Низаметдинов Салауат Әхмәҙи улы

башҡорт композиторы

Низаметдинов Салауат Әхмәҙи улы (3 март 1957 йыл — 29 июль 2013 йыл) — композитор. 1983 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының (1988) һәм Рәсәй Федерацияһының (2003) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1988) лауреаты.

Низаметдинов
Салауат Әхмәҙи улы
Тыуған көнө

3 март 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ының Учалы районы Миндәк ауылы

Вафат булған көнө

29 июль 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (56 йәш)

Вафат булған урыны

Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй флагы

Эшмәкәрлеге

композитор

Тормош иптәше

Разида Низаметдинова[1]

Балалары

Улы Даурен, ҡыҙы Ләйсән[2]

Наградалары һәм премиялары

Биографияһы

үҙгәртергә

Салауат Әхмәҙи улы Низаметдинов 1957 йылдың 3 мартында Башҡорт АССР-ының (1992 йылдан Башҡортостан Республикаһы[3]) Учалы районы Миндәк ҡасабаһында һигеҙ балалы шахтер ғаиләһендә тыуған.

Ете йәшенән (1964 йыл) Өфөләге һуҡыр балалар интернат-мәктәбендә уҡый башлай, хорҙа йырлай, бик теләп баянда, домрала, кларнет һәм торбала уйнарға өйрәнә. Ун бер йәшендә 1-се балалар музыка мәктәбенә ҡабул ителә. Бында һуҡыр баянсы һәм композитор Николай Инякин (1974 йылда трагик рәүештә һәләк була) класында шөғөлләнә. Аҙаҡтан Өфө сәнғәт училищеһында уҡый һәм был йылдарҙа әҙәбиәт, философия һәм музыкаль фәндәрҙе әүҙем үҙләштерә, ижад эшенә лә ныҡлап ылыға. Һөҙөмтәлә өс прелюдия, Н. Инякин иҫтәлегенә баян өсөн поэма, өс романс яҙа.

1979 йылда Прага ҡалаһында уҙғарылған Һуҡыр композиторҙарҙың халыҡ-ара конкурсында Александр Блок әҫәрҙәренә ижад ителгән романстары менән өсөнсө бүләккә лайыҡ була, ә инде ошо уҡ бәйгенең 1988 йылда үткәнендә Ника Турбина шиғырҙарына яҙылған «Ҡаралама» (русса «Черновик») вокаль циклы менән икенсе урынды яулай. Өфө дәүләт сәнғәт институтын (һуңынан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы) диплом эше — башҡорт телендә биш өлөштән торған «Салауат менән һөйләшеү» исемле вокаль симфония яҙып тамамлай. 1988 йылда йәш композиторҙың был әҫәре СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең Алтын миҙалына лайыҡ була.

Сәнғәт институтынан һуң Гнесиндар исемендәге Мәскәү дәүләт музыка-педагогия институтының (бөгөн Рәсәй музыка академияһы) аспирантураһын тамамлай. Бында профессор Г. И. Литинский етәкселегендә төрлө жанрҙа музыка ижад итеү серҙәренә өйрәнә, аҙаҡтан яратҡан уҡытыусыһына "До-минор ҡыллы квартеты"н бағышлай.

1983 йылда Салауат Низаметдинов СССР Композиторҙар союзына ҡабул ителә. 2006 йылда «Memento» операһы менән «Филантроп» халыҡ-ара конкурсында беренсе урынды яулай. 2007 йылда Салауат Әхмәҙи улы Рәсәй Композиторҙар союзының Дмитрий Шостакович исемендәге премияһына лайыҡ була.

1989 йылда кинорежиссёр Ренат Нуруллин тәҡдиме менән Ғәзим Шафиҡов сценарийы буйынса башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшинаға арнап төшөрөлгән «Һәҙиә» исемле әҙәби-публицистик фильмға үҙенсәлекле музыка һәм йырҙар яҙа[4].

Ижады яғынан күп яҡлы композитор булыуға ҡарамаҫтан, Салауат Низаметдинов операны яҡыныраҡ итте. Маэстроның үҙе әйтеүенсә, опера өҫтөндә эшләү ҙур хеҙмәт, ваҡыт һәм көс талап итә, әммә һәр секунд һиңә шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек килтерә. «Яҡшы шиғыр ишетһәм, моң үҙенән-үҙе яңғырай» тигән композитор. Уның Мостай Кәрим әҫәрҙәре нигеҙендә яҙылған «Ҡара һыуҙар», «Ай тотолған төндә», шулай уҡ «Memento» һәм «Нәҡи» исемле опералары Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә, «Мөхәббәт йондоҙо» рок-операһы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә ҡуйылды. Дөйөм алғанда, сәнғәт әһеленең ижад диапазоны бер үк ваҡытта опера һәм симфонияларҙы, хор әҫәрҙәрен һәм романстарҙы, драма спектаклдәренә музыканы һәм эстрада йырҙарын үҙ эсенә ала.

Композиторҙың төрлө әҙиптәр һүҙҙәренә яҙылған 200-ҙән ашыу йыры бар. Был йәһәттән Салауат Низаметдиновтың билдәле шағир Зөһрә Ҡотлогилдина менән сағыштырмаса оҙаҡҡа һуҙылған ныҡлы ижади дуҫлығы тураһында айырым иғтибарға лайыҡ. Был ике талант эйәһенең тәүге яңғырауҙан уҡ халыҡ һөйөүен яулаған йырҙары телевизор һәм радионан даими яңғырап тора. Уларҙы Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина бик илһамланып башҡара, Башҡортостандың һәм Татарстандың күп йырсылары үҙҙәренең даими репертуарына индергән. Рәсәйҙә билдәле йырсы Земфира (Земфира Тәлғәт ҡыҙы Рамазанова — Өфөлә тыуған йырсы, музыкант, композитор һәм йырҙар авторы) башҡарыуында «Ҡайҙа» («Күҙ нурым») йыры шулай уҡ күп тыңлаусыларҙың һөйөүен яуланы.

2006—2010 йылдарҙа Салауат Низаметдинов Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар союзын етәкләне.

Маэстро 2013 йылдың 29 июлендә көтмәгәндә (тромб ысҡыныуынан-?) вафат була[5], Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратында ерләнгән. 2016 йылдың сентябрендә унда Разида Низаметдинова эскизы буйынса эшләнгән ҡәбер ташы ҡуйылды[6].

Дискографияһы

үҙгәртергә
  • Ашығамын (1993)

Матбуғатта баҫылған әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Исповедь. Информационно-публицистический еженедельник «Истоки». №№ 37—39[7].
  • 1-се ҡатыны — Лариса (ҡыҙ фамилияһы Иванова), һөнәре — юрист. Бергә биш йыл йәшәйҙәр. Улдары — Альберт, ҡыҙҙары — Юля[2].
  • 2-се ҡатыны — Әлфиә (ҡыҙ фамилияһы Мәсәлимова), һөнәре вокал буйынса уҡытыусы. Бергә алты йыл йәшәйҙәр. Балалары юҡ[2].
  • 3-сө ҡатыны — Разида Низаметдинова, Учалы районы Миндәк ауылында тыуған[1]. Һөнәре — бейеүсе. Бергә ун өс йыл йәшәйҙәр. Ике балалары бар: улдары Даурен, ҡыҙҙары Ләйсән[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • Һуҡыр композиторҙарҙың халыҡ-ара конкурстары (Прага ҡалаһы, 1979, 1988 йылдар) лауреаты.
  • СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең Алтын миҙалы (1988).
  • Ғәлимов Сәләм исемендәге премия (1988).
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003).
  • Рәсәй Композиторҙар союзының Дмитрий Шостакович исемендәге премияһы лауреаты.

Уның тураһында

үҙгәртергә
  • 2023 йылдың 19 октябрендә Өфөнөң Ленин урамындағы 1997—2003 йылдарҙа композитор ғаиләһе менән йәшәгән 162-се йортҡа Салауат Низаметдинов хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылды[13].
  • 2017 йылдың 10 мартында Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжынжа Салауат Низаметдинов исемендәге музей асылды. Экспозиция композиторҙың тормошона һәм ижадына арналған. Бында уның китаптары, ноталары, һирәк фотографиялары, бүләктәре һәм шәхси әйберҙәре урын алған. Музейға күп экспонаттарҙы композиторҙың тол ҡатыны Разида Низаметдинова бүләк иткән, тантанала ул үҙе лә ҡатнашты[14]. Композиторҙың юбилейы айҡанлы Учалыла шулай уҡ вокалсылар конкурсы үткәрелде. Республика ҡала һәм райондарынан йыйылған 35 бәйгесе өс йәш төркөмөндә ике номинация буйынса ярышты[14].
  • 2017 йылдың 3 мартында Республика һуҡырҙар китапханаһында Салауат Низаметдиновҡа мемориаль мөйөш асылды[15][16].
  • Интернетта һәм Республика һуҡырҙар китапханаһы сайтында «Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә» тигән мемориаль виртуаль китап күргәҙмәһе бар[15].
  • Фәйезов Ә. Башҡортостандың һуҡырҙар китапханаһында Салауат Низаметдиновты хөрмәтләп иҫкә алалар. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 29 июль.[16][17]
  • Нәбиева Ғ. Зөһрә Рәхмәтуллина: «Салауат Низаметдинов тормош һәм мөхәббәт йырсыһы ине». «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 4 март[18].
  • 2014 йылдың 12 декабренән Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы Салауат Низаметдинов исемен йөрөтә[19].
  • Хормушко Е. А музыка его звучит! Учалинская газета, 2014, 9 апрель[20].
  • 2013 йылда Брайль шрифтында һәм тауышлы форматта Салауат Низаметдиновтың Виктория Симонова менән бергә яҙылған «Салауат. Асыҡтан-асыҡ һөйләү» исемле хәтирәләр китабы сыҡты[15].
  • 2012 йылда Республика һуҡырҙар китапханаһы үҙенең элекке уҡыусыһының 55 йәшлек юбилейы уңайынан «Һынмаған нота» күрһәткесен нәшер итте[15].
  • 2007 йылда композиторҙың 50 йәшлек юбилейына «Маэстро-50» тип исемләнгән тулы текслы электрон биобиблиографик күрһәткес донъя күрҙе[15].
  • 2003 йылда Республика һуҡырҙар китапханаһы Салауат Низаметдинов ижадына арналған «Күтәрелеш» тигән тәүге электрон китап баҫтырып сығарҙы[15].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Деревенский роман. «Комсомольская правда» — Уфа. Официальный сайт, 2011, 13 февраль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 март 2017)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Три жены и музы Салавата Низаметдинова. «Комсомольская правда» — Уфа. Официальный сайт, 2007, 26 февраль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 март 2017)
  3. ЗАКОН Башкирской ССР от 25.02.92 N ВС-10/12 ОБ ИЗМЕНЕНИИ НАИМЕНОВАНИЯ ГОСУДАРСТВА БАШКИРСКАЯ СОВЕТСКАЯ СОЦИАЛИСТИЧЕСКАЯ РЕСПУБЛИКА 2016 йыл 30 июнь архивланған.  (рус.)
  4. Художественно-публицистический фильм «Хадия»
  5. Ушел из жизни композитор Салават Низаметдинов (рус.)
  6. В Уфе установлен надгробный памятник композитору Салавату Низаметдинову.  , 2016, 26 сентябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 март 2017)
  7. Информационно-публицистический еженедельник «Истоки»(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 март 2017)
  8. Салават Низаметдинов - композитор, писавший музыку сердцем (К 60-летию со дня рождения).  , 2017, 3 март (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 март 2017)
  9. Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжына башҡорт композиторы Салауат Низаметдиновтың исеме бирелде.  , 2014, 18 декабрь (Тикшерелеү көнө: 4 март 2017)
  10. Салават Низаметдинов творил и видел сердцем. Общественная электрогазета. 2014, 8 май 2017 йыл 22 ғинуар архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 март 2017)
  11. 2016 йыл 9 март [https://web.archive.org/web/20160309000546/http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/12172-yu-lmne-mo.html архивланған. 2016 йыл 9 март архивланған. 2016 йыл 9 март архивланған. 2016 йыл 9 март архивланған. 2016 йыл 9 март архивланған. 2016 йыл 9 март архивланған. 2016 йыл 9 март архивланған. 2016 йыл 9 март архивланған. 2016 йыл 9 март архивланған. Юҡ, өҙөлмәне моң.  , 2014, 7 март] 2016 йыл 9 март архивланған. (Тикшерелеү көнө: 4 март 2017)
  12. Композитор Салауат Низаметдиновтың хәтирәләр китабын һуҡырҙар уҡый аласаҡ  , 2014, 11 февраль (Тикшерелеү көнө: 4 март 2017)
  13. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 20 октябрь 2023 йыл (Тикшерелеү көнө: 21 октябрь 2023)
  14. 14,0 14,1 В Башкирии в память о Салавате Низаметдинове открыт музей и проходит конкурс вокалистов.  , 2017, 10 март (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 март 2017)
  15. 15,0 15,1 15,2 15,3 15,4 15,5 Республика һуҡырҙар китапханаһында Салауат Низаметдиновҡа мемориаль мөйөш асылды.  , 2017, 3 март (Тикшерелеү көнө: 4 март 2017)
  16. 16,0 16,1 2017 йыл 15 март [https://web.archive.org/web/20170315065505/http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/25619-kompozitor-itlegen.html архивланған. 2017 йыл 15 март архивланған. 2017 йыл 15 март архивланған. 2017 йыл 15 март архивланған. 2017 йыл 15 март архивланған. 2017 йыл 15 март архивланған. 2017 йыл 15 март архивланған. 2017 йыл 15 март архивланған. 2017 йыл 15 март архивланған. Ҡәҙимова Л. Композитор иҫтәлегенә.  , 2017, 10 март] 2017 йыл 15 март архивланған. (Тикшерелеү көнө: 10 март 2017)
  17. Башҡортостандың һуҡырҙар китапханаһында Салауат Низаметдиновты хөрмәтләп иҫкә алалар.  , 2015, 29 июль (Тикшерелеү көнө: 4 март 2017)
  18. Зөһрә Рәхмәтуллина: «Салауат Низаметдинов тормош һәм мөхәббәт йырсыһы ине».  , 2015, 4 март (Тикшерелеү көнө: 4 март 2017)
  19. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 12 декабря 2014 года № 583 «О присвоении государственному бюджетному образовательному учреждению среднего профессионального образования культуры и искусства Республики Башкортостан Учалинский колледж искусств и культуры имени композитора Салавата Ахмадеевича Низаметдинова». Официальный интернет-портал правовой информации Республики Башкортостан 2016 йыл 8 август архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 март 2017)
  20. А музыка его звучит! Учалинская газета, 2014, 9 апрель(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 март 2017)

Һылтанмалар

үҙгәртергә