Күлбаев Хәйҙәр Мазһар улы

Хәрби хеҙмәткәр, I класлы юстиция советнигы, полковник. Инженер-математик.

Күлбаев Хәйҙәр Мазһар улы (26 февраль 1957 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, I класлы юстиция советнигы, полковник. Инженер-математик, хәрби хеҙмәт ветераны һәм Рәсәй Федерацияһы хеҙмәт ветераны.

Күлбаев Хәйҙәр Мазһар улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 26 февраль 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр, юрист, инженер, математик
Уҡыу йорто Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте академияһы
Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы
Хәрби звание полковник[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Знак отличия «Ветеран военной службы»

Биографияһы

үҙгәртергә

Күлбаев Хәйҙәр Мазһар улы 1957 йылдың 26 февралендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуған. 1974 йылда Мәскәү дәүләт университеты янындағы физика-математика йүнәлешендә 18-се махсус интернат-мәктәпте тамамлай. 1979 йылда СССР Дәүләт именлеге комитетының Ф. Э. Дзержинский исемендәге Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Юғары мәктәбен (хәҙер Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте академияһы), 2001 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлай.

Хәрби хеҙмәтен тамамлағандан һуң Башҡортостан Республикаһы юстиция министрлығында өлкән суд приставы, бүлек начальнигы, Рәсәй Федерацияһы юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының бүлек начальнигы-Башҡортостан Республикаһы Баш суд приставы урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы юстиция министрлығы ҡарамағындағы Дәүләт регистрация палатаһында бүлек мөдире булып эшләй.

Намыҫлы һәм тырыш хеҙмәте өсөн Хәйҙәр Мазһар улы II һәм III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Бөгөнгө көндә ул хәрби хеҙмәт ветераны һәм Рәсәй Федерацияһы хеҙмәт ветераны.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • II дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы (СССР оборона министрының 1990 йылдың 5 ғинуарындағы 2-сө номерлы Бойороғо).
  • III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы (СССР оборона министрының 1985 йылдың 7 ғинуарындағы 3-сө номерлы Бойороғо).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә