Күлбаев Мазһар Йәғәфәр улы

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Дан ордены кавалеры

Күлбаев Мазһар Йәғәфәр улы (15 октябрь 1921 йыл — 23 март 1979 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. III дәрәжә Дан ордены кавалеры[1] [2].

Күлбаев Мазһар Йәғәфәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 15 октябрь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Ишдәүләт, Иҫке Собханғол ауыл советы, Бөрйән районы
Вафат булған көнө 23 март 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (57 йәш)
Вафат булған урыны Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө элемтәсе
Хәрби звание рядовой
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
III дәрәжә Дан ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Берлинды алған өсөн» миҙалы "Праганы азат иткән өсөн" миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Күлбаев Мазһар Йәғәфәр улы 1921 йылдың 15 октябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ишдәүләт ауылында, Йәғәфәр Айытбай улы һәм Әминә Әбделҡадир ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы Баймөхәмәтова) Күлбаевтар ғаиләһендә тыуған. 1936 йылда Байназар ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡ ҡалаһында элемтә мәктәбенә уҡырға инә. 1938 йылда, радиомонтер һөнәре алып, был мәктәпте тамамлай һәм Иҫке Собханғол ауылында радиоузел мөдире булып эш башлай[1].

1940 йылдың 10 сентябрендә[1] (икенсе мәғлүмәт буйынса 3 октябрендә[2]) Бөрйән районы хәрби комиссариаты тарафынан Совет Армияһына саҡырыла. Хеҙмәтен 20 уҡсылар корпусының В. Куйбышев исемендәге Урта-Волга Ҡыҙыл Байраҡлы 34-се уҡсылар дивизияһының 363-сө айырым танк батальонында башлай (21.06.1940 йылдың 21 июнендә уҡсылар корпусы 15-се армияға әйләндерелә). Мазһар Күлбаев Бөйөк Ватан һуғышы башланғандың беренсе көнөнән хәрби хәрәкәттәрҙә, ул Львов-Черновцы һәм Киев стратегик оборона һуғыштарында ҡатнаша. Житомир-Бердичев, Ровно-Луцк, Проскуров-Черновцы, Львов-Сандомир, Сандомир-Силезия, Түбәнге Силезия, Берлин һәм Прага һөжүм һуғыштарында була, Новоград-Волынский, Здолбунов, Шумск, Кременец, Перемышль, Сандомир, Кельце, Острув, Прага ҡалаларын азат итеүҙә, Грюнберг, Котбус ҡалаларын алыуҙа, Висла һәм Одер йылғаларын һуғышып аша сығыуҙа ҡатнаша[1].

Һуғышта радиотелеграфист, телефонсы, минометсы булып хеҙмәт итә. Өс тапҡыр яралана. Һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн III дәрәжә Дан ордены, ике «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, «Берлинды алған өсөн», «Праганы азат иткән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә. 1946 йылда демобилизациялана.

Һуғыштан һуң Бөрйән районының физкультура һәм спорт комитеты рәйесе, Иҫке Собханғол урта мәктәбендә бухгалтер, коммуналь предприятиелар һәм төҙөкләндереү контораһы начальнигы, Бөрйән район ҡулланыусылар йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары булып эшләй.

1979 йылдың 23 мартында вафат була. Иҫке Собханғол ауылында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • III дәрәжә Дан ордены. (Приказ 287 сд № 38/н, 21.05.1945 й. ЦАМО, ф.33, оп. 690306, ед. хр. 2562),
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (Приказ 851 ап 287 сд № 6/н, 29.05.1945 й. ЦАМО, ф.33, оп. 687572, ед. хр. 1190),
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (Приказ 866 сп 287 сд № 30/н, 06.09.1944 й. ЦАМО, ф.33, оп. 690155, ед.хр. 2611)[1],
  • «Берлинды алған өсөн» миҙалы,
  • «Праганы азат иткән өсөн» миҙалы[2].

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә