Арыҫлан Аҡҡолов (рус. Ар(а)слан Аккулов) — башҡорт тарханы, батыр.

Арыҫлан Аҡҡолов
Тыуған көнө

билдәһеҙ

Тыуған урыны

билдәһеҙ

Вафат булған көнө

билдәһеҙ

Вафат булған урыны

билдәһеҙ

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Атаһы

Аҡҡош (Аҡҡол)

Балалары

Юлбарыҫ, Ирназар, Кинйә

Биографияһы

үҙгәртергә

Арыҫлан Аҡҡолов сығышы менән Башҡортостандың Нуғай даруғаһы Бошман‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттарынан булған. Арыҫлановтар нәҫеленә нигеҙ һала. Шәжәрәһе: Бошман бей[1] → Борондоҡ бей → Һөйөндөк бей → Аҡбулат бей → Һарыбайсал тархан → Дәүләтҡол → Миңлеғол → Аҡҡош (Аҡҡол) → Арыҫлан[2]. Ә башҡорттарҙың ҡара ҡыпсаҡ ырыуының шәжәрәһенә ярашлы: Бабсаҡ бей → Борондоҡ бей → Һөйөндөк бей → Һарыбайсал тархан → Дәүләтҡол → Миңлеғол → Аҡҡош → Арыҫлан тархан[3].

XVII быуат аҙағы — XVIII быуат башында Нуғай даруғаһының Бошман‑Ҡыпсаҡ улусы старшинаһы була.

Башҡорт ихтилалы барышында, 1708—1722 йылдарҙа башҡа старшиналар менән бергә Арыҫлан Аҡҡолов яңы һалымдарҙы һәм йөкләмәләрҙе бөтөрөү үтенесе менән, аҫаба ерҙәрҙе баҫып алыуҙар, Өфө чиновниктарының башбаштаҡлыҡтарын, шул иҫәптән яһаҡ йыйыусы Андрей Жихарев һәм Михаил Дороховтарҙың 72 яңы һалым индереүҙе, комиссар Александр Сергеевтың төбәк халҡын талауҙы, тикшереү тураһында батша Пётр I бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итә.

1722 йылдың 12 февралендә Арыҫлан Аҡҡолов етәкселегендәге барлыҡ дүрт даруғанан килгән һәм 55 кешенән торған башҡорт делегацияһын етәкләй, улар ошо эште тикшереү буйынса суд процессында ҡатнашырға ирешә һәм суд ҡарарына ярашлы Сергеев үлем язаһына тарттырыла[4].

Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы Арыҫлан ауылы уның исеме буйынса аталған (башта ауыл Танып, Аҡҡол тип йөрөтөлгән)[5].

Арыҫландың өс улы була:

  • Юлбарыҫ Арыҫланов. Уның улдары: Юлғотло (1757—1816), Юлдыбай (1758—?), Аҡбирҙе (1764—?), Аҡъюл (1767—1812), Аҡҡужа (1776—?)[6].
  • Ирназар Арыҫланов. Уның улы — йорт старшинаһы Ҡотлоғәләм (1790—1859), уның балалары: Муса (уның улдары — Ҡотлорәжәп, Ҡотлоәхтәм, Ҡотлойыһан, Ҡотлосаяф, Ҡотлофәйрүз), Ҡотломөхәмәт (уның улдары — Ҡотләхмәт, Ҡотломәхди, Ҡотлофәйрүз), Ҡотләхмәт (уның улдары — Ҡотлоҡасим, Ҡотломбәт, Ҡотлозариф), урядник Ҡотлорәсүл (Ҡотлозаман, Ҡотлосәйет, Сәхибгәрәй) һәм Ҡотлохәйҙәр[6].
  • Кинйә Арыҫланов1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёвтың баш полковнигы. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы Кинйәабыҙ ауылы уның исеме һәм абыҙ (уҡытыусы, ғалим) һүҙе буйынса аталған[6]. Кинйә Арыҫлановтарҙың улдары Хужәхмәт (1745—1816), Рәхмәтулла (1747—1823), Сәғит (1750—1820), Һеләүһен, Сөләймән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Бошман (Бачман) — Түбәнге Волгала илбаҫар-монголдарға ҡаршы көрәште ойошторған ҡыпсаҡтарҙың бейе. Бының тураһында башҡорт халыҡ риүәйәттәрендә һәм фарсы тарихсыһы Джувейниҙың әҫәрендә һүрәтләнә.
  2. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — С. 67, 76. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Кулбахтин Н. М. Кинзя-абыз и его дети // Ватандаш. — 2005. — № 1. — С. 46—72. — ISSN 1683-3554.
  4. Кулбахтин Н. М. Кинзя-абыз и его дети // Ватандаш. — 2005. — № 1. — С. 46—72. — ISSN 1683-3554.
  5. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — С. 67. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. 6,0 6,1 6,2 Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — С. 78. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4.

Һылтанмалар

үҙгәртергә