Арыҫланова Зәкиә Шәйҙулла ҡыҙы

Арыҫланова Зәкиә Шәйҙулла ҡыҙы (31 ғинуар 1919 йыл — 27 ғинуар 2012 йыл) — театр актёры. 1951 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1974).

Арыҫланова Зәкиә Шәйҙулла ҡыҙы
Файл:ZArslanova.jpg
Тыуған ваҡыты:

31 ғинуар 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Иҫке Күҙәй ауылы[1]

Вафат ваҡыты:

27 декабрь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (93 йәш)

Вафат урыны:

Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы

Һөнәре:

актёр

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

19411987

Театр:

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры

Наградалары:

Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1974)

Биографияһы

үҙгәртергә
 
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры

Зәкиә Шәйҙулла ҡыҙы Арыҫланова 1919 йылдың 31 ғинуарында хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Күҙәй ауылында тыуған. 1940 йылда Өфө театраль-сәнғәт училищеһын тамамлай һәм Яңауыл колхоз-совхоз театрына эшкә ебәрелә.

1941—1942 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада бригадаларында эшләй, 1949—1987 йылдарҙа — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы.

Уның репертуары төрлө сәхнә жанрҙарын үҙ эсенә ала. Зәкиә Шәйҙулла ҡыҙы Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Әнүәр Бикчәнтәев, Сәғит Мифтахов, Кирәй Мәргән, Ярулла Вәлиев әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған бик күп радио- һәм телеспектаклдәрҙә ҡатнаша. Классик драмаларҙа артистың персонаждары характер тәрәнлеге менән айырылып тора. Моңло тауышы, сағыу дикцияһы, сәнғәт донъяһына, сәхнәгә ғашиҡ ябай ауыл ҡыҙын ҙур бейеклектәргә күтәрә.

Спектаклдәрҙәге ролдәре

үҙгәртергә
  • Ғәлимә — «Ҡара йөҙҙәр», Ғайнан Әмири
  • Валя Ғәлимова Мәжит Ғафуриҙың шул уҡ исемдәге повесы буйынса.
  • Зөлфиә — «Бажалар», Ибраһим Абдуллин.
  • Мөнирә — «Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш», Туфан Миңнуллин.
  • Ксения — «Һынылыш», Борис Лавренев.
  • Анисья — «Ҡараңғылыҡ хөкөм һөргәндә», Лев Толстой.
  • Курицына — «Бәлә кеше башынан йөрөмәй», Александр Островский.
  • Синьора Капулетти — «Ромео һәм Джульетта», Уильям Шекспир.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • Эстрада артистарының Бөтә Рәсәй конкурсы дипломанты (1960 һәм 1968 йылдар)
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1974)

Ире — Арыҫланов Ғата Арыҫлан улы, Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1956).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә