Юлсурина Әлфиә Мырҙабулат ҡыҙы

Юлсурина Әлфиә Мырҙабулат ҡыҙы (25 апрель 1960 йыл) — башҡорт йырсыһы, мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1983 йылдан Бөрйән район мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе, 1996 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының артист-вокалисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010), төрлө кимәлдәге ижади бәйгеләр лауреаты.

Әлфиә Юлсурина
Тыуған

25 апрель 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (64 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы.

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

йырсы

Йырлау тауышы

меццо-сопрано

Хеҙмәттәшлек

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы

Наградалар
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы

Биографияһы

үҙгәртергә

Әлфиә Мырҙабулат ҡыҙы Юлсурина 1960 йылдың 25 апрелендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуған. Иҫке Собханғол урта мәктәбендә уҡый.

1983 йылда Өфө сәнғәт училищеһының яңғыҙ йырлау бүлеген (Әлфиә Мәсәлимова класы) тамамлай һәм Бөрйән районы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе булып эш башлай.

1996 йылдан — хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы. Киң диапазонлы меццо-сопрано тауышына эйә.

Филармонияның Фәдис Ғәниев, Радик Вәлмөхәмәтов етәкселегендәге һәм «Ҡыҙык һәм Мәҙәк» эстрада төркөмдәрендә эшләй.

2007 йылдан Юлсурина Ә. М. — Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада-джаз оркестры солисткаһы.

Вокаль партиялары

үҙгәртергә

Башҡорт халыҡ йырҙары «Абдрахман кантон», «Боронғо йыр», «Ғайса ахун», «Ҡара урман», «Сибай», «Юлғотло», «Ялан Йәркәй»; композиторҙар З. Ғ. Исмәғилов, Т. Ш. Кәримов, С. Ә. Низаметдинов, С. З. Сәйҙәшев, З. Хәким, Р. М. Хәсәнов, Р. М. Яхин һ.б. йырҙары һәм романстары; боронғо рус романстары һ.б.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002)
  • «Йәш тауыштар» («Молодые голоса») йыр конкурсы лауреаты (1989),
  • «Яҙғы моңдар» («Весенние мелодии» башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы лауреаты (1995, Өфө)

Һылтанмалар

үҙгәртергә