Арыҫланов Миңдеғол Абдулхаҡ улы
Арыҫланов Миңдеғол Абдулхаҡ[1] улы (башҡа сығанаҡ буйынса Миңнеғол Әбүбәкер улы (Арсланов Миннигул Абубакирович)[2]) (3 ғинуар 1920 йыл — 3 июнь 2008 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия старшинаһы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы орудиеһы командиры[2]. Ҡыҙыл Байраҡ (1943), «Ҡыҙыл Йондоҙ» (1943) ордендары кавалеры[2].
Арыҫланов Миңдеғол Абдулхаҡ улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 3 ғинуар 1920 |
Тыуған урыны | Ғөбәйҙулла |
Вафат булған көнө | 3 июнь 2008 (88 йәш) |
Вафат булған урыны | Темәс, Баймаҡ районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | лесничий, лесник, forester |
Хәрби звание | старшина[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәМиңдеғол Әбүбәкер улы Арыҫланов Башҡорт АССР-ының Бөрйән-Түңгәүер кантоны (хәҙер Баймаҡ районы) Ғөбәйҙулла (икенсе исеме Ҡоштүбә[3]) ауылында 1920 йылдың 3 ғинуарында тыуған. Ҡоштүбә ауылы Темәс ауыл Советы составына ингәнгә күрә, Миңдеғол Абдулхаҡ улы үҙ ауылынан ун километр алыҫлыҡта ятҡан Темәс мәктәбендә уҡый, артабан Түбә алтын йыуыу фабрикаһында эшләй[4]. 1941 йылда Миңдеғол Арыҫланов Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан һуғышҡа алына[2]. Шайморатов генерал етәкселегендәге 112-се Башҡорт атлы дивизияһында 58-се гвардия кавалерия полкы орудиеһы командиры булып хеҙмәт итә. Снаряд ярсығынан яраланып, госпиталдә ята[4]. «Саҡма тояҡ аттарҙа» исемле китапта (авторы Әхтәм Ихсан) бер нисә урында Миңдеғол Арыҫлановтың исеме телгә алына:
}Орденлылар исеменән сержант Миңдеғол Арсланов сығыш яһаны:
— Беҙ бөгөн ике шатлыҡ кисерәбеҙ, — тине ул, ғәйрәт сәсеп, — беренсенән, Верховный баш командованиенан рәхмәт һүҙе ишеттек. Уны беҙгә майор Әлибаев уҡып бирҙе. Икенсенән, ордендар һәм миҙалдар алдыҡ. Ватан беҙҙең хәрби хеҙмәтебеҙҙе юғары баһаланы… Шулай бит, иптәштәр? Эйе, шулай, тип әйтегеҙ… Беҙ Урал егеттәре икәнбеҙ, беҙҙең һүҙебеҙ бер булырға тейеш: — Еңеу!…Дошмандан еңелгән — үлеп ҡалған, дошманды еңгән — мәңгелек дан алған, тигәндәр. Юк, беҙ еңелмәбеҙ, еңербеҙ! Шулаймы, иптәштәр![5] |
Баймаҡ егете шәп ҡурайсы булараҡ дан ала, алыштар араһында ял итеү сәғәттәрендә ҡурайҙа уйнай. Үҙе һөйләүенсә, бер ярышта еңгән өсөн Шайморатов генерал уға үҙенең сәғәтен бүләк итә[4]. 1945 йылдың 9 майын Миңлеғол Арыҫланов Берлинда ҡаршылай, әммә тыуған яҡтарына тик 1947 йылда ҡайта. Темәс урман хужалығында эшләй.
2008 йылдың 3 июнендә Баймаҡ районы Темәс ауылында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1943)
- «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены (1943)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (ғинуар-февраль 1943)[2]
Хәтер
үҙгәртергә2015 йылда Темәс ауылы эргәһендәге тауҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына обелиск ҡуйыла. Исемлектә Арыҫланов Миңдеғол Абдулхаҡ улының исеме лә мәңгеләштерелгән[6][7].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Кавалеристы Баймакского района 112(16) гвардейской Башкирской кавалерийской дивизии, призванные Баймакским РВК 2021 йыл 13 июнь архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Шаймуратовцы. Арсланов Миннигул Абубакирович
- ↑ Губайдуллино (Куштуба)
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Гульнара Вахитова, Римма Тимербулатова. ИСЕМДӘРЕ МӘҢГЕ ХӘТЕРҘӘ (ИМЯ ВАШЕ БЕССМЕРТНО)
- ↑ Саҡма тояҡ аттарҙа 190-сы бит
- ↑ Строительство обелиска для ветеранов ВОВ
- ↑ Киләсәккә рухи васыят
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Саҡма тояҡ аттарҙа 2021 йыл 26 сентябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2021)
- Гульнара Вахитова, Римма Тимербулатова. ИСЕМДӘРЕ МӘҢГЕ ХӘТЕРҘӘ (ИМЯ ВАШЕ БЕССМЕРТНО)
- Национальный музей Республики Башкортостан
- Киләсәккә рухи васыят