Викидатала элемент юҡ

Арсланбашҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла. Арыҫлан варианты менән йөрөй.

Этимология үҙгәртергә

Төп башҡорт һүҙе, януар атамаһынан алынған. Батырлыҡ, ҡыйыулыҡ билдәһен аңлата[1]

Билдәле кешеләр үҙгәртергә

Сәхиев Арыҫлан Мырҙағәли улы (рус. Сахиев Арслан Мирзаг(н)алиевич 1907 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты, һуңынан гвардия старшинаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (ике тапҡыр 1944 йылда).

Тимер Арыҫлан (тулы исеме — Арыҫланов Тимер Гәрәй улы; 1 май 1915 йыл19 март 1980 йыл) — башҡорт шағиры. 1942 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1939—1940 йылдарҙағы совет‑фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы.

Мөбәрәков Арыҫлан Ҡотләхмәт улы (төп исеме — Ҡотләхмәтов Арыҫлан Мөбәрәк улы; 15 декабрь 1908 йыл5 май 1977 йыл — СССР-ҙың театр һәм кино актёры, режиссёр һәм драматург, йәмәғәт эшмәкәре. 1948 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы, 1941 йылдан — ВКП(б)/КПСС ағзаһы. СССР-ҙың халыҡ (1955), РСФСР-ҙың (1944) һәм БАССР-ҙың (1940) атҡаҙанған артисы. Башҡорт АССР-ының 1—5 саҡырылыш Юғары Советы депутаты. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1989, үлгәндән һуң). Ленин (1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1968) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры.

Фамилияла үҙгәртергә

Арыҫланов Риф Хәмит улы (14 июнь 1968 йыл) — журналист, радио-һәм телетапшырыуҙар алып барыусы, композитор. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Юлдаш» мәғлүмәт-музыка каналының баш режиссёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2013).

Арыҫланов Мөхәмәт Нуриәхмәт улы (2 февраль 1910 йыл20 октябрь 2001 йыл) — сәхнә биҙәүсе рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1937 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың (1980) һәм Башҡорт АССР-ының (1968) халыҡ рәссамы, РСФСР‑ҙың (1954) һәм БАССР‑ҙың (1943) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР‑ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1973). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1955, 1971).

Арыҫланов Роберт Мөтиғулла улы (8 апрель 1934 йыл12 август 2021 йыл) — комсомол, партия, дәүләт һәм мәғариф эшмәкәре. 1978–1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры урынбаҫары. Халыҡтар Дуҫлығы (1986) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1994)

Арыҫланова Динә Ғәбдрәхим ҡыҙы (27 июль 1953 йыл) — совет журналисы. 1978 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998).

Ауылдар үҙгәртергә

Арыҫлан (рус. Арсланово) — Башҡортостан Республикаһының Шишмә районындағы ауыл.

Арыҫлан(рус. Арсланово) — Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районындағы ауыл.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ