Доға
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Доға (ғәр. دعاء) — Исламда ялбарыу, Аллаһ тәғәләгә мөрәжәғәт итеү; ғибәҙәттәрҙең бер төрө. Доға төрлө шарттарҙа уҡыла. Ғәҙәттә мосолмандар берәй эш башлағанда Алланан ярҙам һорайҙар
Мәғәнәһе
үҙгәртергәҠөрьәндә әйтелгән: "Аллаһы тәғәлә әйткән: Һорағыҙ, Мин һеҙгә яуап бирермен[1]. Хәҙистәрҙә ҡасан һәм ниндәй осраҡтарҙа Аллаһы тәғәләнең рәхимен һорап мөрәжәғәт итеү мөмкинлектәре күп килтерелгән.
Аллаһыға ялбарған ваҡытта мосолман Унан ниндәйҙер ярҙам йәки нимәнәндер ҡотҡарыу һорауы мөмкин; шулай уҡ кеше Аллаһыға мөхәббәтен белдереп доға ҡылыуы мөмкин.
Доға ҡабул булһын өсөн кешенең ғәмәле ошолай булырға тейеш: бары тик Аллаһы тәғәләгә генә ялбарырға; доға шәриғәткә ярашлы булырға; Аллаға ихлас инанырға һәм яуап булырына ышанырға; ҡыйыу һәм ныҡышмал булырға [2].
Доға төрҙәре
үҙгәртергә- Намаҙҙан һуң уҡыла торған доға — ғәҙәттә ҡулды өҫкә күтәреп уҡыйҙар.
- Ҡонотта уҡыла торған доға — фарыз намаҙҙарҙа икенсе рәкәғәттән һуң уҡыла.
- Витр намаҙында уҡыла торған доға[3].
- Аҙнаның һәр көнөндә уҡыла торған доғалар .
- Рамаҙан айында һәр көн уҡыла торған ҡыҫҡа доғалар.
- Ҡәҙер төнөндә уҡыла торған доға.
- Йыназаға бағышланған доғалар.
- Байрамдағы доғалар.
- Айырым осраҡтарҙа уҡыла торған доғалар (мәҫәлән: һауығыуҙы, уңышлы никахты, бала биреүҙе, ямғыр ебәреүҙе һәм башҡаларҙы һорау).
- Күҙ тейеүҙән һәм сихырҙан доғалар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ҡөрьән Кәрим (башҡортса)[1]|40|60
- ↑ AskImam.ru
- ↑ Ночной намаз (желательный «салят ал-лейл»)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ҡөрьән Кәрим (башҡортса)[2]
- Али-заде, А. А. доға // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Как усилить наши ду'а? AskImam.ru. Дата обращения: 30 август 2013. 2013 йыл 17 август архивланған.