Муса (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Муса — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Муса исеме бар.
Этимологияһы
үҙгәртергәМуса боронғо йәһүд телендәге мешу (бала) һүҙенән яһалған исем; Муса пәйғәмбәр исеменән (һыуҙан сығарып алынған; бала) алынған[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәМуса Йәлил (тулы исеме Муса Мостафа улы Йәлилов; 2 февраль (15 февраль) 1906 йыл — 25 август 1944 йыл) — СССР шағиры. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 1929 йылдан ВКП (б) ағзаһы. Советтар Союзы Геройы (1956, үлгәндән һуң), Ленин премияһы лауреаты (1957, үлгәндән һуң).
Гәрәев Муса Ғaйса улы (9 июль 1922 йыл — 17 сентябрь 1987 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы-штурмовик, гвардия полковнигы (1956). Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (23.02.1945; 19.04.1945).
Мортазин Муса Лот улы (20 февраль 1891 йыл — 27 сентябрь 1937 йыл) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе (1921—1922), Айырым башҡорт кавалерия бригадаһы командиры (1919—1920). Комбриг (1935). Сәйәси золом ҡорбаны.
Муса (пәйғәмбәр), Моисе́й (йәһ. משֶׁה, Моше́, «һыуҙан ҡотҡарылған»; ғәр. موسىٰ Муса, бор. грек. Mωυσής, лат. Moyses) (б. э. т. XIII быуат), Бишкитапта — йәһүд пәйғәмбәре һәм ҡанун сығарыусыһы, йәһүдилеккә нигеҙ алыусы, йәһүдтәрҙе Боронғо Мысырҙан сығарыусы, йәһүд халҡын берләштереүсе.
Муса Сиражи, Сиражетдинов Муса Шәрәфетдин улы (1 февраль 1939 йыл — 14 сентябрь 2019 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, журналист, йәмәғәтсе. 1961 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1971 йылдан — Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡорт АССР‑ының (1989) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты (2003).
Муса Ғәли (псевдоним, төп исеме — Ғабдрахман Ғәли улы Ғәлиев; 15 октябрь 1923 йыл — 15 ғинуар 2004 йыл) — башҡорт шағиры, драматург һәм тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1947 йылдан — КПСС ағзаһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1979). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973), Халыҡтар Дуҫлығы (1993) ордендары кавалеры.
Мамут Муса (ҡырымтат. Musa Mamut, Муса Мамут; 20 февраль 1931 йыл — 28 июнь 1978 йыл) — Ҡырым татар йәмәғәт эшмәкәре. Ҡырым татарҙарының хоҡуҡтарына иғтибарһыҙлыҡ күрһәтелеү сәбәпле үҙенә үҙе ҡул һала.
Муса Килкин (18-се быуаттың сиреге — 1780 йылдарҙан һуң) — башҡорт тарханы. Емельян Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы. Тиләү улусы старшинаһы. Хәрби отряд етәксеһе.
Смаҡов Муса Ғәтиәтулла улы (1885 йыл — ?) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, Тамъян ҡәбиләһе бейе, башҡорт кенәзе һәм тарханы Шағәле Шаҡман вариҫы.
Фамилияла
үҙгәртергәМусин Әмир Шәғәли улы (5 июль 1937 йыл — 27 ноябрь 2017 йыл) — нефть сәнәғәте алдынғыһы. 1963—1984 йылдарҙа Өфө нефть эшкәртеү заводының өлкән операторы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980), СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть сәнәғәте отличнигы (1974), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1977).
Мусин Ноғман Сөләймән улы (17 июль 1931 йыл) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). 1958 йылдан — КПСС, 1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2011) һәм Салауат Юлаев (2007) ордендары кавалеры.
Мусин Эмиль Марат улы (2 март 1968 йыл) — журналист, 2006 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2011), 2001 йылдан «Туймазинский вестник» ижтимағи-сәйәси гәзите хеҙмәткәре.
Мусин Рәзил Ситдиҡ улы (рус. Мусин Разил Ситдикович) (20 июль 1943 йыл — 9 март 1994 йыл) — совет һәм партия эшмәкәре, 1994 йылдан Дүртөйлө ҡалаһы һәм Дүртөйлө районы администрацияһы башлығы, Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы рәйесе. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Мусин Ғүмәр Һаҙый улы (10 ноябрь 1946 йыл − 14 апрель 2007 йыл) — философ, философия фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Сәйәси золом ҡорбаны.
Мусин Зөбәйер Харис улы (20 октябрь 1953 йыл) — Башҡортостандың атҡаҙанған табибы (2006), Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш реабилитологы.
Ауылдар
үҙгәртергәБәләкәй Муса (рус. Мало-Мусино) — Башҡорт АССР-ы Мәләүез районының рәсми иҫәптән алынған ауылы. 1956 йылдан Салауат ҡалаһы составында
Яңы Муса (Шишмә районы) — Башҡортостандың Шишмә районындағы ауыл.
Яңы Муса (Иҫке Муса ауыл советы, Ҡырмыҫҡалы районы) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл.
Яңы Муса (Ҡабаҡ ауыл советы, Ҡырмыҫҡалы районы) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл.
Яңы Муса (Көйөргәҙе районы) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл.
Бәләкәй Муса (Көйөргәҙе районы) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл.
Муса (Күгәрсен районы) (рус. Мусино) — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл.
Муса (Салауат) (рус. Мусино, урындағы диалк. Муҫа) — Башҡортостандың Салауат ҡалаһы биҫтәһе.
Муса (Бишбүләк районы) (рус. Мусино) — Башҡортостандың Бишбүләк районындағы ауыл.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәМуса Мортазин музейы — Башҡортостандың Учалы районы Көсөк-Маяҡ ауылында урынлашҡан музей. 1991 йылда М. Л. Мортазиндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ойошторола. 1993—2005 йылдарҙа — Милли музей филиалы, 2006 йылдан алып — үҙаллы статуста
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |