Солтангәрәев Рәшит Ғимран улы

башҡорт яҙыусыһы

Солтангәрәев Рәшит Ғимран улы (15 декабрь 1935 йыл — 5 ноябрь 2000 йыл) — башҡорт яҙыусыһы. 1966 йылдан — КПСС, 1971 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм БАССР-ҙың (1985) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1978).

Рәшит Солтангәрәев
Исеме:

Рәшит Ғимран улы Солтангәрәев

Псевдонимдары:

Рәшит Солтангәрәй

Тыуған көнө:

15 декабрь 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылы

Вафат булған көнө:

5 ноябрь 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (64 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

Прозаик

Премиялары:
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Наградалары:
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Биографияһы үҙгәртергә

Рәшит Ғимран улы Солтангәрәев 1935 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ы Күмертау (хәҙер Көйөргәҙе) районының Таймаҫ ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, ауыл китапхана мөдире, колхоздың комсомол ойошмаһы секретары булып эшләй[1] .

1953—1958 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетында уҡый. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, республиканың радио һәм телевидение студияһында мөхәррир була. 1965—1970 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире булып эшләй.

1970—1971 йылдарҙа Яҙыусылар союзының тәҡдиме буйынса «Өфөнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында оҙайлы ижади командировкала була.

1973—1975 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзының Юғары әҙәби курстарында уҡый һәм «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире булып хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә.

1978—1983 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәби консультант була. 1984 йылдан вафатына тиклем «Ағиҙел» журналы редакцияһында эшләй, 1989 йылға тиклем баш мөхәррир урынбаҫары була, артабан баҫманың проза бүлеген етәкләй.

Әҙип 2000 йылдың 5 ноябрендә Өфө ҡалаһында вафат була, тыуған ауылында ерләнгән.

Әҙәби ижады үҙгәртергә

Рәшит Солтангәрәев әҙәби ижад менән мәктәптә уҡығанда уҡ шөғөлләнә башлай. Тәүге хикәйәләре студент йылдарында (1957) донъя күрә. Хәҙерге көндә ул ун алты китаптың һәм «Теге донъя, был донъя» исемле драматик әҫәрҙең (Стәрлетамаҡ драма театрында сәхнәләштерелде) авторы. Өс китабы рус телендә баҫылды. Айырым әҫәрҙәре ҡаҙаҡ, украин, татар, ҡырғыҙ, сыуаш, ҡарағалпаҡ, яҡут, ненец һәм башҡа телдәрҙә баҫылып сыҡты. «Ҡиәмәтлек кейәү» хикәйәһе буйынса «Казахфильм» студияһында нәфис кинофильм төшөрөлдө. «Йылы ямғыр» һәм «Нефтселәр юлынан» әҫәрҙәре өсөн яҙыусы 1978 йылда Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ булды. Бер нисә тапҡыр СССР һәм РСФСР яҙыусыларының съезына делегат һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы итеп һайланды. Башҡорт әҙәбиәтендәге уңышлы хеҙмәте өсөн уға «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре» тигән почетлы исем бирелде.

Әҫәрҙәренең исеменән үк яҙыусы ижадының төп темаһын тыуған төйәккә, тыуған ергә мөхәббәт тип билдәләргә булыр ине. Иң тәүге йыйынтығы «Тыуған йорт» тип аталһа, артабан иң һуңғы ижад емештәренең береһе «Ауылым минең- яҙмышым минең» тип исемләнгән. Халыҡ яҙмышы ла бик борсоно әҙипте. Уның ошо проблемаға ҡағылышлы публицистик мәҡәләләре уҡыусылар тарафынан ыңғай баһаланды.

Рәшит Солтангәрәев-талантлы әҙип, башҡорт прозаһының күрке. Һәр әҙиптең айырыуса яҡын күргән жанры була. Хәҙерге башҡорт прозаһында Рәшит Солтангәрәев иң үҙенсәлекле, иң талантлы хикәйәселәренең береһе.

Хикәйәләрендә шаҡ ҡатырлыҡ ваҡиғалар, әллә ниндәй ғәҙәттән тыш хәлдәр юҡ. Улар ябай, йыйнаҡ һәм шул уҡ ваҡытта бик тығыҙ яҙылған, камил эшләнгән. Әҫәрҙәр үҙҙәренең тормош дөрөҫлөгө, кешеләрҙең рухи донъяһын асыуҙа психологик тәрәнлек менән күңелде биләй. Хикәйәләрҙәге ваҡиғалар ағышындағы эске мәғәнә көслө. Автор уҡыусыға ышана, уның үҙенә уйланырға урын ҡалдыра. Рәшит Солтангәрәев прозаһы-яҡты проза. Тормошто ул аҡҡа һәм ҡараға ғына бүлеп күҙәтмәй. Геройҙарҙың ниндәйҙер сәйер яҡтары бар, яҙмыштары ла ябайҙан түгел, ләкин уларҙың күпселеге яғымлы, матур күңелле кешеләр.

Хәҙер барлап ҡараһаң, һуңғы ун йыл Рәшит Солтангәрәевтың ижад юлында бик бәрәкәтле осор булған. Ошо арала яҙыусының «Беҙ йәшәгән ер» исемле романы донъя күрҙе, «Осто бөркөт» исемле повесы баҫылып сыҡты, бөгөнгө башҡорт прозаһының йөҙөк ҡашы булырлыҡ хикәйәләре уҡыусыларҙы ҡыуандырҙы. «Теге донъя, был донъя» тигән фәлсәфәүи драмаһы тамашасыларҙың алҡышын яуланы, «Яҙмыш» исемле публицистика һәм очерктар китабы юғары баһа алды. Был осорҙа Рәшит Ғимран улы ысын мәғәнәһендә бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтенең күренекле һүҙ оҫтаһы булып танылды, милли һүҙ сәнғәтендә оло күренеш булырлыҡ, уның бөгөнгө эстетик кимәлен билдәләрлек юғары эстетик әҫәрҙәр ижад итте. Донъялар буталғанда ла, ике йөҙлөләрҙең йыртҡыс битлектәре алмашынып торғанда ла, Рәшит Солтангәрәев үҙе булып ҡалды, үтә лә оло, үтә лә яуаплы яҙыусы исемен ваҡламаны.

Ул «милләтем», «халҡым» тип һөрән һалып бармай, тере кешеләрҙең башына төшкән һынауҙар, илгә-ергә ябырылған бәләләр аша уҡыусыны бөгөнгө тормош тураһында уйланырға мәжбүр итә, уның күңелендә ғәм, зиһененә тынғы бирмәҫлек фекер уята.

Китаптары үҙгәртергә

Бүләктәре үҙгәртергә

«Йылы ямғыр», «Нефтселәр юлынан» китаптары өсөн 1978 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә.

Хәтер үҙгәртергә

  • «Ағиҙел» журналы Рәшит Солтангәрәев исемендәге хикәйәләр конкурсы үткәрә[2][3].
  • Өфөлә прозаик һәм публицист Рәшит Солтангәрәевтың хәтер кисәһе уҙа.  [4].

Әҙиптең тормошо һәм ижады тураһында үҙгәртергә

  • Вахитов Ә.Х. Тормош дөрөҫлөгө. — Солтангәрәев Р.Ғ. Тыуған яҡҡа ҡайтыу. Өфө. 1985 й., 3-10-сы биттәр.
  • Бикбаев Р.Т. Яҙыусы бәхете. — «Башҡортостан» гәзите, 2005 й., 7-8 декабрь.
  • Вәлитов И.Ғ. Тормош һулышын тойоп. — Ижади үрҙәргә. Өфө. 1986 й., 121-141-се биттәр.
  • Вәлитов И.Ғ. Тормош һулышы. — «Ағиҙел», 2002 й., №2, 161-169-сы биттәр.
  • Мусин Н.С. Уйландыра, ҡыуандыра. — Ихлас күңелдән һөйләшеү. Өфө, 1990 й., 251-255-се биттәр.
  • Мусин Н.С. Ябай бөйөклөк. — «Башҡортостан» гәзите, 2005 й., 21 декабрь.
  • Гәрәева Г.Н. Әҫәрҙәре — халыҡ күңелендә. — «Ағиҙел» журналы, 2001 й., №11, 180-183-сө биттәр.
  • Ғәниева Т.Ә. Уны Солтангәрәй тиҙәр... — «Йәшлек» гәзите, 1995 й., 16 декабрь.
  • Ринат Камал. Мөһабәт тирәк. — «Башҡортостан» гәзите, 2015 й., 16 декабрь.
  • Ринат Камал. Солтангәрәй донъяһы. — «Ватандаш» журналы, 2001 й., №11, 123-127-се биттәр.
  • Ринат Камал. Хикәйәләрҙе ҡойоп ҡына ҡуйҙы. — «Кызыл таң» гәзите, 2015 й., 26 декабрь.
  • Шаһманов Т.Ғ. Тыуған еренә ереккән әҙип. — «Юшатыр» гәзите, 2005 й., 13 декабрь.
  • Тикеев Д.С. Тел күрке.— «Ағиҙел», 2000 й., №11, 109-116-сы биттәр.
  • Баһуманова М. Маһир хикәйәсе. — «Башҡортостан» гәзите,2009 й., 9 сентябрь.
  • Муллағолова Ә. Йондоҙҙарға йышыраҡ ҡарағыҙ. — «Ағиҙел», 2000 й., №6, 104-106-сы биттәр.
  • Исхаҡов Р. Повеста — йәшәйешебеҙ сағылышы. — «Ағиҙел», 2001 й.,№4, 125-127-се биттәр.
  • Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Маһир телле, мәртәбәле ине. — «Башҡортостан» гәзите, 2001 й., 10 ғинуар.
  • Абдуллина Л.Х. Геройҙарымды яраттым. — «Йәшлек», 2001 й., 22 февраль.
  • Абдуллина Л.Х. Яҙғаның китапҡа инерлек булһын. — «Башҡортостан» гәзите, 2010 й., 3-4 февраль.
  • Нурғәлин З.Ә. Ер яҙмышы — ил яҙмышы. — Билдәлелек яҡтыһында. Өфө. 1992 й., 215-229-сы биттәр.
  • Сәйетов У. Солтангәрәй көләмәстәре. — «Ағиҙел» журналы, 2002 й., №5, 162-164-се биттәр.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә