Туғаш (Татарстан)
Туғаш[2] (татар. Тугаш, рус. Тогашево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Мөслим районы ауылы.
Туғаш | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Нижнетабынское сельское поселение[d][1] |
Почта индексы | 423977 |
География
үҙгәртергәАуыл Ыҡ йылғаһы буйында, Мөслим ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 19 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарих
үҙгәртергәАуылға ирәкте ырыуы башҡорттары менән 1756 йылда керҙәшлек тураһында килешеү төҙөгән мишәрҙәр нигеҙ һала. Ауыл Ирәкте улусының Абдулбин түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Ирәкте административ-территориаль улусы составына керә[4].
XX быуат башында ауылда мәсет, мәктәп, һыу тирмәне, икмәк магазины, бакалея кибете теркәлгән[3].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составында була[3].
Халҡы
үҙгәртергә1816 йылда ауылда 274 мишәр; 1912 йылда — 1175 керҙәш мишәр иҫәпләнгән[4].
1859 | 1870 | 1897 | 1906 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
274 | 503 | 856 | 960 | 1063 | 742 | 814 | 551 | 461 | 469 | 392 | 334 | 295 | 299 |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 395. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Татарская энциклопедия.
- ↑ 4,0 4,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 555. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.