Гәрәев Муса Ғайса улы

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы-штурмовик, гвардия полковнигы (1956), ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы
(Гәрәев Муса Ғaйса улы битенән йүнәлтелде)

Гәрәев Муса Ғaйса улы (9 июль 1922 йыл — 17 сентябрь 1987 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы-штурмовик, гвардия полковнигы (1956). Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (23.02.1945; 19.04.1945).

Гәрәев Муса Ғайса улы
Тыуған ваҡыты

9 июль 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Бәләбәй кантоны, Саҡмағош улусы[1], Иләкшиҙе ауылы

Үлгән ваҡыты

17 сентябрь 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (65 йәш)

Вафат урыны

СССР, Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

Хәрби-һауа көстәре

Хеҙмәт итеү йылдары

19401964

Хәрби звание
Полковник ВВС СССР
Полковник ВВС СССР
полковник
Часть

1‑се һауа армияһы
1‑се гвардия штурмлау авиация дивизияһы
76‑сы гвардия штурмлау авиация полкы

Командалыҡ итеү

эскадрилья, авиация полкы

Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Орден Богдана Хмельницкого III степени Александр Невский ордены (СССР) 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы — 1943 «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Медаль «За оборону Сталинграда»
Медаль «За оборону Сталинграда»
Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
Юбилейная медаль «Сорок лет победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
Юбилейная медаль «Сорок лет победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
«Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы
«Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы
Медаль «Ветеран Вооружённых Сил СССР»
Медаль «Ветеран Вооружённых Сил СССР»
Медаль «30 лет Советской Армии и Флота»
Медаль «30 лет Советской Армии и Флота»
«40 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
«40 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
«50 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
«50 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
Медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР»
Медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР»
Отставкала

ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе

Биографияһы

үҙгәртергә

Муса Ғaйса улы Гәрәев 1922 йылдың 9 июлендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районы) Иләкшиҙе ауылында башҡорт крәҫтиәне ғаиләһендә тыуған[2][3]. Милләте —башҡорт.

Шәжәрәһе: Хөсәйен → Әжмәт (1727—1818) → Ғәбдрәҡип (1808—?) → Әхмәтгәрәй (1852—?) → Ғайса (1890—1958)→ Муса (1922—1987)[4].

Ете йәше тулғанда ғаиләһе менән күрше Ташшишмә ауылына күсә, ә 1937 йылда күрше Бишҡурай ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай.

1939—1940 йылдарҙа Өфөлә Тимер юл халыҡ комиссариаты техникумында уҡый. Бер үк ваҡытта Өфө аэроклубында шөғөлләнә. 1940 йылдың йәйендә тәүге осоштар яһай[5].

1940 йылдың 15 декабрендә Ҡыҙыл Армияға алына. 1942 йылда Энгельс хәрби авиация мәктәбен тамамлай[6].

1942 йылдың сентябренән Бөйөк Ватан һуғышының Сталинград фронтында 26-сы штурмлау авиация дивизияһы составында хеҙмәт итә, шул уҡ йылдың 11 декабрендә Ил-2 самолётында тәүге хәрби осош яһай. 1943 йылдың февраленә ҡарай 11 хәрби осош яһай, «Батырлыҡ өсөн» һәм «Сталинградты обороналау өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә[5].

Артабан Көньяҡ, 4‑се Украина һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында 944-се штурмлау авиация полкында сержант званиеһында осоусы-штурмовик[7][8], 76-сы гвардия штурмлау авиация полкында звено, эскадрилья командиры булып хеҙмәт итә. 1944 йылдан 3‑сө Белоруссия фронтында 1‑се һауа армияһы 1‑се гвардия штурмлау авиация дивизияһы 76‑сы гвардия штурмлау авиация полкының эскадрилья командиры гвардия капитаны, 1945 йылдан — гвардия майоры булып хеҙмәт итә[7].

Сталинград янындағы, Донбасс, Ҡырым, Белоруссия, Польша, Германиялағы һуғыштарҙа ҡатнаша. 1944 йылдың 27 октябрендә Көнсығыш Пруссияла Лабагинен тирәһендәге алышта 2 танкты юҡ итә, 1 бронетранспортёрҙы сафтан сығара. 1945 йылдың 15 ғинуарында Тутшен тирәһендә дошман артиллерияһының 2 орудиеһын шартлата һәм 3 янғын сығанағын булдыра. 1945 йылдың 20 ғинуарында Инстербург (хәҙер Черняховск) ҡалаһы тирәһендә 4 артиллерия орудиеһын һәм 2 бронетранспортёрҙы юҡ итә. 1945 йылдың 5 февралендә Кройцбург ҡалаһы янында танк һәм үҙ йөрөшлө орудиены сафтан сығара. 1945 йылдың 21 февралендә Көнсығыш Пруссияла Раушбах тирәһендә 2 үҙ йөрөшлө орудиены сафтан сығара һәм 3 янғын сығанағын булдыра[6].

1944 йылдың авгусына ҡарай 76‑сы гвардия штурмлау авиация полкының эскадрилья командиры гвардия капитаны Муса Гәрәев 164 хәрби осош яһай, күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 23 февралдәге Указына ярашлы, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы менән бергә «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була[9].

1945 йылдың мартына ҡарай 76‑сы гвардия штурмлау авиация полкының эскадрилья командиры гвардия майоры Муса Гәрәев «Ил-2» самолётында 207 хәрби осош яһай, 15-кә яҡын дошман самолётын һәм 4 танкты юҡ итә. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 19 апрелендәге Указына ярашлы, икенсе тапҡыр «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була[10][11].

Һуғыш тамамланған осорҙа майор званиеһында полк штурманы була, 250-гә яҡын хәрби осош яһай. Мәскәүҙә 1945 йыл 24 июнендә үткәрелгән Еңеү Парадында ҡатнаша[3].

1946—1948 йылдарҙа Хәрби-транспорт авиация берләшмәһенең эскадрилья командиры урынбаҫары, 4-се махсус тәғәйенләнештәге авиацияның полк командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә.

1951 йылда Мәскәүҙә М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны тамамлай[6].

1951—1957 йылдарҙа 4-се махсус тәғәйенләнештәге авиацияның полк командиры вазифаһын үтәй[5].

1959 йылда СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Хәрби академияһын тамамлай[3]. 1959—1964 йылдарҙа 2-се махсус тәғәйенләнештәге авиация дивизияһы командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә[5].

1964 йылда һаулығы насарайыу сәбәпле отставкаға сыға. 1965—1977 йылдарҙа ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе вазифаһын үтәй[3]. Башҡортостанда спорттың хәрби-техник төрҙәрен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.

СССР Юғары Советының 2—4‑се саҡырылыш, Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 7—9‑сы саҡырылыш депутаты[6].

1987 йылдың 17 сентябрендә Өфөлә вафат була. Баш ҡаланың Еңеү паркында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
 
Бүләкләү ҡағыҙҙарының береһе
  • Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы
  • Ике «Алтын Йондоҙ» миҙалы (23.02.1945[9]; 19.04.1945[10][11])
  • Ленин ордены (1945)
  • Өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены (20.08.1943[12], 23.02.1944; 02.11.1944[13])
  • 3-сө дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены (02.03.1945)[14]
  • Александр Невский ордены (14.07.1944)[15]
  • Ике 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (02.04.1945[16], 06.04.1985[17])
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
  • Өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943, 1955, 1956)
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (30.07.1943)[18]
  • «За боевые заслуги» миҙалы (1951)
  • Башҡа миҙалдар, шул иҫәптән сит ил наградалары
  • Почётлы тимер юлсы
  • Өфө ҡалаһының почётлы гражданы
  • Илеш районының почётлы гражданы

Ҡатыны — Гәрәева Галина Александровна (1924—2016)

Китаптары

үҙгәртергә
  • Штурмовики идут на цель. — М.: ДОСААФ, 1972.
  • Штурмовики идут на цель. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1977. — 336 с.
  • Ветераны остаются в строю. — М.: ДОСААФ, 1980. — 94 с.
  • Страницы жизни и подвига. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1985. — 108с.
  • Штурмовики идут на цель. — Уфа, 1990; Китап, 2010.
  • Живу и помню. — Уфа: Китап, 1997.
  • Небо большой войны: из фронтового дневника // Солдаты Победы. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1970. — С. 50—66.
  • Рәсәй ДОСААФ‑ының авиация спорт клубына, 2‑се Өфө автомобиль мәктәбенә, Өфө башланғыс осоусылар әҙерләү буйынса мәктәп‑интернатҡа, Илеш районының Бишҡурай урта мәктәбенә[19], теплоходҡа Муса Гәрәев исеме бирелгән.
  • Өфөнөң Дан бульварында Муса Гәрәевҡа һәйкәл, 1989 йылда ул йәшәгән йортҡа (Ш. Хоҙайбирҙин урамы, 4) һәм РОСТО бинаһына (Дан бульвары, 6) мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Затон биҫтәһендәге аллея уның исемен йөрөтә[20]
  • Өфөлә йыл һайын Муса Гәрәев иҫтәлегенә бокс буйынса Бөтә Рәсәй турниры уҙғарыла[6].
  • Илеш районы Үрге Йәркәй ауылына һәйкәл ҡуйылған, ә 1992 йылда Муса Гәрәев музейы асылған[21].
  • 1947 йылда Н. В. Томский тарафынан Гәрәевтең базальттан яһалған скульптура портретының варианты Мәскәүҙәге Третьяков галереяһында һаҡлана[6].
  • Башҡортостан Республикаһының күп кенә тораҡ пункттарының урамдары, шул иҫәптән Баймаҡ, Дүртөйлө, Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Стәрлетамаҡ, Учалы, Яңауыл ҡалалары һәм башҡалар, Муса Гәрәев исемен йөрөтә[6].
  • Илеш районы Ташшишмә ауылында Муса Гәрәев йорт-музейы эшләй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Илеш районы
  2. Гареев Муса Гайсинович // Большая Советская энциклопедия: в 30-ти т. Т.6. Газлифт-Гоголево / ред. А. М. Прохоров. — М.: Сов. энциклопедия, 1971. — С. 123.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Камалов Р. М., Шафиҡова Е. Ҡ. Гәрәев Муса Ғайса улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Шежере д. Илякшиде (род Азмета, в т. ч. дважды Героя Советского Союза Мусы Гареева) // История башкирских родов. Ельдяк. Том 13 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, И. А. Амиров, Ф. С. Марваров, Р. М. Камалов, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 283—288. — 600 с. — ISBN 978-5-85051-650-5.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Рәшит Шәкүр. Арҙаҡлы башҡорттар. — Өфө: Китап, 2005. — 376 с. — ISBN 5-295-02098-3.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 Камалов Р. М., Шафикова Е. К. Гареев Муса Гайсинович // Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
  7. 7,0 7,1 65 лет назад Муса Гареев стал дважды Героем Советского Союза. Башинформ (19 апрель 2010).
  8. Гареев М. Г. Штурмовики идут на цель. — М.: ДОСААФ, 1972.
  9. 9,0 9,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  10. 10,0 10,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  11. 11,0 11,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  12. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  13. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  14. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  15. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  16. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  17. Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  18. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  19. Терновая Л. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең исеме Илеш районы мәктәбенә бирелде. Башинформ (25 август 2011).
  20. Рәхимҡолов Е. Өфөлә Муса Гәрәев исемендәге аллея булдырылды. Башинформ (2 ноябрь 2011).
  21. Музей Мусы Гареева. Илишевская районная энциклопедия.
  • Гареев Муса Гайсинович // Большая Советская энциклопедия: в 30-ти т. Т.6. Газлифт-Гоголево / ред. А. М. Прохоров. — М.: Сов. энциклопедия, 1971. — С. 123.
  • Гареев Муса Гайсинович // Герои Советского Союза: краткий биографический словарь в 2 т. Том 1. Абаев — Любичев / ред. И. Н. Шкадов. — М.: Воениз., 1987. — С. 313.
  • Гареев Муса Гайсинович // Великая Отечественная война 1941—1945: энциклопедия / гл. ред. М. М. Козлов. — М.: Сов. энциклопедия, 1985. — С. 200.
  • Гареев Муса Гайсинович // Славные сыны Башкирии: очерки о Героях Советского Союза; книга 1 / сост. А. Ерошин, С. Саитов. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1965. — С. 6—18.
  • Гареев Муса Гайсинович // Подвиги их — бессмертны: справочник о Героях Советского Союза и полных кавалерах ордена Славы из Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2000. — С. 72.
  • Гареев Муса Гайсинович // Навечно в сердце народном. — 2-е изд. доп. и перераб. — Минск: Гл. ред. Белоруской Сов. Энциклопедии, 1977. — С. 99—100.
  • Аюпов Р. С. Республика Башкортостан в годы Великой Отечественной войны. — Уфа: Изд-е Башк. ун-та, 1994. — С. 227, 280.
  • Камалов Р. М., Шафикова Е. К. Гареев Муса Гайсинович // Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
  • Личак Н. От Миуса до Пиллау // Люди бессмертного подвига: очерки о дважды и трижды Героях Советского Союза: кн. 2. — 3-е изд. испр. и доп. — М.: Политиздат, 1973. — С. 234—245.
  • Муса Гареев: страницы жизни и подвига. — Уфа, 1985.
  • Паль Р. Есть у неба земля: повесть о дважды герое Советского Союза М. Гарееве. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1975. — 190 с.
  • Үҙем — ерҙә, күңелем — һауала. — Ағиҙел. — 1980. — № 5—7.
  • Шәкүр Р. Арҙаҡлы башҡорттар. — Өфө: Китап, 2005. — 376 б. — ISBN 5-295-02098-3.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Видеояҙмалар

үҙгәртергә