Мамут Муса (ҡырымтат. Musa Mamut, Муса Мамут; 20 февраль 1931 йыл28 июнь 1978 йыл) — Ҡырым татар йәмәғәт эшмәкәре. Ҡырым татарҙарының хоҡуҡтарына иғтибарһыҙлыҡ күрһәтелеү сәбәпле үҙенә үҙе ҡул һала.

Мамут Муса
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 20 февраль 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Узунжы[d], Севастопольский городской совет[d]
Вафат булған көнө 28 июнь 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (47 йәш)
Вафат булған урыны Симферополь, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Үлем төрө Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу
Үлем сәбәбе самосожжение[d]
Һөнәр төрө йәмәғәт эшмәкәре, тракторсы, слесарь

Биографияһы

үҙгәртергә

Мамут Муса Узунжы ауылында көтөүсе Яхъя Мамут ғаиләһендә тыуған. Совет власы осоронда Ҡырым татарҙарын депортациялау ваҡытында, 1944 йылдың майында Мамутовтар ғаиләһен Ташкент өлкәһенең Мирзачуль районы «Баяут» колхозының 6-сы бүлегенә мәжбүри рәүештә күсерәләр. Депортацияланғандың тәүге йылдарында Мусаның ике һеңлеһе һәм ике ҡустыһы аслыҡтан һәләк була. Сараһыҙлыҡтан егет 13 йәшендә мамыҡ ҡабул итеү пунктында йөк ташыусы булып эшләй башлай, унда йыш ҡына, ваҡыты менән аңын юғалтҡансы туҡмала.

1956 йылдың 10 ғинуарында, ни бары 4 класс белеме менән, Мамут Муса ауыл хужалығын механизациялау училищеһына уҡырға инә. Беренсе курсты тамамлағандан һуң уға тракторсы-машинист квалификацияһы бирелә. Училищены тамамлағандан һуң совхозда тракторсы булып эшләй. 1958 йылда Зәкиә Абдуллаева менән өйләнешкәндән һуң Янгиюль (Ташкент өлкәһе) ҡалаһына күсеп киләләр, унда тәүҙә слесарь, ә һуңыраҡ — Чирчик йылғаһының уң яры район-ара каналдар төркөмө идаралығында техник булып эшләй.

1975 йылдың апрелендә Мамут Муса ғаиләһе менән бергә Ҡырымға әйләнеп ҡайта, унда Дон ауылында йорт һатып ала. Әммә нотариаль килешеүҙәр төҙөүҙән Мусаға баш тарталар, ә һуңынан уға һәм уның ғаиләһенә ҡаршы паспорт режимын боҙған өсөн тип енәйәт эше ҡуҙғатыла. Мамут Муса 1976 йылдың 23 апрелендә ҡулға алына. 13 майҙа Симферополь район суды уны ике йылға дөйөм режимлы лагерға, ә ҡатынын — шартлы рәүештә ике йылға хөкөм итә. Язаны Полтава өлкәһендә Кременчугта үтә.

Намыҫлы хеҙмәте өсөн бер нисә айҙан шартлы рәүештә азат ителә, ирекле һөргөнгә йүнәлтелә һәм «Нефтестрой» төҙөлөш-монтаж идаралығына беркетелә. 1977 йылдың 18 июлендә азат ителә һәм Донға үҙ ғаиләһенә ҡайта. Әммә Ҡырым власы уға элеккесә теркәлергә рөхсәт бирмәй һәм Мамутовтар ғаиләһенең Ҡырым ярымутрауынан сығып китеүен талап итә. Юғары инстанцияларға, шул иҫәптән КПСС Үҙәк Комитетына һәм хөкүмәткә күп һанлы ялыуҙар бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй.

1978 йылдың 20 июнендә Мамут һәм уның ҡатынына ҡаршы паспорт режимын боҙған өсөн яңы енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ҡарарҙы иғлан иткәндә Муса, ғәйепләүселәр ҡулына башҡаса тере килеш бирелмәйәсәген белдерә. 10 июндә 23:30 сәғәттә Мамут йортона, тәфтишсегә алып барыу өсөн участка инспекторы килгәс, Муса үҙенә бензин һибеп үҙ-үҙен яндыра.

Мамут 28 июндә Симферополдә ҡала дауаханаһында вафат була. Ғүмеренең һуңғы секундына тиклем ул тулыһынса аңында була һәм ҡылған ҡылығына үкенмәүен, һәм быны Ҡырым татарҙары хоҡуҡтарын һанға һуҡмауға ҡаршы протест билдәһе итеп эшләүен белдерә. Муса Мамут 30 июндә Дон зыяратында ерләнә.

Муса Мамут ҡылығына реакция

үҙгәртергә

Муса Мамуттың үҙ-үҙен яндырыуы ҙур резонанс тыуҙыра. Атап әйткәндә, уның был ҡылығы Мостафа Йәмилевтың донъя берләшмәһенә хатында һәм Решат Йәмилевтың Сәғүд Ғәрәбстаны короле Хәлид ибн Абдул-Әзиз Әл Сәғүдкә һәм бөтә донъяға билдәле боксер Мөхәммәт Алиға мөрәжәғәтендә телгә алына. Академик Андрей Сахаров Леонид Брежневҡа һәм Николай Щёлоковҡа һәләк булған Мусаның тол ҡатынына лайыҡлы пенсия түләүҙе һәм, ниһайәт, ҡырым татарҙары проблемаларына тейешле иғтибар биреүҙе үтенеп мөрәжәғәт итә. Ә Зәкиә Абдуллаева үҙе СССР-ҙың генераль прокуроры Роман Руденкоға уның иренең үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙа ғәйеплеләргә яза биреүҙе һорап хат яҙа. Шағир-диссидент һәм хоҡуҡ яҡлаусы Александров Григорий Мамут Мусаға арнап «Ҡырым өҫтөндә факел» поэмаһын яҙа[1].

Ялтала[2], Судакта[3], Мирныйҙа[4] урам һәм тыҡрыҡтар Муса Мамут исемен йөрөтә. 2009 йылда Донда «Муса Мамут» мосолман дини общинаһы теркәлгән[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Григорий Александров. Факел над Крымом (билдәһеҙ). «Інформаційний центр кримських татар». Дата обращения: 31 ғинуар 2015.
  2. Ялта, улица имени Мусы Мамута. «Suntime». Дата обращения: 31 ғинуар 2015.
  3. Судак, улица Мусы Мамута. «Suntime». Дата обращения: 31 ғинуар 2015.
  4. Переулок Муса-Мамут в селе Мирное. «Mapdata». Дата обращения: 31 ғинуар 2015.
  5. Мусульманська релігійна громада Муса Мамут (билдәһеҙ). «b2btoday.com.ua». Дата обращения: 31 ғинуар 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
  • Решат Джемилев. Живой факел. Самосожжение Мусы Мамута. Сб. документов. — Нью-Йорк: Фонд «Крым», 1986.

Һылтанмалар

үҙгәртергә