Муса (йәһ. משֶׁה‎, Моше́, «һыуҙан ҡотҡарылған»; ғәр. موسىٰМуса, бор. грек. Mωυσής, лат. Moyses) (б. э. т. XIII быуат), Бишкитапта — йәһүд пәйғәмбәре һәм ҡанун сығарыусыһы, йәһүдилеккә нигеҙ алыусы, йәһүдтәрҙе Боронғо Мысырҙан сығарыусы, йәһүд халҡын берләштереүсе.

Моисей (Муса) (משֶׁה - Моше)

Микеланджело скульптураһы

Бәни Исраил тоҡомдарын бер халыҡ итеп туплаған йәһүд ҡануниәтсеһе
Йәшәгән дәүере: Б.Э.Т XV—XIII быуат
Исеменең мәғәнәһе: «һыуҙан алынған (ҡотҡарылған)»
Башҡа мәҙәниәттәрҙә: Муса (ислам)
Төбәк: Мысыр, Ғәрәп ярымутрауы, Синай ярымутрауы
Шөғөлө: Израилдең беренсе ҡанунсыһы, пәйғәмбәр, көтөүсе
Донъяға килеүе: Леви тоҡомонан

Телгә алына:

Бишкитап (Тәүрат), Инжил Мусаның ун васыятын һәм Шәмбене ҙурлауҙы үҙгәртә
Атаһы: Амрам
Әсәһе: Йохаведа
Ҡатыны (ире): Сепфора, Йофорҙың ҡыҙы
Балалары: Гирсам һәм Елиезер
Ерләнгән урыны: Нево тауы үҙәне Аварим тау бите
Бәйле төшөнсәләр: Янмаҫ күгән (купина), Мысырҙағы ун язалау, Тәүрат (2-се к.)(Мысырҙан күсенеү), Алтын быҙау, Баҡыр йылан, күктән яуған ярма, Күсенгәндәге илдәр, Ун васыят, Синай тауы, песах (пасха), Шаббат (шәмбе), йәһүҙилек, скиния, менора
Бәйле ваҡиғалар: Мысырҙан күсенеү
Бәйле персонаждар: Аарон (Һарун) һәм Мириам (Мәрйәм)

Билдәләре: Васыят яҙмалары, мөгөҙсөктәр (cornuta)

Библияны (Тәүратты) өйрәнеүселәр Моисей, XVIII һәм XIX династияһы фирғәүендәре менән бәйләп, Б.э.т. XV—XIII быуаттарҙа йәшәгән тип билдәләй.

Муса исеме «һыуҙан ҡотҡарылған» тигәнде аңлата, башҡа фараздар буйынса был исем Мысырҙа барлыҡҡа килгән һәм «бала» тигәнде аңлата[1].

Моисейҙы табыу. Ф. Гудолл, 1862

Библияға ярашлы, Муса исеме Нил йылғаһынан табып алып («сығарылған») ҡотҡарыуға бәйле. Был исемде уға фирғәүен ҡыҙы бирә (:ru:Исх. 2:10). Бында Мысырҙан бәни исраилде (йәһүдтәрҙе) сығарған Муса ролен күҙҙә тотоп һүҙ уйнатыу булыуы ла мөмкин. Антик тарихсы Иосиф Флавий аңлатыуынса, Муса исеме ике һүҙҙән тора: «ҡотҡарылған» һәм «мои» (һыу) тигән мысыр һүҙенән тора[2]. Семитологтар Муса исемен мысырса msy тигәндән килеп сыҡҡан тип һанай, был һүҙ «ир бала» йәки «бала табыу» тигәнде аңлата[3].

Синайҙағы Хорив тауы янында мал көтөп йөрөгәндә, янмаҫ күгән ағасынан (неопалимая купина) Аллаһ өндәшеп, уға үҙенең исемен аса (Яхве, йәһүдсә יהוה, башҡ. Йәһәүә) халҡын азат итергә өндәй. Муса ырыуҙаштары ышанмаһа нимә эшләргә икәнен һорай . Мусаға Аллаһ кәрәмәт ҡылырға мөмкинлек бирә: Мусаның таяғын йыланға әйләндерә, йыланды кире таяҡ хәленә ҡайтара; Муса ҡулын ҡуйынына тыға - ҡулы проказа менән ауырығандай ағара; яңынан ҡуйынына тыҡҡас, ҡулы элекке хәленә ҡайта.

Нил буйына ҡайтҡас, ағаһы Һарун менән бергә (ағаһы уның ярҙамсыһы була, сөнки Мусаның тел йәһәтенән кәмселектәре була) фирғәүенгә йәһүдтәрҙе азат итеүен үтенеп килә (Исх. 4:16). Әйткәндәй, тәүҙә Муса фирғәүендән Йәһәүә исеме менән йәһүдтәргә ҡорбан салыу өсөн өс көн һорай.

Фирғәүен ризалашмағас, илде ҡурҡыныс фажиғәләр солғап ала. Шунан һуң ғына фирғәүен уларға 3 көнгә сүлгә барырға рөхсәт бирә (Исх. 12:31).

Тәржемәи хәле

үҙгәртергә

Библия буйынса

үҙгәртергә
 
«Мусаны табыу», Ф. Гудолл, 1862 йыл

Муса тураһындағы мәғлүмәттәрҙең төп сығанағы — библиялағы боронғо йәһүд телендәге текст. Биш китаптың йәһүдтәрҙең Египеттан сығыу эпопеяһын тәшкил иткән дүртеһе (Исход, Левит, Числа, Второзаконие) уның тормошона һәм эшмәкәрлегенә арнала.

Сығыу китабы Мусаның ата-әсәһе Левия (Исх. 2:1) тармағына ҡарауы тураһында бәйән итә. Муса Египетта (Исх. 2:2) «Йосопто белмәгән» (Исх. 1:8) фирғәүен батшалыҡ иткәндә тыуа. Хаким Йосоп һәм уның ағайҙары вариҫтарының Египетҡа тоғро булыуҙарына шикләнә һәм уларҙы ҡолға әйләндерә.

Һөргәндәге ауыр эш арҡаһында йәһүдтар ҡырыла, һәм фирғәүен йәһүдтәрҙең яңы тыуған малайҙарын Нил йылғаһына батырырға ҡуша. Шул ваҡытта Ибраһимдың улы тыуа (Исх. 2:2). Мусаның әсәһе Иохаведа (Йохевед) өс ай буйы сабыйҙы үҙ йортонда йәшереп тотоуға өлгәшә (Исх. 2:3). Артабан да йәшереп тотоуҙың мөмкин булмауын аңлап, ул, сабыйҙы тышынан асфальт һәм һумала менән буялған ҡамыш кәрзингә һалып, Нил ярында ҡамышлыҡта ҡалдырып китә, кәрзиндәге сабыйҙы фирғәүендең һыу төшөргә килгән ҡыҙы таба (Исх. 2:5).

 
«Мусаны табыу», Паоло Веронезе, 2-я треть XVI века, Картинная галерея, Дрезден

Алдында «йәһүд балаларының береһе» булыуын аңлап (Исх. 2:6), ул, илап ятҡан сабыйҙы йәлләп һәм ситтән генә был күренеште күҙәтеп торған Мусаның апаһы Мәрйәмдең (Исх. 15:20) кәңәше буйынса баланы йәһүд ҡатыны булған имеҙеүсегә бирергә була. Мәрйәм Иохаведаны саҡырып ала, һәм Муса үҙенең әсәһенә имеҙеү өсөн тапшырыла (Исх. 2:7—9). Фирғәүен ҡыҙы сабыйҙы Муса («һыуҙан алынған») тип атай «сөнки мин уны һыуҙан алдым», - ти ул (Исх. 2:10). Библияла Мусаның үҙенең ата-әсәһендә күпме ваҡыт йәшәүе әйтелмәй. Сығыу китабында ул үҙенең ата-әсәһендә тәрбиәләнә, тип әйтелә, әммә ниндәй йәшкә етеүе билдәһеҙ.

«Сабый үҫеп еткәс, ул уны фирғәүен ҡыҙына алып бара, һәм ул уның улы урынына» (Исх. 2:10). Мусаны фирғәүен ҡыҙы тарафынан ялланған үҙенең әсәһе имеҙеп үҫтерә. Һәм Муса фирғәүен ҡыҙының улы урынына була (Исх. 2:10).

«Изге апостолдарҙың бөйөк эштәре» Яңы завет китабына ярашлы, Муса фирғәүен ҡыҙына тапшырылғас, уны Египет кешеләренең бөтә ғилеменә өйрәтәләр» (Деян. 7:22).

Муса, аҫрауға алынған ул булараҡ, фирғәүен ғаиләһендә үҫә. Бер ваҡыт Муса батша диуарҙарынан ябай кешеләр йәшәгән ергә бара. Ул, туған халҡының ҡол хәлендә йәшәүен күреп, ҡайғыра. Египет кешеһенең йәһүдте туҡмауын күреп, Муса уны үлтерә һәм ҡомға күмеп ҡуя, ә туҡмалыуҙан ҡотолған йәһүд икенсе көнөнә бөтә йәһүдтәргә лә был турала һөйләй. Артабан Муса үҙ-ара талашҡан ике йәһүдте яраштырырға тырышып ҡарай[4]. Икенсе бер йәһүдкә ҡул күтәргән йәһүд Мусаға былай ти: «Кем һине беҙҙең өҫтән начальник һәм судья итеп ҡуйҙы? Мине лә Египет кешеһен үлтергән кеүек үлтерергә теләйһеңме?». Тиҙҙән был ваҡиға тураһында фирғәүен белеп ҡала, һәм Муса, үҙ ғүмеренең ҡурҡыныс аҫтында булыуын аңлап, Египеттан Мадиам еренә ҡаса[5].

 
«Муса Иофорҙың ҡыҙҙарын ҡотҡара»

Египеттан Мадиам[5] еренә ҡасып, Муса рухани Иофор[6] (Рагуилала[7]) туҡтай. Иофорҙа йәшәп, уның малдарын көтә һәм уның ҡыҙы Сепфораға өйләнә. Ул уға Гирсам (Исх. 2:22; Исх. 18:3) һәм Елиезер[8] исемле уландар бүләк итә. Егепеттан йәһүдтәр сығып киткәс Муса бер нисә меңлек армия йыя һәм мадианитяндарҙы (үҙ ҡатынының халҡын) тулыһынса ҡырып ташлай[9].

Һандар китабында (Чис. 12:1) апаһы Мәрйәм менән ағаһы Аарон Мусаға, ҡатынының Ҡалып:D-ll-(кушит[10]) булыуына дәғүә белдерәләр. Библия буйынса ғалимдар фекеренсә, ул Сепфора булмағандыр, ләкин иудаизмда раҫланған ҡараш: һүҙ тап Сепфора тураһында бара.

Моисей донъя диндәрендә

үҙгәртергә

Йәһүдилектә

үҙгәртергә

Муса (йәһ. משֶׁה‎, «Моше») — Синай тауы башында Аллаһтан Тәүратты алған, йәһүдилектә төп пәйғәмбәр. Уның әүлиәлек һәләте юғары кимәлдә тип иҫәпләнә һәм шуға күрә, Библияла яҙылғанса, башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең «атаһы» тип иҫәпләнә.

Христианлыҡта (нәсаралыҡта)

үҙгәртергә
 
Моисей пәйғәмбәр. Икона. Каргополь, 1590 й.

Христианлыҡта Моисей — бөйөк пәйғәмбәр, Библия (Иҫке Ғәһет (Старый Завет), Бишкитап) авторы. Синай тауында Моисей Ун васыятты (Десять заповедей) ҡабул иткән.

Мосолман йолаһы буйынса Моисей Муса́ (ғәр. موسى‎). тип атала. Ул Аллаһы тәғәләнән Тәүрат иңдерелгән иң мөһим пәйғәмбәр.

Муса — исламда Яҡуб нәҫеленән булған пәйғәмбәр.


Башҡорт халҡында Муса пәйғәмбәр образы

үҙгәртергә
  • Тине Муса (мөнәжәт)


— Раббым Аллаһ, тине Муса

Йәннәт булыр микән миңә?

— Һиңә йәннәт булыр Муса,

Һиңә йәннәт булыр Муса

Атаң — инәң разый булһа.


— Раббым Аллаһ, тине Муса

Йәннәт булыр микән миңә?

— Һиңә йәннәт булыр Муса,

Һиңә йәннәт булыр Муса

Ҡыҙ туғаның разый булһа.


— И хоҙайым, тине Муса

Йәннәт булыр микән миңә?

— Һиңә йәннәт булыр Муса,

Күршеләрең разый булһа.


— Раббым Аллаһ, тине Муса

Йәннәт булыр микән миңә?

— Һиңә йәннәт булыр Муса,

Һиңә йәннәт булыр Муса

Хәләл ефетең разый булһа.


— Раббым Аллаһ, тине Муса

Йәннәт булыр микән миңә?

— Һиңә йәннәт булыр Муса,

Һиңә йәннәт булыр Муса

Ғәриптәрҙең хәлен белһәң.


— Раббым Аллаһ, тине Муса,

Йәннәт булыр микән миңә?

— Һиңә йәннәт булыр Муса,

Һиңә йәннәт булыр Муса,

Ғәмәлдәрең дөрөҫ булһа.


— Раббым Аллаһ, тине Муса

Йәннәт булыр микән миңә?

— Һиңә йәннәт булыр Муса,

Һиңә йәннәт булыр Муса

Ҡылған изгелегең булһа.


— Раббым Аллаһ, тине Муса

Йәннәт булыр микән миңә?

— Һиңә йәннәт булыр Муса,

Һиңә йәннәт булыр Муса

Хоҙаңдың барлығын белһәң.


  • Башҡорт халҡында Муса исеме

Башҡорт халҡында элек балаларға Муса исеме йыш бирелгән. Был фамилияларға ла инеп ҡалған. Билдәле шәхестәрҙән: шағир Муса Ғәли, яҙыусы Ноғман Мусин.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Моисей // Кругосвет(недоступная ссылка)
  2. Иосиф Флавий. О древности еврейского народа. Против Апиона. khazarzar.skeptik.net. Дата обращения: 30 ғинуар 2019.
  3. Mark S. Smith. Exodus. — Collegeville, MN: The Liturgical Press, 2011. — Т. 3 (The New Collegeville Bible Commentary).
  4. Исх. 2:11—14:

  5. 5,0 5,1 Исх. 2:15: «И услышал фараон об этом деле и хотел убить Моисея; но Моисей убежал от фараона и остановился в земле Мадиамской, и сел у колодезя».
  6. Исх. 3:1: «Моисей пас овец у Иофора, тестя своего, священника Мадиамского. Однажды провел он стадо далеко в пустыню и пришел к горе Божией, Хориву».
  7. Исх. 2:17: «И пришли пастухи и отогнали их. Тогда встал Моисей и защитил их, и напоил овец их».
  8. Исх. 18:4: «а другому имя Елиезер, потому что [говорил он] Бог отца моего был мне помощником и избавил меня от меча фараонова».
  9. Чис. 31.
  10. бор.-йәһ. כשי‏ в Чис. 12:1 // Подстрочный перевод Ветхого и Нового Заветов на русский язык.