Арыҫлан (ҡасаба, Силәбе өлкәһе)

АрыҫланРәсәйҙең Силәбе өлкәһе Наҙы-Петровск районындағы ҡасаба. Шәмәхә ауыл биләмәһенә инә.

Арыҫлан
Рәсем
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Шемахинское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 456980
Commons-logo.svg Арыҫлан Викимилектә

ГеографияһыҮҙгәртергә

Арыҫлан ҡасабаһы район үҙәгенән, Наҙы-Петровск ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 23 км алыҫлыҡта, Өфө йылғаһынан көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта, диңгеҙ кимәленән 335 метр бейеклектә, Зүрән тауының көнбайыш итәгендә — Барҙы һыртының юғары нөктәһендә урынлашҡан[2].

Ҡасабаның тирә-яғында өлкәлә һирәк осрай торған һәм Ҡыҙыл китапҡа индерелгән сапсан (лат. Falco peregrinus), баҡыр йылан (лат. Coronella austriaca), бөгөлгән елмәрҙәк (лат. Anemonoides reflexa), Кузнецов лапчаткаһы (лат. Potentilla kuznetzowii), Азия решетнигы (лат. Boletinus asiaticus), суҡышлы гомофус (лат. Gomphus clavatus), фин рамарияһы (лат. Ramaria fennica), клавариадельфус (лат. Clavariadelphus truncatus), ҡыҙғылт-һары ригидопорус (лат. Rigidoporus crocatus)[3] тереклек итә.

ТарихыҮҙгәртергә

 
6-сы латыш уҡсылары полкы яугирҙарына арналған обелиск

Ҡасабаның барлыҡҡа килеүе 1912 йылдан алып 1916 йылдарға тиклем барған Көнбайыш-Урал тимер юлы төҙөлөшө менән бәйле. Арыҫлан ҡасабаһы тирәләй шул уҡ исемле тимер юл станцияһына нигеҙ һалына, ул көнбайышҡа табан 5 км урынлашҡан Арыҫлан ауылы хөрмәтенә аталған[4].

1918 йылдың 18 июлендә ҡасабала тимер юл станцияһы районында бронепоезда килгән латыш уҡсылары подразделениелары (Ҡыҙыл Армия составында) һәм Красноуфимск ҡалаһына Силәбе станцияһынан килгән аҡ чехтар (Чехословакия корпусы) араһында көслө алыш була[5]. Был ваҡиғалар иҫтәлегенә тимер юлы вокзалы бинаһы янында обелиск ҡуйыла.

Артабан ҡасаба үҫешенә урман сәнәғәте хужалығын ойоштороу булышлыҡ итә (XX быуат уртаһында Наҙы-Петровск леспромхоз составына инә), ул үҙәкләштерелгән тәртиптә утын, төҙөлөшкә яраҡлы ағас, ағас күмерен эшләү һәм һатыу менән шөғөлләнә. Быға тимер юлдың һәм Өфө йылғаһының яҡынлығы булышлыҡ итә[6][7].

Совет осоро ваҡытында ҡасабала Шемаха совхозы янындағы ауыл хужалыҡтарында үҫтерелгән ашлыҡты ваҡытлыса һаҡлау һәм тимер юлы менән ташыу өсөн элеватор төҙөлә һәм эшләй. Урта (тулы булмаған) мәктәп (төп дөйөм белем биреү) асыла[8][9].

ХалҡыҮҙгәртергә

Халыҡ иҫәбе
2002[10]2010[11]
634481
Демографик күрһәткестәр[12]
Халыҡ һаны 2010 йылға халыҡ составы
1970 2002 2010 ир-егет ҡатын-ҡыҙ
1329[8] 631 481 229 252

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 2002 йылға халыҡтың милли составы: урыҫтар (88 %), татарҙар (9 %)[13]

ТранспортҮҙгәртергә

Ҡасаба территорияһында Көньяҡ Урал тимер юлының «Арыҫлан» тимер юл станцияһы урынлашҡан (хәҙерге ваҡытта, билдәһеҙ ваҡытҡа тиклем бикләнгән)[14][15]. Станция коды — 2040461[16]. Ҡасабаны Наҙы-Петровск-Әртә, Шемаха һәм Арыҫлан ауылдарын автомобиль юлдары менән ваҡ ташлы-грунт юлдары бәйләй. Район үҙәгенә аҙнаһына 3 тапҡыр автобус йөрөй.

Автомобиль юлдары буйлап арауыҡтар[17]:

— яҡындағы тимер юл станцияһына тиклем: 0 км (Үрге Өпәле — 77 км)

— ауыл советына тиклем (Шемаха ауылы): 7 км

— район үҙәгенә (Наҙы-Петровск): 31 км

— өлкә үҙәгенә (Силәбе): Наҙы-Петровск- Үрге Өпәле- Ҡыштым-Арғаяш ауылы аша 225 км; Наҙы-Петровск- Үрге Өпәле- Кәҫле - Төбөк ауылы аша — 261 км

УрамдарыҮҙгәртергә

Арыҫлан ҡасабаһы 11 урамдан тора[18]:

  • Яр
  • Йәшел
  • Ленин
  • Тыныслыҡ
  • Октябрь
  • Беренсе май
  • Пролетар
  • Свердлов
  • Төньяҡ
  • Хеҙмәт
  • Мәктәп

ГалереяһыҮҙгәртергә

Топографик картаһыҮҙгәртергә

  • Карта бите O-40-XXXVI Нязепетровск. Масштаб: 1 : 200 000. Состояние местности на 1986-1991 год. Издание 1993 г.
  • Лист карты O-40-143 Шокурово. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1991 год. Издание 1992 г.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Araslanovo  (инг.). GeoNames. 15 февраль 2014 тикшерелгән.
  3. Красная книга Челябинской области: животные, растения, грибы / Под общ. ред. В. Н. Большакова. Министерство экологии Челябинской области, ОГУ «ООПТ Челябинской области» // М.: Реарт, 2017. — 504 с. ISBN 978-5-906930-92-7. С. 51, 80, 310, 326, 450, 456, 458, 465, 468.
  4. История района (недоступная ссылка).Официальный сайт Нязепетровского муниципального район.Дата обращения: 12 апреля 2014.Архивировано 13 апреля 2014 года.
  5. Был страшный бой. Тәүге сығанаҡтан архивланған 5 сентябрь 2017. 2017 йылдың 5 сентябрь көнөндә архивланған., Статья в газете «Нязепетровские вести», № 61 (214), 07.08.2015 г., с. 4.
  6. Деятельность Нязепетровского леспромхоза навсегда вписана в историю района (недоступная ссылка). Газета "Нязепетровские вести".Дата обращения: 12 апреля 2014. Архивировано 13 апреля 2014 года.
  7. [chel-portal.ru/encyclopedia/nyazepetrovskiy-lespromhoz/t/11857 Нязепетровский леспромхоз].Энциклопедия chel-portal.ru
  8. 8,0 8,1 Станция-труженица. Тәүге сығанаҡтан архивланған 5 сентябрь 2017. 2017 йылдың 5 сентябрь көнөндә архивланған., Статья в газете «Нязепетровские вести», № 61 (214), 07.08.2015 г., с. 4. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «НПЗ-вести61» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән
  9. Муниципальное казённое общеобразовательное учреждение «Араслановская основная общеобразовательная школа», Страница о школе на сайте Управления образования администрации Нязепетровского муниципального района Челябинской области.
  10. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 13 февраль 2016. 13 февраль 2016 тикшерелгән.
  11. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Тәүге сығанаҡтан архивланған 13 февраль 2014. 13 февраль 2014 тикшерелгән.
  12. Численность и размещение населения Челябинской области. Таблица 11 2014 йылдың 13 февраль көнөндә архивланған..
  13. Результаты переписи населения 2002 года.. Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 июнь 2018. 2018 йылдың 15 июнь көнөндә архивланған.
  14. Железнодорожная станция Арасланово
  15. Телеграмма ОАО "РЖД" от 20 августа 2008 г. № 13311.
  16. Коды станции ЮУЖД. 2014 йылдың 13 апрель көнөндә архивланған.
  17. Измерение расстояний между городами.Точка на карте.
  18. Регионы России → Челябинская обл. → Нязепетровский р-н → Арасланово п.
  19. Посёлок Арасланово готовится к юбилею 2016 йылдың 8 март көнөндә архивланған., Статья на официальном сайте Нязепетровского муниципального района Челябинской области.

Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә