Викидатала элемент юҡ

Арыҫлан  — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙа киң таралған ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Арыҫлан — януар атамаһынан алынған ир-ат исеме[1]. Ир-атҡа батырлыҡ,ҡыйыулыҡ теләү борондан килә. Көслө йәнлектәрҙең , ҡоштарҙың исемен биреү ҙә ошо теләктән[2]. Арыҫлан — Башҡортостан Республикаһы буйынса ЗАГС идаралығы мәғлүмәтттәре буйынса һуңғы йылдарҙа республикала ир балаларға йыш ҡушылған исемлеккә инә[3].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Арыҫлан Мөбәрәков — (Ҡотләхмәтов Арыҫлан Мөбәрәк улы; 15 декабрь 1908 йыл — 5 май 1977 йыл) — СССР-ҙың театр һәм кино актёры, режиссёр һәм драматург, йәмәғәт эшмәкәре. 1948 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы, 1941 йылдан —ВКП(б)/КПСС ағзаһы. СССР-ҙың халыҡ (1955), РСФСР-ҙың (1944) һәм БАССР-ҙың (1940) атҡаҙанған артисы. Башҡорт АССР-ының 1—5 саҡырылыш Юғары Советы депутаты. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1989, үлгәндән һуң). Ленин (1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1968) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры.

Йәнбәков Арыҫлан Әсғәт улы — (3 август 1980 йыл — 21 сентябрь 2011 йыл) — башҡорт актёры, йырсы, режиссёр, телетапшырыуҙар алып барыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.

Арыҫлан Аҡҡолов — тархан, батыр, XVII быуат аҙағы — XVIII быуат башында Нуғай даруғаһының Бошман‑Ҡыпсаҡ улусы старшинаһы, Арыҫлановтар нәҫелен башлап ебәреүсе.

Арыҫлан Ранғолов (? — 29 апрель 1775 йыл) — Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—1775) ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёв полковнигы.

Арыҫлан Айдемиров (1977) — Рәсәй футболисы

Арыҫлан Экши (1985) — Төркиә волейболисы

Арыҫлан Тогуз (1886—1963) — Осман империяһының полиция комиссары, сәйәсмән

Фамилиялар

үҙгәртергә

Арыҫланов Мөхәмәт Нуриәхмәт улы (2 февраль 1910 йыл — 20 октябрь 2001 йыл) — сәхнә биҙәүсе рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1937 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың (1980) һәм Башҡорт АССР-ының (1968) халыҡ рәссамы, РСФСР‑ҙың (1954) һәм БАССР‑ҙың (1943) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР‑ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1973). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1955, 1971).

Арыҫланов Әмир Солтан улы (25 сентябрь 1926 йыл — 23 февраль 1987 йыл) — рәссам. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1963 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1986). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985)

Арыҫланов Рифхәт Мөхәмәт улы (8 август 1946 йыл) — сценограф, рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1978 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2013) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2018).

Арыҫланов Роберт Мөтиғулла улы (8 апрель 1934 йыл — 12 август 2021 йыл) — комсомол, партия, дәүләт һәм мәғариф эшмәкәре. 1978—1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры урынбаҫары. Халыҡтар Дуҫлығы (1986) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1994)

Арыҫланова Динә Ғәбдрәхим ҡыҙы (27 июль 1953 йыл) — совет журналисы. 1978 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998).

Арыҫланов Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы (20 сентябрь 1915 йыл — 5 ғинуар 1945 йыл) — совет-фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған хәрби хеҙмәткәр. Танк полкы командиры урынбаҫары, гвардия подполковнигы (1944). Советтар Союзы Геройы (1940). Башҡорттарҙан тәүгеләрҙән булып ошо юғары исемгә лайыҡ булыусы

Арыҫланов Миңдеғол Абдулхаҡ улы (3 ғинуар 1920 йыл — 3 июнь 2008 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия старшинаһы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы орудиеһы командиры, Ҡыҙыл Байраҡ (1943), «Ҡыҙыл Йондоҙ» (1943) ордендары кавалеры.

Арыҫланова Зәкиә Шәйҙулла ҡыҙы (31 ғинуар 1919 йыл — 27 ғинуар 2012 йыл) — театр актёры. 1951 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1974).

Арыҫланов Риф Хәмит улы журналист, радио-һәм телетапшырыуҙар алып барыусы, композитор. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Юлдаш» мәғлүмәт-музыка каналының баш режиссёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2013). Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Ҡаҙырғол ауылында тыуған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Арыҫлан (йондоҙлоҡ) — (лат. Leo) — йондоҙлоҡ, иң яҡты йондоҙо — Альгенуби, яҡтылығы 2,97 була. Майҙаны буйынса урыны — 12.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Һылтанмалар

үҙгәртергә