Муса Килкин

Крәҫтиәндәр һуғышы (1773-1775) һуғышында ҡатнашыусы

Муса Килкин (18-се быуаттың сиреге — 1780 йылдарҙан һуң) — башҡорт тарханы. Емельян Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы. Тиләү улусы старшинаһы. Хәрби отряд етәксеһе[1].

Муса Килкин
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған урыны Иҫәт провинцияһы
Себер даруғаһы
Учалы районы
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр, Волость
Хәрби звание командир[d] һәм старшина[d]
Һуғыш/алыш 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы

Биографияһы

үҙгәртергә

Муса Килкин Себер даруғаһы Иҫәт провинцияһында (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Учалы районында) тыуған. Тиләү улусы старшинаһы, үҙ улусының хәрби көстәре башында торған пугачёвсы-командир.

1773 йылдың 17 сентябрь көнө — Пугачёвщина башланған көн. Ошо ваҡиғанан һуң ике аҙна үтеп тә өлгөрмәй, өс башҡорт старшинаһы: Байым Ҡыҙраев-тархан (күбәләктән), Муса тархан Килкин (тиләүҙән), старшина улы Муйнаҡ Рәсүлев (ҡара табындан) ғәскәр туплап, көслө нығытылған ҡәлғә иҫәпләнгән Үрге Яйыҡ ҡәлғәһенә һөжүм итәләр. Отрядтары менән ҡәлғәғә етәрәк 3 саҡрым алыҫлыҡта туҡтайҙар. Бында батша ғәскәрҙәре менән тәүге бәрелешкә инәләр. Яҡшы ҡоралланған, һуғыш алымдарын алымдарын оҫта ҡулланған урыҫ ғәскәре башҡорттарҙы сигенергә мәжбүр итә[2] 1773 йылдың ноябрь-декабрь баштарында Муса Килкин Мәскәү ауылын терәк пункты итеп тота. 1774 йылда яңынан Үрге Яйыҡ ҡәлғәһенә һөжүм итәләр, ләкин ала алмайҙар. Ул бынан тыш Байым Ҡыҙраев, Муйнаҡ Рәсүлев менән берлектә Магнит ҡәлғәһен штурмлауҙа ҡатнаша. Муса Килкиндың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә