Викидатала элемент юҡ

Салауат — башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарҙа ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Салауат исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән. Маҡтаулы доғалар, намаҙҙар тигәнде аңлата[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Салауат Юлаев (16 июнь 1754 йыл — 26 сентябрь 1800 йыл) — башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизатор, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе. Салауат районының почетлы гражданы[2].

Хәмиҙуллин Салауат Ишмөхәмәт улы (1 июнь 1968 йыл) — тарихсы-журналист, телепроекттар авторы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союздары ағзаһы (2000), тарих фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (2012) һәм журналистика өлкәһендәге Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2000) премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре (2009)

Әсфәтуллин Салауат Ғәзим улы (21 июнь 1952 йыл) — 1988 йылдан Калуга өлкәһендә йәшәп, рус телендә ижад итеүсе журналист һәм яҙыусы. Рәсәй Федерацияһының Журналистар (1998) һәм Яҙыусылар (2007) союздары ағзаһы. Калуга өлкәһенең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002).

Әбүзәров Салауат Нәзир улы, Салауат Әбүзәр (29 ғинуар 1967 йыл) — башҡорт шағиры, драматург һәм журналист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2017) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2018).

Низаметдинов Салауат Әхмәҙи улы (3 март 1957 йыл — 29 июль 2013 йыл) — композитор. 1983 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының (1988) һәм Рәсәй Федерацияһының (2003) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1988) лауреаты.

Галин Салауат Әхмәҙиә улы (3 март 1934 йыл — 29 март 2010 йыл) — фольклорсы-ғалим, педагог-методист, юғары мәктәп эшмәкәре. 1977—1983 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институты проректоры, 1988—2010 йылдарҙа Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының донъя һәм милли мәҙәниәт кафедраһы мөдире. 1975 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы Гуманитар фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (академигы), филология фәндәре докторы (1995), профессор (1995). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1968) һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты (2001).

Төпәев Салауат Харис улы (18 февраль 1924 йыл — 16 март 2018 йыл) — ғалим-инженер-механик, журналист, хужалыҡ эшмәкәре һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Техник фәндәр кандидаты (1962), доцент (1972). Журналистар союзы ағзаһы (1998). 1991 йылдан Башҡортостандың Сәйәси золом ҡорбандары ассоциацияһы рәйесе, 2001 йылдан — почётлы президенты. СССР юғары мәктәбе отличнигы (1982). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1999).

Щербаков Салауат Александрович (15 ғинуар 1955 йыл) — СССР һәм Рәсәй скульпторы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Профессор, Рәсәй Художество академияһының ғәмәлдәге ағзаһы[3], Рәсәйҙең халыҡ рәссамы (2011)[4].

Ғәлләмов Салауат Абдрахман улы (24 декабрь 1959 йыл — 5 сентябрь 2018 йыл) — ғалим, башҡорттарҙың һинд-иран сығышы тураһындағы гипотезаның, башҡорт теленең боронғо һәм хәҙерге Европа телдәренә йоғонтоһо һәм башҡорт эпостарының боронғо һинд философияһына йоғонтоһо тураһында гипотезалар авторы.

Фәтхетдинов Салауат Зәки улы (10 ғинуар 1960 йыл) — йырсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, спортсы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2005), Татарстандың (1995) һәм Башҡортостандың (2019) халыҡ артисы. Ульяновск өлкәһенең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2010). Автоуҙыштар буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры.

Әминев Салауат Хөрмәт улы (10 сентябрь 1946 йыл) — дәүләт эшмәкәре. 1987—1994 йылдарҙа Башҡортостандың мәҙәниәт министры, 1994—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе, 2001—2004 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының налогтар һәм һалымдар министры урынбаҫары. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2016).

Ҡасимов Салауат Фитрат улы (19 декабрь 1934 йыл — 21 ноябрь 2018 йыл) — ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1995). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2009), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Зәки Вәлиди исемендәге премияһы (2004) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм Салауат Юлаев (2014) ордендары кавалеры.

Ҡотошов Салауат Шәйхелислам улы (13 февраль 1976 йыл) — юрист, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Рәсәй граждандар авиацияһы топ-менеджеры, илдең аэропорт һәм аэродромдар селтәре үҫеше инициаторы. 2008—2011 йылдарҙа «Өфө» халыҡ-ара аэропортының, 2014 йылдан «Калуга» халыҡ-ара аэропортының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2010), II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены кавалеры (2019).

Асҡаров Салауат Әхмәт улы (11 апрель 1946 йыл — 9 декабрь 2019 йыл) — башҡорт опера йырсыһы, педагог. 1987 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1988 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының (1984) һәм Рәсәй Федерацияһының (2011) халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992).

Фидаи Салауат Фидай улы (27 ноябрь 1972 йыл) — Рәсәй рәссамы, скульптор-миниатюрисы.

Даутов Салауат Әхәт улы (рус. Даутов Салават Ахатович) (1 март 1947 йыл) — партия органдары хеҙмәткәре һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Экология, тәбиғи ресурстарҙы рациональ файҙаланыу буйынса комиссия ағзаһы.

Күсимов Салауат Таһир улы (8 март 1942 йыл, Кировабад, СССР) — Өфө дәүләт авиация техник университеты[5][6] президенты, 19922003 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры, 20032008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[7], Рәсәй ғалимы, техник фәндәре докторы, профессор.

Исхаҡов Салауат Миҙхәт улы (7 сентябрь 1959 йыл) — СССР һәм Рәсәй тарихсыһы; 1995 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Рәсәй тарихы институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Тарих фәндәре докторы (2003).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Салауат (ғәр. صلوات‎ — маҡтау, данлау) — намаҙҙа ахырғы рәҡәғәттә Әт-Тәхиәтте уҡығандан һуң Аллаһы тәғәләгә бағышланған доға.

«Салауат» — Салауат ҡалаһының башҡорт телендә сәйәси-ижтимағи гәзите.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ