Мораҡ
Мораҡ | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Rubus chamaemorus L. | ||||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||||
|
Мораҡ (һаҙ еләге) (лат. Rubus chamaemorus, рус. Морошка) — рубус затына ҡараған үҫемлек. Төньяҡта «батша еләге» исеме алған[1].
ТаралышыҮҙгәртергә
Төньяҡ ярымшарҙың субарктик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Оҙон йәйелеүсән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ ике өйлө үлән. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында (Көньяҡ Урал ҡурсаулығы, Ирәмәл тауы массивы, Журавлиный һаҙлығы һ.б.) осрай. Башҡортостандың Урал алдында Салауат районында Лағыр һаҙлығында үҫә.
Ботаник яҙмаҮҙгәртергә
Һабағы ябай, төҙ, бейеклеге 5—30 см. Япрағы бөтөн, бөрө рәүешендә, тәрән булмаған биш айырсалы. Япраҡ ҡолаҡсыны кире йомортҡа формаһында. Сәскәһе эре, яңғыҙ, ос сәскәләре аҡ төҫтәге йәйенке тажлы. Май—июндә сәскә ата. Емеше — ҡыҙғылт һары йәки һары төҫтәге һутлы төшлө емеш, июль аҙағында өлгөрә. Күсмә һәм күтәренке торф һаҙлыҡтарында һәм һаҙланған урмандарҙа үҫә.
СоставыҮҙгәртергә
Витаминдарға, дуплау матдәләренә, органик кислоталарға, микроэлементтарға бай булған емештәрен аҙыҡ итеп һәм халыҡ медицинаһында ҡулланалар. Баллы үҫемлек.
Химик составыҮҙгәртергә
Өлгөргән еләктәрҙә: шәкәр (6 %), аҡһымдар (0,8 %), күҙәнәктәр (3,8 %), органик кислоталар: алма, лимон — (0,8 %); витаминдар: С (30-200 мг%), В (0,02 мг), РР (0,15 %), А; минераль матдәләр: калий күп, фосфор, тимер, кобальт, антоцианы, дублаусы һәм пектин матдәләре.
ФайҙаланыуҮҙгәртергә
Мораҡ — файҙалы һәм шифалы матдәләр сығанағыы С витамины мораҡта әфлисунға ҡарағанда 4 тапҡырға күберәк.[1].
Тәмле емештәренән төрлө аш-һыу әҙерләргә була. Яңы өҙөлгән килеш тә, шулай уҡ ҡайнатып та. Һут, ҡайнатмалар, повидло, джемдар, компоттар. Оҙаҡ һаҡлана.[1].
Сәскәләренән бал ҡорттары нектар һәм һеркә йыя[2].
ГалереяҮҙгәртергә
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 1,2 Авдеенко, С. Нашего бору ягода… // The New Times. — 14.9.2009. — № 32.
- ↑ Абрикосов, Х. Н. и др. Морошка // Словарь-справочник пчеловода / Сост. Н. Ф. Федосов. — М.: Сельхозгиз, 1955. — С. 199.
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 768. Rubus chamaemorus L. — Морошка // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах. — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2003. — Т. 2. Покрытосеменные (двудольные: раздельнолепестные). — С. 404. — ISBN 9-87317-128-9.