Дауытов Салауат Әхәт улы

(Даутов Салауат Әхәт улы битенән йүнәлтелде)

Даутов Салауат Әхәт улы (рус. Даутов Салават Ахатович) (1 март 1947 йыл) — партия органдары хеҙмәткәре һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Экология, тәбиғи ресурстарҙы рациональ файҙаланыу буйынса комиссия ағзаһы.

Дауытов Салауат Әхәт улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1 март 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Урал дәүләт хеҙмәте академияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Салауат Әхәт улы Даутов 1947 йылдың 1 мартында Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуған. Милләте буйынса башҡорт, юғары белемле — 1975 йылда Өфө нефть институтын, 1987 йылда Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1965 йылда, Салауат индустриаль техникумын тамамлағас, «Салауатнефтеоргсинтез» нефть эшкәртеү производство берекмәһендә слесарь булып башлай. Артабан ошо уҡ преприятиела мастер булып эшләй. 1967—1969 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. Запасҡа ҡайтҡас, «Салауатнефтехимстрой» тресында мастер, цех начальнигы, партком секретары була. 1983—1991 йылдарҙа КПСС-тың Салауат ҡала комитетының икенсе секретары вазифаһында була. 1992—1994 йылдарҙа күп профилле предприятие директоры, 1994 йылдан «Сатра» сәнәғәт -төҙөлөш предприятиеһы директоры. [1] Салауат ҡалаһы 121-се Южный һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана, Юғары Советтың Экология, тәбиғи ресурстарҙы рациональ файҙаланыу буйынса комиссия ағзаһы. [2]

Өйләнгән, ҡатыны менән ике ҡыҙ үҫтергән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104

Һылтанмалар

үҙгәртергә