Тегермәнлек (Тегермәннек[2]; татар. Тегермәнлек, рус. Тегермянлек) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Мөслим районы ауылы.

Тегермәнлек
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Нижнетабынское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423977
Карта

География

үҙгәртергә

Ауыл Тегермәнлек йылғаһы буйында, Ыҡ йылғаһынан 2 км һәм Мөслим ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 17 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Ауылға ирәкте ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Ирәкте улусының Абдулбин түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Ирәкте административ-территориаль улусы составына керә[4].

XX быуат башында ауылда мәсет, мәктәп, икмәк магазины, бакалея кибете теркәлгән[3]. Ауыл кешеләре Ҡыҙылъяр ауылына нигеҙ һала.

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составында була[3].

1795 йылда ауылда 4 ир затлы башҡорт һәм 149 типтәр; 1859 йылда — 316 типтәр (элекке Ҫарайлы-Мең-Байлар улусының аҫаба башҡорттарынан); 1912 йылда — 73 дәүләт крәҫтиәне һәм 562 керҙәш типтәр иҫәпләнгән[4].


Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [3])
1870189719131920192619381949195819701979198920022008
38250661156138435526121020816712396103

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 395. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Татарская энциклопедия.
  4. 4,0 4,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 553-554. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.