған һуғышта монголдар дошмандарын ҡырып һала. Меркет батшалары көнбайышҡа ҡыпсаҡтарға ҡаса , ә Көслөк — көньяҡта, ҡара-киҙән Джулхуның гурханында (ҡәбиләләр берләшмәһендә) урын таба.

Монгол дәүләте көньяҡтан танғоттарҙың Көнбайыш Ся (Си Ся) батшалығы менән сиктәш була. 1205 йылда Еләй Ахай командалығында танғот батшалығына беренсе поход яһала. 1207 йылда эре монгол армияһы тағы ла танғоттарға баҫып инә. Бик күп мал тартып алына, әммә походтың төп маҡсаты — көньяҡ күршеләрҙе буйһондороу ғәмәлгә ашмай. Монголдар бер генә крепосты ла яулай алмай. Шуға күрә ике йыл буйы яңы походҡа әҙерләнәләр, был юлы Сыңғыҙхан яҡшыраҡ әҙерләнә. Улар Урахай ҡалаһын баҫып ала Һәм Имән крепосын ҡамап тора. Яланда үткән ике яуҙа монголдар, тангуттарҙы еңеп, уларҙың баш ҡалаһы Чжунсинды ҡамай. Тиҙҙән монголдарға сигенергә тура килә, сөнки йылғалар таша. Әммә хаким Си Ся тыныслыҡ урынлаштырыуға ризалаша һәм үҙенең ҡыҙын Сыңғыҙханға кейәүгә бирә.

1209 йылда уйғыр идикуты (хакимы) Баурчук монгол ханына буйһоноуы тураһында иғлан итә.

Уйғырстандың баш ҡалаһында ҡара-кидан наместнигы Шукем үлтерелә, ә монголдарға, монгол ханына вассал булырға риза булыуҙарын белдереп, илселәр ебәрелә. Сыңғыҙхан ваҡиғаларҙың шулай үҫеүенән бик ҡәнәғәт була; Баурчукты ул бишенсе улы тип иғлан итә һәм уға ҡыҙын кейәүгә бирә. 1210 йылда ҡарлуҡтар ханы Арыҫлан ирекле рәүештә Сыңғыҙханды батша тип таный. Ҡарлуҡтарҙың 30 меңлек атлы ғәскәре монгол армияһы составына инә. Оҙаҡламай Арыҫлан өлгөһөнә Алмалыҡ хакимы Бузар ҙа эйәрә.

Шулай итеп, Монгол хөкүмәте Цзин империяһына ҡаршы һуғышҡа әҙерлек менән бәйле бөтә мәсьәләләрҙе лә хәл итә. Уға ҡаршы һуғыша алғандарҙы юҡҡа сығара һәм союздаштар булдыра, армияны кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү өсөн матди сығанаҡтар таба, өҫтәүенә армия төпләнеп йәшәгән дәүләт менән көрәшеү тәжрибәһен дә туплай[3]. Ә бына өс фронтҡа һуғышырға мәжбүр булған цзиндар өсөн халыҡ-ара хәл уңайлы булмай.

Шул ваҡытта император Цзинь вафат була, яңы батша итеп Ваньян Юнцзи иғлан ителә. Формаль рәүештә һаман да цзиндарҙың вассалы булып иҫәпләнгән Сыңғыҙхан яңы императорҙың тәхеткә ултырыуы тураһындағы хәбәрҙе алғанда башын эйеүҙән баш тарта. Тәүҙә яңы император монголдарға һуғыш иғлан итергә теләй, әммә тәүҙә ғәскәрҙе әҙерләргә тигән уйға килә. «Юань-ши»ҙа түбәндәгеләр яҙыла: «Цзинь илсеһе, ҡайтҡас бөтәһен дә һөйләй. Юнь-цзи асыуланһа ла, монгол императорының бүләктәр менән килеүен көтөп, шул мәлдә уны юҡ итергә ниәтләй. Монгол батшаһы был хаҡта белеп ҡала һәм Цзинь менән араһын өҙә»[4].

 
Монголдар һәм ҡытайҙар менән һуғыш. Джами ат-тәүәрих Рәшид әд-Дин ҡулъяҙмаларынан миниатюра

1211 йылдың яҙынан У-ша-пу заставаһының тирә-яғында нойон Джэбэ командалыҡ иткән отряд хәрби хәрәкәттәр алып бара. Көҙгә Сыңғыҙхандың төп көстәре килеп етә. Бер нисә эре ҡаланы баҫып алғандан һуң монголдар цзиндарҙың Бөйөк диуарҙан төньяҡҡа табан урынлашҡан биләмәләрен үҙ ҡулы аҫтына ала һәм империяның Көнбайыш баш ҡалаһын — Сицзинды (хәҙерге заманда Шаньси провинцияһында) бикләй. Көнсығыш баш ҡалаһы Цзинды тар-мар иткәндән һуң Джэбэ корпусы төп армияға барып ҡушыла. Монгол ғәскәре, Бөйөк диуар аша сығып, Ехулин тау һырты янында эре чжурчжен армияһын ҡыра. Шунан Цзюйюнгуань крепосын ала. Хәҙер инде империяның Урта баш ҡалаһы Чжундуға юл асыҡ (хәҙерге заманда Пекин территорияһында). Монголдар ҡаланың тирә-яғын талай. Әммә яҡшы итеп нығытылған баш ҡаланы ала алмаясағын аңлаған Сыңғыҙхан армияһына ваҡытлыса далаға сигенергә ҡуша.

1212 йылда монголдар тағы ла Цзинға һөжүм итә. Цзинь армияһы Цзюцзинь командалығында баш ҡаланың блокадаһын өҙөргә тырышып ҡарай, әммә еңелеүгә дусар була. Көҙөн Сыңғыҙхан Сицзинды ҡамауға ала һәм баш ҡалаға ярҙамға килгән тағы ла бер цзинь армияһын тар-мар итә. Монголдар ҡаланы штрум менән алырға тырышып ҡарай, ләкин уҡтан яраланған хан, ҡамауҙы өҙөп, сигенергә ҡарар итә.

1213 йылдың көҙөнә монголдар ғәмәлдә Хэбэй һәм Шаньдун провинцияларын, шулай уҡ көнсығышта Ляодун ярымутрауын тулыһынса баҫып ала; бер нисә тапҡыр ҡулдан ҡулға күскән Цзюйюнгуань крепосы кидан гарнизоны Джэбэ-нойонға тапшырыла. Еңелеүҙәр Цзинь империяһы хөкүмәтенең рухын һындыра: ике чжурчжень хәрби начальнигы армиялары менән бергә монголдар яғына сыға, ә хәрби начальник Хушаху императорҙы үлтерә һәм власты үҙ ҡулына ала, әммә тиҙҙән үҙе лә һәләк була. Был ваҡытҡа Мухали Хуанхэ тамағына барып етә; Һары йылғаһынан төньяҡҡа табан урынлашҡан ерҙәр монголдар ҡулында ҡала. Тик бер тиҫтәләй крепостар һәм Урта баш ҡалаға ғына әлегә еңелмәй тора.

1214 йылдың яҙында, бер нисә ай буйы Чжундуны ҡамап тотҡандан һуң, монгол полководецтары Сыңғыҙханға штурм башларға тәҡдим итә, ләкин хан чжурчжендар менән тыныслыҡ килешеүе төҙөргә ҡарар итә. Һуғыш һәм тағун эпидемияһынан йонсоған армияның арыуы менән аңлатылалыр был ҡарар. Цзиндың яңы императоры ла әлегә тыныслыҡ килешеүенә ризалашыу яҡлы була. Тыныслыҡ килешеүе буйынса Сыңғыҙхан цзинь императорының ҡыҙына өйләнә; чжурчжендар кеше, ат, алтын һәм ебәк менән бик ҙур яһаҡ түләй. Монгол армияһы, табышын тейәп,, төньяҡҡа юллана.

 
Чжундуны ҡамау. Джами әт-тәүәрих ҡулъяҙмаһынан миниатюра

Дорегене Монгол дәүләтендәге тәрән сәйәси көрсөк осоро булып тарихҡа ингән дүрт йылдан ашыуыраҡ осорҙа, регент булараҡ, власты үҙ ҡулында тота. Был ҡатын кенәздәрҙең һәм нойондарҙың тоғролоғон бүләктәр менән «һатып ала». Үҙәк властың йомшаҡлығынан файҙаланып, олоҫ хакимдары һәм наместниктары баш-баштаҡланып пайцзалар бирә һәм аҡса алыу өсөн бераттар яҙа.

Урта Азияны яулап алыу

үҙгәртергә

Цзинь империяһының төп өлөшөн буйһондорғандан һуң монголдар Ҡара-кидан ханлығына ҡаршы һуғыш башлай, уларҙы еңгәндән һуң Хорезмшаһ Мөхәммәд ибн Текеш менән сик ҡуйыла. Ургенч Хорезмшаһы Төньяҡ Һиндостандан Каспий һәм Арал диңгеҙҙәренә тиклем, шулай уҡ хәҙерге Ирандан Ҡашғарға тиклем йәйрәп ятҡан ғәйәт ҙур мосолман Хорезмшаһтар дәүләтенә идара итә. Цзинь империяһы менән һуғышҡан сағында уҡ Сыңғыҙхан хорезмшаһҡа союз килешеүе төҙөү тәҡдиме менән илселәрен ебәрә, әммә хорезмшаһ монгол вәкилдәрен язаларға ҡуша.

Джэбэ менән Субиҙай рейды

үҙгәртергә
 
Хорезмшаһ Мөхәммәдтең үлеме. Джами әт-тәүәрих ҡулъяҙмаһынан миниатюра

Мөхәммәд Джэбэ вафатынан һуң Субиҙай алдына яңы бурыс ҡуйыла. Улар Кавказ аръяғындағы халыҡтарҙы талай, артабан монголдар, ҡыпсаҡ ханы Ҡотанды бүләк ярҙамында үҙ яғына ауҙарып, аландарҙы еңеүгә өлгәшә, тик аландарға артабан урыҫ кенәздәренән ярҙам һорарға тура килә.

Киев, Чернигов һәм Галичтың урыҫ кенәздәре агрессияны бергәләп кире ҡағыу өсөн үҙ көстәрен берләштерә. 1223 йылдың 31 майында Калка йылғаһы буйында Субиҙай, урыҫ дружиналарының бер төптән сығыш яһамауҙары сәбәпле, урыҫ-ҡыпсаҡ ғәскәрен тар-мар итә. Киевтың бөйөк кенәзе Мстислав Романович Старый һәм Чернигов кенәзе Мстислав Святославич һәләк була, ә Галицтың үҙенең еңеүҙәре менән танылған князе Мстислав Удатный йортона буш ҡул менән ҡайта. Көнсығышҡа ҡайтып барғанында монгол ғәскәре Һамар Лукаһы районында Волга булғарҙарынан еңелә (1223 йәки 1224 йыл). Дүрт йыллыҡ походтан һуң Субиҙай ғәскәре төп монгол ғәскәренә ҡушылыу өсөн ҡайта.

Үгеҙәйҙең ҡаҙаныштары һәм реформалары (1229—1241)

үҙгәртергә
 
Сыңғыҙхандың үлгән ваҡытындағы империяһы

1229 йылда, Сыңғыҙхандың үлеме буйынса ике йыллыҡ матәмдән һуң, Монгол дәүләтенең яңы ханын һайлап ҡуйыу өсөн ҡоролтай саҡырыла. Сыңғыҙхан вафатынан алда уҡ вариҫы итеп Угеҙәйҙе күрергә теләүен белдерә, шуға ҡарамаҫтан күп кенә нойондар хан итеп Үгеҙәйҙең ҡустыһы регент Толуйҙы күрергә теләй. Толуй армияла ғәйәт ҙур популярлыҡ менән файҙалана, өҫтәүенә хаким һәм полководец сифаттарына эйә була. Әммә хан итеп Үгеҙәй иғлан ителә, «Юань ши»ға ярашлы, бында Елюй Чуцаның абруйы ҙур роль уйнай, ул Толуйҙы тәхеткә ултырыу уның өсөн иртәрәк булыуын танырға күндерә.

1235 йылдағы Бөйөк ҡоролтай

үҙгәртергә

1235 йылдың яҙында Талан-даба тигән урында, Цзинь империяһы һәм Хорезм менән ауыр һуғыштарға йомғаҡ яһау өсөн, бөйөк ҡоролтай саҡырыла. Артабан дүрт йүнәлештә һөжүм алып барыу буйынса ҡарар ҡабул ителә. Йүнәлештәр: көнбайышта — ҡыпсаҡтар, болғарҙар һәм урыҫтарға ҡаршы һәм көнсығышта — Корёға ҡаршы (ҡара. Монголдарҙың Кореяға баҫып инеүе). Бынан тыш, көньяҡ Ҡытайҙың Сун империяһына һөжүм итеү планлаштырыла, ә Яҡын Көнсығышта һуғышып йөрөгән нойон Чормағанға ярҙамға ғәскәр ебәрелә.

Көнбайышҡа поход

үҙгәртергә

Көнбайышта яуланасаҡ ерҙәр Джучи Олоҫона инергә тейеш була, шуға күрә поход башында Джучиның улы Батый тора. Батуға ярҙамға көнсығыш Европа шарттарын белгән тәжрибәле Субиҙайҙы бирәләр. Батыйға, Сыңғыҙхандың вариҫы булараҡ алынған ғәскәрҙән тыш, буйһондоролған Урта Азия төркиҙәренән монгол офицерҙары командалығында яңы подразделениелар булдырыу полномочиелары бирелә. Өҫтәүенә бөтә монгол олоҫтарындағы хәрбиҙәр Батыйҙың ҡул аҫтына инә: Байдар һәм Бури, Сағатайҙың улы һәм ейәне, Сағатай олоҫо ғәскәренә командалыҡ итә, бөйөк Гуюк хан һәм Кадан улдары — Үгеҙәй олоҫо ғәскәрен; Толуй Мункэның улы — Толуй олоҫо ғәскәрен ала. Шулай итеп, көнбайышҡа поход дөйөм империя сараһына әйләнә.

1236 йылдың йәйендә монгол армияһы Волга ярына килеп туҡтай. Субиҙай Волга буйы Булғарын тар-мар итә, Батый йыл буйы ҡыпсаҡ, буртас, мордва һәм черкестарға ҡаршы һуғыша. 1237 йылдың декабрендә монголдар Рязань кенәзлеге сиктәрен үтеп инә. 21 декабрҙә Рязань яулана, Владимир ғәскәрҙәре менән һуғышҡандан һуң — Коломна, артабан Мәскәү баҫып алына. 1238 йылдың 8 февралендә Владимир алына, 4 мартта Сить йылғаһы буйындағы һуғышта бөйөк кенәз Юрий Всеволодовичтың (ошо һуғышта ул һәләк була) ҡырыла. Аҙаҡ Торжок һәм Тверь яулана, Козельск ете аҙна буйына ҡамауҙа тотола.

 
Легнице эргәһендә монголдар һәм поляктар араһындағы алыш урта быуат миниатюраһында

1239 йылда монгол армияһының төп өлөшө түбәнге Дон районында далала тора. Мункэ — алан һәм черкестарға, Батый ҡыпсаҡтарға ҡаршы ҙур булмаған һуғыштар алып бара. Башында Ҡотан хан торған ҡырҡ меңгә яҡын ҡыпсаҡ Венгрияға ҡаса. Мордва ерендә ихтилал баҫтырыла, Муром, Переяславль һәм Чернигов баҫып алына. 1240 йылда монгол армияһы Рустең көньяғына һөжүм итә башлай. Киев, Галич һәм Владимир-Волынский баҫып алына. Хәрби совет Ҡотан ҡыпсаҡтарын үҙенә һыйындырған Венгрияға һөжүм башларға ҡарар итә. Батый Гуюк һәм Бури менән талаша, шунан һуң улар Монголияға ҡайтып китә.

1241 йылда Байдарҙың корпусы Силезия һәм Моравияла һуғыша. Краковты алалар, Легнице янында поляк-немец армияһы тар-мар ителә (9 апрелдә). Байдар Чехия аша төп көстәр менән берләшеүгә юл тота. Уның отряды богем ерҙәре ситенән бара, сөнки шунда йәшәүселәр монголдарға ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтә.[сығанаҡ күрһәтелмәгән 396 көн]. Шул уҡ ваҡытта Батый Венгрияны талай, бөлгөнлөккә төшөрә. Король Бела Дүртенсенең хорват-венгр армияһы Шайо йылғаһы буйында еңелә. Король Далмацичға ҡаса, Кадан отряды уны эҙәрлекләргә ебәрелә. 1242 йылда монголдар Загребты баҫып ала, Сплит янында Адриатик диңгеҙ ярҙарына барып етә. Шуға ҡарамаҫтан Изге Рим империяһына һөжүм итеү буйынса тырышлыҡтары юҡҡа сыға. Бер нисә отрядтың хәҙерге Германия территориянда төплөнергә тырышыуы ла уңышҡа өлгәшмәй. Шул ваҡытта монголдарҙың разведка отряды Венаға тиклем тиерлек барып етә. Күп кенә яуҙарҙа еңелә башлауын күреп, Батый уңышһыҙ походын туҡтатырға ҡарар итә. Ул Монголиянан бөйөк Үгеҙәй хандың үлеме тураһындағы хәбәрҙе ала (1241 йылдың 11 декабре) һәм Төньяҡ Сербия һәм Болгария аша далаға сигенергә ҡарар итә.

Монголдарҙың Анатолияны яулауы

үҙгәртергә

Батшалыҡтар араһындағы осор (1242—1251)

үҙгәртергә

Үгеҙәй үлер алдынан үҙенең вариҫы итеп Ширамунды атаһа ла, хандың тол ҡатыны Дорегене һәм уның улдары тәхеткә Гуюкты ултыртырға ҡарар итә. Ул был мәлдә көнбайыш походынан ҡайтмаған була, һәм Сыңғыҙҙың ҡустыһы Тэмугэ-отчигин власты үҙ ҡулына алырға тырышып ҡарай, ләкин уңышҡа өлгәшмәй. Гуюк ҡайтҡандан һуң да оҙаҡ ҡына ваҡыт сыңғыҙи булған кенәздәрҙе ҡоролтайға йыя алмайҙар. Сыңғыҙхандың иң өлкән вариҫы Бату үҙенә ҡаршы булған Гуюкты тәхеткә ултыртыу өсөн Монголяға ҡайтырға ашыҡмай.

Хорасанды яулап алғанда Мәшһәдта әсирлеккә төшкән Фатима Дорегенеға иң яҡын кеше була. Фатиманың кәңәше буйынса Дорегене дәүләттең юғары чиновниктары Чинкай һәм Мәхмүд Ялавачты ҡулға алырға ҡуша, ләкин улар Тангут наместнигы, Үгеҙәйҙең улы Годанда йәшеренә ала.

1246 йылдың авгусында Ҡараҡором янында Дорегене ҡоролтай йыя, һәм унда Гуюк тәхеткә ултыртыла. Ул регент осоронда бирелгән бөтә күрһәтмәләрҙе юҡҡа сығара, Абд ар-Рахманды һәм Фатиманы язалай. Чинкай менән Мәхмүд Ялавач вазифаларына ҡайтарыла. Хан уға ҡаршы булған Бату менән аңлашырға тейеш, һәм 1248 йылдың башында армия Гуюк командалығында Джучи олоҫона юллана. Толуй Сорхахтаниҙың тол ҡатыны тарафынан иҫкәртелгән Бату ғәскәре менән Гуюкҡа ҡаршы сыға. Әммә сыңғыҙиҙарҙың үҙ-ара һуғышы булмай. Гуюк кинәт кенә вафат була. Хандың тол ҡатыны Огул-Гаймыш унының үлеменән һуң дәүләт регенты була.

1251 йылдың йәйендә Ҡара-Ҡоромда[5][6] Джучи һәм Толуид вариҫтары бөйөк хан итеп Мункэны иғлан итеү өсөн ҡоролтай йыя. Бату ҡустылары Берке менән Тука-Тимурҙы ғәскәрҙәре менән ҡоролтайға ярҙамға ебәрә. Сағатай менән Үгеҙәй вариҫтарының ҡайһы берҙәре Мункэ яғына сыға: Сагатай Хара-Хулагу һәм Үгеҙәйҙең көнбайыш походта ҡатнашыусы улы Кадан. Уларҙан тыш Сыңғыҙҙың ҡустыларының улдары Джочи-Хасара менән Хачиуна, шулай уҡ Субиҙайҙың улы, армияла уғата ҙур абруйға эйә булған Урянхатай Мункэ яҡлы була.

Ширамун яғынан ҡаршылыҡ тыуҙырырға тырышыу барып сыҡмай. Мункэ, каан, һәм Бату, ака (ырыуҙа өлкәне), тыуып ҡына килгән династия болаһын баҫа ала. Еңгәндән һуң Мункэ тикшереү һәм суд үткәрә, шунан һуң уға ҡаршы булған 77 кешене язаларға приказ бирә. Икенсе бер суд ҡарары буйынса Огул-Гаймыш уның яҡлылар менән бергә язалана[7]. Уларҙан тартып алынған биләмәләр Мункэ менән Бату араһында, шулай уҡ Сыңғыҙхандың уларҙың власын таныған башҡа вариҫтары араһында бүленә.

Экспансияның дауамы (1252—1260)

үҙгәртергә

Яҡын Көнсығышҡа поход

үҙгәртергә
 
Монголдарҙың Багдадты ҡамауы, 1258
  • 1256 — Хулагуның Яҡын Көнсығышҡа яулап алыу походының башланыуы.
  • 1258 — монголдарҙың Багдадты баҫып алыуы; Аббасидтар династияһының ҡолауы.
  • 1260 — Айн-Джалуте янындағы һуғыш, Кит-Бука-нойондың Мысыр мәмлүктәренән еңелеүе.

Яҡын Көнсығыш походтары менән бер юлы Көньяҡ Ҡытайҙы яулап алыу башлана, әммә Мункэның үлеме (1259 году) Сун дәүләтенең ҡолауын кисектереп тора.

Тарҡалыу (1260—1269)

үҙгәртергә

Монголдар империя дәүерендә бик күп административ проблемаларға тап булды. Донъя тарихында бик күп илдәр менән сиктәш булған ғәйәт ҙур империя була ул. Хәҙергесә атаһаҡ, көнбайыштағы Польшанан көнсығыштағы Кореяға тиклем, һәм төньяҡтағы Себерҙән көньяҡтағы Оман ҡултығына һәм Вьетнамға тиклем, уның территорияһы яҡынса 33 млн км [8] ерҙе биләй, (Ерҙең дөйөм майҙанының 22 проценты) һәм Ер халҡының 1/3 өлөшө (110 миллионов кеше).

 
Польша короллегенә монголдарҙың баҫып инеүе, 1260

1260-сы йылдар башында империя ҙур көсөргәнеш кисерә. Мункэ хан вафатынан һуң (1259) уның ҡустылары Хубилай һәм Ариг-Буға араһында юғары власть өсөн көрәш башлана. 1260 йылдағы ҡоролтайҙа Хубилай — Кайпиндә, ә Ариг-Буға Ҡараҡорумда бөйөк хан тип иғлан ителә. Берәүҙәр, Шандула үткәрелгән ҡоролтай законлы түгел, ти, сөнки империяла монголдарҙың минорат йолаһына ярашлы бөйөк хан итеп Ариг-Буға һайланған була. Икенсе фекергә ярашлы, ике ҡоролтай ҙа закон көсөнә эйә түгел, сөнки икеһендә лә Сыңғыҙхан вариҫтарының бер өлөшө генә ҡатнаша, өҫтәүенә унда Берке һәм Хулагу кеүек эре шәхестәр ҡатнашмай.

1250-се йылдар башында Үгеҙәй вариҫтарының язаларынан һуң тере ҡалған Хайду, Толуй вариҫтары, үҙ-ара һуғышып, ырыуҙарын барыбер юҡҡа сығарыр, тип, Ариг-Буға яҡлы була. Ариг-Буға Хубилайға баш һалғас, Хайду уның өлгөһөнә эйәрмәй һәм үҙ көсө менән хан тәхетенә үҙ хоҡуғын яҡларға була. Ул Алғу менән Берке араһында барған һуғыштан файҙалана. Хайду Джучи вариҫтары ярҙамында Эмиля үҙәне, Тарбагатай бассейны Ҡара Иртыш үҙәнен биләй, шуның менән ул Үгеҙәй олоҫоноң бер өлөшөн тергеҙә [9]. Алғу Хайдуға ҡаршы хәрби началниктарының береһен ебәрә, әммә уны үлтерәләр. Шунан һуң Алғу ҙур ғәскәр менән батша улдарының береһен ебәрә, был юлы Хайду еңелә. Әммә Алғуның үлеме (1266) баҫып алған биләмәләрҙә төпләнеү мөмкинлеген бирә.

Олоҫ-ара һуғыштар

үҙгәртергә

Юанды баҫып алыу

үҙгәртергә
 
Монгол уҡсыларының самурай Суэнагаға һөжүме

XIII быуат аҙағына монголдар Урта Азия, Көнсығыш Европаның байтаҡ өлөшөн, Персия, Ирак, Камбоджа, Бирма, Кореяны һәм Вьетнамдың бер өлөшөн баҫып ала. Хубилай хан 1279 йылда бөтә Ҡытайҙы үҙенең Юань империяһына ҡуша. Хубилай Юань хакимлығы дәүерен иғлан итһә лә, уны ҡулланыу сиктәренә билдәләмәгән була. Шуға күрә формаль яҡтан ҡарағанда был атама бөтә Бөйөк монгол империяһына ҡарата ҡулланыла. Аҙағыраҡ был атама тик Хубилай биләмәләренә ҡарата ғына ҡулланыла.

1281 йылда монголдар Японияға баҫып инергә ниәтләй, әммә был ниәт тормошҡа ашмай.

1294 йылда Хубилай үлгәндән һуң монголдарҙың яулап алыу дәүере тамамлана, һәм монгол армияһының еңеү маршының яңғырауы туҡтай.

 
Империя доминиондары (1300—1405)

1304 йылда махсус рәүештә Переяславлгә саҡырылған съезда бөйөк кенәз Андрей Городецкий, Михаил Тверской, Юрий Московский һәм башҡаларға Тохтаның яңы сәйәси ысынбарлығы тураһында еткерелә. Монгол империяһы яңы сифатта — бойондороҡһоҙ дәүләттәр федерацияһы булараҡ тергеҙелә, әммә бөйөк хан — Юань император номиналь башлыҡ булып ҡала.

1368 йылда Ҡыҙыл таҫмалылар восстаниеһы Ҡытай территорияһында монгол империяһы Юань тарҡала. 1380 йылда Мәскәү кенәзлеге территорияһында Алтын урҙа йоғонтоһон йомшартҡан Куликов һуғышы була. 1480 йылда Угор йылғаһындағы һуғыш Монгол-татар баҫҡынсылығын бөтөрә. XVI быуат башына Чагатай олоҫо ла юҡҡа сыға.

Лев Гумилёв түбәндәгеләрҙе яҙа: һундар, төркиҙәр һәм монголдар үҙ-ара һуғышып йәшәһә лә, үҙ ваҡытында Ҡытайҙың далаға инеүен тотҡарлаусы барьер була.

Ҡоролошо һәм идара итеү

үҙгәртергә
 
Монгол империяһы дәүере яугиренең реконструкцияһы

Монгол империяһында дәүләт идараһы хәрби ихтыяждар менән тығыҙ бәйле була һәм күсмә тормошта йәшәгән йәмғиәттең традицион иерархияһына таяна. Уның нигеҙенә ырыу-ҡәбилә көнкүреше принциптары һалына — хакимдар ырыуға етәкселек итә, бер нисә ырыу — бер ҡәбиләгә, ә ҡәбиләләр — Ҡәбиләләр союзына берләшә, артабан шундай принципта дауам итә. Һөҙөмтәлә бөтә идара итеү системаһы авторитар аристократик характерҙа була һәм унлыҡ системаһы нигеҙендә төҙөлгән хәрби иерархияның айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнә. Ырыуҙар һәм ҡәбиләләр, ғәмәлдә бер туҡтауһыҙ алып барылған һуғыш осрағындағы һанына бәйле, атлы унлыҡтар, йөҙлөктәр, меңлектәр (артабан шул принцип буйынса) менән тәьмин итә. Хәрби-территориаль начальниктар — хандар, батша улдары, бәктәр, нойондар, баһадирҙар. Армия унлыҡтар, йөҙлөктәр һәм меңлектәргә, шулай уҡ төмәндәргә (төмән ҡулы аҫтындағы ун мең яугир) бүленә. Бәләкәй генә ғәйеп өсөн дә бөтә унлыҡ язалана.

Законодар сығарыу

үҙгәртергә

Аҡса системаһы

үҙгәртергә

Почта хеҙмәте

үҙгәртергә
См. также: Pax Mongolica
 
Был карта Монгол империяһының XIII быуаттағы сикәтәрен хәҙерге заманда монголдарҙың Монголия, Рәсәй, Урта Азия һәм Ҡытайҙа йәшәгән урындары менән сағыштырып күрһәтә
 
Туҡтамыш һәм Алтын урҙа армияһы Мәскәүҙе ҡамауға ала (1382)
 
Беренсе Бөйөк Могол Бабур һәм уның вариҫы Хумаюн

Хакимдар

үҙгәртергә
  • Сыңғыҙхан (Тэмучжин) (1206—27).
  • Үҙегәй (Октай, Далайин-хан), улы (1227—41).
  • Толуй, ҡустыһы (факт. 1227—29).
  • Торегене (Туракина), тол ҡатыны (рег. 1241—46).
  • Гуюк, улы 2 (1246—49).
  • Огул-Гаймиш, тол ҡатыны (рег. 1249—51)*.
  • Мункэ (Менгу), Толуйҙың улы (1251—60).
  • Хубилай (Сэцэн-хан), ҡустыһы (1260—94).
  • 1260 — Монгол империяһының тарҡалыуы; Ҡытай менән Монголияла 1368 йылға тиклем монголдарҙың Юань династияһы идара итә.
  • Монголия тарихы

Тағы ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Монгольский обыденный изборник. § 203 // Сокровенное сказание / Пер. С. А. Козина. — М.-Л., 1941.
  2. Монгольский обыденный изборник. § 239 // Сокровенное сказание / Пер. С. А. Козина. — М.-Л., 1941.
  3. Храпачевский Р. П. Военная держава Чингисхана. — М.: АСТ; Люкс, 2005. — С. 282. — ISBN 5-17-027916-7 ; 5-9660-0959-7.
  4. Переводы из «Юань ши» (фрагменты) // Храпачевский Р. П. Военная держава Чингисхана. — М., 2005. — С. 458—459.
  5. Рашид ад-Дин. Сборник летописей. — 1960. — Т. 2. — С. 132.
  6. Бартольд В. В. Туркестан в эпоху монгольского нашествия // Бартольд В. В. Сочинения. — М., 1963. — Т. I. — С. 559.
  7. Рашид ад-Дин. Сборник летописей. — 1960. — Т. 2. — С. 136—139.
  8. net.net One of the Internet’s premiere addresses. Дата обращения: 3 июль 2014. Архивировано 11 октябрь 2012 года. 2012 йыл 11 октябрь архивланған.
  9. Грум-Гржимайло Г. Е. Западная Монголия и Урянхайский край. — Л., 1926. — Т. II. — С. 481.
Основная
  • Карпини, Гийом де Рубрук, История Монголов / Путешествие в восточные страны, СПб.: 1911.
  • Армянские источники о монголах (Извлечения из рукописей XIII—XIV вв.). — М., 1962.
  • Ата-Мелик Джувейни. Чингисхан. История Завоевателя Мира = Genghis Khan: the history of the world conqueror / Перевод с текста Мирзы Мухаммеда Казвини на английский язык Дж. Э. Бойла, с предисловием и библиографией Д. О. Моргана. Перевод текста с английского на русский язык Е. Е. Харитоновой. — М.: «Издательский Дом МАГИСТР-ПРЕСС», 2004. — 690 с. — 2000 экз. — ISBN 5-89317-201-9.
  • Иакинф (Бичурин Н. Я.) История первых четырёх ханов из дома Чингисова // История монголов. — М.: АСТ: Транзиткнига, 2005. — С. 7—234. — ISBN 5-17-031003-X.
  • Из «Истории завоевателя мира» Джувейни // Сборник материалов, относящихся к истории Золотой Орды / Пер. В. Г. Тизенгаузена. — М.: Издательство АН СССР, 1941. — Т. 2. — С. 20—24. Архивировано из первоисточника 16 март 2012.
  • Из «Насировых разрядов» Джузджани // Сборник материалов, относящихся к истории Золотой Орды / Пер. В. Г. Тизенгаузена. — М.: Издательство АН СССР, 1941. — Т. 2. — С. 13—19. Архивировано из первоисточника 24 ғинуар 2009.
  • Джиованни дель Плано Карпини. История монгалов, именуемых нами татарами // Джиованни дель Плано Карпини. История Монгалов. Гильом де Рубрук. Путешествие в Восточные страны / Перевод А. И. Малеина. — М.: Государственное издательство географической литературы, 1957.
  • Киракос Гандзакеци. История Армении / Перевод с древнеармянского, предисловие и комментарий Л. А. Ханларян. — М.: Наука, 1976.
  • Китайская династийная история «Юань ши (Официальная история [династии] Юань)» // Золотая Орда в источниках / Переводы с китайского, составление и примечания Р. П. Храпачевского. — М.: ЦИВОИ, 2009. — Т. 3: Китайские и монгольские источники.
  • «Краткие сведения о чёрных татарах» Пэн Да-я и Сюй Тина // Проблемы востоковедения / пер. Линь Кюн-и и Н. Ц. Мункуева. — 1960. — № 5. — С. <!—— В этой публикации дан перевод только части текста памятника (примерно 45% от всего текста). Полный перевод сочинения Пэн Да—я и Сюй Тина "Хэйда шилюэ (Краткие известия о чёрных татарах)" осуществлён Р.П. Храпачевским и опубликован в книге "Золотая Орда в источниках. Том третий. Китайские и монгольские источники", М. 2009——>.
  • Монгольский обыденный изборник // Сокровенное сказание. Монгольская хроника 1240 г. ЮАНЬ ЧАО БИ ШИ / Перевод С. А. Козина. — М.-Л.: Издательство АН СССР, 1941. — Т. I.
  • Мэн-да бэй-лу («Полное описание монголо-татар») / Пер. Н. Ц. Мункуева. — М.: Наука, 1975.
  • Переводы из «Юань ши» (фрагменты) // Храпачевский Р. П. Военная держава Чингисхана. — М.: АСТ: ЛЮКС, 2005. — С. 432—525. — ISBN 5-17-027916-7.
  • Рашид ад-Дин. Сборник летописей / Перевод с персидского Л. А. Хетагурова, редакция и примечания профессора А. А. Семёнова. — М., Л.: Издательство АН СССР, 1952. — Т. 1, кн. 1.
  • Рашид ад-Дин. Сборник летописей / Перевод с персидского О. И. Смирновой, редакция профессора А. А. Семёнова. — М., Л.: Издательство АН СССР, 1952. — Т. 1, кн. 2.
  • Рашид ад-Дин. Сборник летописей / Перевод с персидского Ю. П. Верховского, редакция профессора И. П. Петрушевского. — М., Л.: Издательство АН СССР, 1960. — Т. 2.
  • Рашид ад-Дин. Сборник летописей / Перевод А. К. Арендса. — М., Л.: Издательство АН СССР, 1946. — Т. 3.
  • Гильом де Рубрук. Путешествие в Восточные страны // Джиованни дель Плано Карпини. История Монгалов. Гильом де Рубрук. Путешествие в Восточные страны / Перевод А. И. Малеина. — М.: Государственное издательство географической литературы, 1957.
Дополнительная

Һылтанмалар

үҙгәртергә